НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Изгелек ҡылыу – һәр кемдең бурысы
Новости / Мәҙәниәт // 26-11-2011, 15:54


Изгелек ҡылыу – һәр кемдең бурысы
Ниндәйҙер сәбәптәр менән ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙың яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларға ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтеү − һәр кем өсөн изгеләр­ҙән һаналған бурыс. Тәү сиратта етемдәр үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаһын өсөн төрлө акциялар, хәйриә саралары уҙғарылып тора....

Автобус та, компьютер ҙа етә
Новости / Мәғариф // 26-11-2011, 15:53


«Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу барышында беҙҙең республикала башҡарылған эштәр мөһим һәм бихисап. Бөгөн был проекттың һөҙөмтәләрен барларға ла була. Ошо уңай­ҙан «Башинформ» агентлығында БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов журналистар менән осрашты....

Быуаттар аҡылын, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлаусы үҙәк
Рубрикалар // 26-11-2011, 15:53


Быуаттар аҡылын, халҡыбыҙҙың рухи  байлығын  һаҡлаусы  үҙәк
24 – 25 ноябрҙә Өфө ҡалаһында «Социомәҙәни киңлек булдырыуҙа Милли китапхананың тотҡан урыны һәм роле» тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһының 175 йыллыҡ юбилей кисәһе үтте....

Педагог ниндәй булырға тейеш?
Новости / Мәғариф // 26-11-2011, 15:52


Ғәҙел уҡытыусы Гүзәл Ибраһимова үҙен эштән ебәргән директор урынына тәғәйенләнде
Яҙ көнө интернет селтәрендә үҫмерҙәрҙең бер малайҙы туҡмауын һүрәтләгән видеояҙма күренеп ҡалғайны. Һуңынан асыҡланыуынса, был хәл Өфө мәктәбендә булған, 12 йәшлек коррекция класы уҡыу­сыһының туҡмалыу фактын кеҫә телефонына 11 йәшлек ҡыҙ бала төшөргән....

Ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 26-11-2011, 14:39


Биатлонсылар миҙгелде аса
Биатлон буйынса донья кубогының тәүге этабы башланыуға ла күп ҡалманы. Рәсәй йыйылма командаһы, төп составта юғалтыуҙар кисереп, яңыртылған составта сығыш яһаясаҡ. Бигерәк тә был ир-ат командаһына ҡағыла. Баш тренер әйтеүенсә, беренсе стартҡа Алексей Волков, Евгений Гараничев, Андрей Маковеев, Антон Шипулин, Евгений