НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 6-12-2011, 10:49


Биатлонсылар әлегә миҙалһыҙ…

Биатлон буйынса донъя кубогының тәүге этабы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышһыҙ башланды. Улар һәр төр ярышта уртаса сығыш яһап, өлкән тренерҙары әйтеүенсә, киләсәккә өмөт ҡалдыра. Әйтәйек, спринт бәйгеһендә Светлана Слепцова туғыҙынсы һөҙөмтә күрһәтһә, Анна Богалий-Титовец 12-се булды. Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина финишҡа 30-сы булып килде. Ғөмүмән, Вилухинаның дебюты әллә ни насар булманы. Эҙәрлекләү ярышында ла ул, 40 көслө спортсы исемлегенә эләгеп, донъя кубогының дөйөм мәрәй­ҙәр күрһәтмәһенә инде. Беренсе этап һөҙөмтәһе буйынса яҡташыбыҙ, барыһы 32 мәрәй яулап, 28-се урынды биләне. Ә инде ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, Франция биатлонсылары, ике алтын миҙал яулап, юғары күрһәткескә өлгәште. Норвегия спортсылары бер алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙал менән икенсе урында булһа, Швеция, бер алтын һәм бер көмөш миҙал яулап, өсөнсө баҫҡыста урынлашты....

Гүзәл Мәхийәнова: «Еребеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда»
Конкурстар // 6-12-2011, 10:47


Гүзәл Мәхийәнова: «Еребеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда»
Мин 1992 йылдың йәмле йәйендә ғорур ҡарағай­ҙар иле Йылайыр райо­нында тыуғанмын.
Тыуған яғымдың бөтә гүзәллеген үҙемдә туплағанмын: ҡайындарым – зифа буй, алтын көҙҙәрем – йомартлыҡ, йәмле яҙҙарым – наҙ, саф Һаҡмар һыуҙарым күңел таҙалығы бүләк иткән.
Моғайын, ожмахҡа тиң тыуған еремдең тәбиғәтенә ғашиҡлығым буласаҡ һөнәремде лә билдәләгәндер: Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла эколог һөнәрен үҙләштерәм. Мәғрур тауҙар ауылымды һаҡлап торған шикелле, мин дә республикамдың һоҡланғыс тәбиғәтен ҡурсалаясаҡмын − уның киләсәге минең ҡулымда!...

“Изге юлдарҙан йөрөгөҙ”, –
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-12-2011, 10:46


ти Хәйбулла районының ағинәйе Сәбилә Түснәкова
“Изге юлдарҙан йөрөгөҙ”, –
1914 йылдың йәмле йәйге иртәһендә Хәйбулла районының Утарбай ауылында Әбделҡадир Торомтаевтың ғаиләһендә, бар донъяға ауаз һалып, ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Сәбилә тип исем ҡушалар. Сәбилә – оло юл, сәйәхәтсе тигәнде аңлата. “Мин дә тиҫтерҙәрем кеүек үк йәшенмәк, ҡурсаҡ уйнаным. Үҫә төшкәс, ҡыҙҙар менән “аулаҡ өй”ҙәргә йөрөнөк, – тип хәтерләй ул. − Уйын-көлкө ойоштороп, ҡул эштәре менән булып, күңелле ял итә торғайныҡ”. Сәбилә инәй бындай кистәрҙә һәр саҡ мөнәжәттәр әйтер булған....

«һылыу, ҡыҙыңды артыҡ иркәләүҙән ҡурҡма»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-12-2011, 10:45


Арабыҙҙа төрлө кешеләр бар. Йөҙҙәренән һис ҡасан йылмайыу китмәгән, тирә-яҡтағыларға күңел йылыһын, бәхет таратып йәшәүселәр йәки, киреһенсә, насар, әшәке һүҙҙәре менән йәнде телгеләүселәр, бүтәндәргә яла яғыуҙан, ғәйбәт таратыуҙан ләззәт табып көн күреүселәр. Ауыр һынауҙар, ҡайғы-хәсрәттәр, юғал­тыу­ҙар кисереп тә, тормоштоң төрлө ваҡлыҡтарынан өҫтөн булып ҡала белеүселәр ҙә осрай....

Күңелдәрҙе арбар башҡорт ҡыҙы...
Конкурстар // 6-12-2011, 10:43


БДПУ-ла белем алыусы Мәсетле ҡыҙы Луиза Закирйәнова «Мисс Азия – Себер – 2011» конкурсында 2-се урынды яуланы
Күңелдәрҙе арбар башҡорт ҡыҙы...
Башҡорт ҡыҙы – ул халҡымдың йөҙөк ҡашы,
Серле, төҫөн юймаҫ гүзәл, күҙ ҡамашыр.
Быуындарҙы быуындарға ялғап, төйнәп...

Эшҡыуарға 20 һорау
Рубрикалар // 6-12-2011, 10:41


Эш башларға теләүсе эшҡыуар тәүге ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫ һәм, ғөмүмән, уларҙы алдан күҙаллар өсөн үҙенә 20 һорау бирергә тейеш, тип яҙылған «Forbes» журналында. Әгәр башығыҙҙа ниндәйҙер идеялар йөрөй икән, һеҙ ҙә ошо һорауҙарҙы үҙегеҙгә биреп ҡарағыҙ. Уларға яуаптар таба алһағыҙ, ҡыйыу рәүештә эшкә тотоноғоҙ!...

Бәхет сере — тырышлыҡта...
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 6-12-2011, 10:41


Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы оҫтаһы Батыр Зиннәтовтың ҡул йылыһы тейгән мебелде ауылдыҡылар ҙа, ҡаланыҡылар ҙа ҙур теләк менән һатып ала
Бәхет сере — тырышлыҡта...
Бәхеттең асылы ниҙә? Был һорау һәр беребеҙҙе борсой. Кемдер алыҫҡа китеп, күп аҡса эшләп, тормошон алға ебәрә. Ә бәғзе берәүҙәр тыуған йортонда, үҙ хужалығында эшләп кенә бәхет таба. Ҡырҙас ауылында йәшәүсе Батыр Зиннәтов — бәхетте үҙ төйәгендә булдырған йәш, тырыш ир-егеттәрҙең береһе. Ул үҙ хужалығында дуҫы Раян Кейекҡужин менән бергә мебель яһау менән шөғөлләнә....

Cтудент саҡтан уҡ тәүге аҙымдарыңды эшлә
Новости / Мәғариф // 6-12-2011, 10:40


Cтудент саҡтан уҡ тәүге аҙымдарыңды эшлә
«Көслөнөкө − замана» тигән мәҡәлде үҙем өсөн тағы бер яҡлап астым. Ғәҙәттә, беҙ унда насар мәғәнә һалынған тип уйларға күнеккәнбеҙ ҙә, һәйбәт яғына иғтибар итмәйбеҙ. Бөгөнгө баҙар иҡтисадына ҡоролған тормошта юғалып ҡалмаҫ өсөн кеше ниндәй булырға тейеш? Йылғыр, алдаша белеүсе, хәйләкәр, тип әйтер кемдер. Күптәребеҙ шулай уйлай ҙа. Ә бәлки, тырыш, ныҡышмал, үҙ маҡсатына табан ынтылыусы, ауыр­лыҡтар­ға бирешмәй, алға атлаусылыр? Үҙ эшен асырға йөрьәт иткән ҡурҡмаҫ йөрәкле, көслө рухлы кешелер?...

Рухы тере «Урал батыр»ҙың
Әҙәбиәт // 6-12-2011, 10:38


Рухы тере «Урал батыр»ҙың
Башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы, рухи хазинаһы − «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсы үҙенә күрә йолаға әүерелде. Йылдан-йыл башҡорт телендә уҙғарылып килгән «Урал батыр» сәсәндәр бәйгеһенә ҡушылып бөгөн тағы ла бер йола барлыҡҡа килде – конкурс сит ил һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә башҡарыусылар араһында үтте. Икенсе тапҡыр уҙғарыл­ған был сара күптән түгел йәш сәсәндәрҙе тағы ла ҡорға йыйҙы. Төрлө милләт вәкилдәре милли кейемдәрҙә туған телдәрендә эпосты яттан һөйләп күрһәтте. Бәйгелә инглиз, немец, француз, көньяҡ телдәре, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә башҡарыу секциялары эшләне. Киң аудиториялы конкурс үҙенең маҡсаты менән «Урал батыр» эпосын «Кешелектең матди булмаған мираҫтары» исемлегенә индереү өсөн тағы ла бер этәргес көс булды...

ИШЕМБАЙ ДАНЫН КҮТӘРЕҮСЕ БАТЫР ЕГЕТЕ
Рубрикалар // 6-12-2011, 10:35


ИШЕМБАЙ ДАНЫН КҮТӘРЕҮСЕ БАТЫР ЕГЕТЕБәрәкәтле Юрматы ере борон-борондан таланттарға бай булды. Күптән түгел, көҙ башында, ишембайҙар үҙҙәренең мәшһүр улы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле әҙип Ноғман ағай Мусиндың күркәм юбилейын билдәләгәйне. Еребеҙгә һалҡын ҡыш аяҡ баҫҡанда, Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт һарайында Юрматы еренең тағы бер арҙаҡлы улы, үҙенең хеҙмәттәрендә – ваҡытлы матбуғат өсөн яҙылған мәҡәләләр, балаларға арналған хикәйәләр йәки повестар булһынмы, оло йәштәге замандаштарыбыҙҙың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ижад ителгән драма әҫәрҙәреме – ошо изге еребеҙҙең матурлығын, уның уңған улдарын һәм ҡыҙҙарын данлаған яҙыусы Мөҙәрис Багаевтың 60 йәшлек юбилейы билдәләнде. Ул Федоровка районының Батыр ауылында тыуһа ла, Ишембайҙа күптән үҙ кеше....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM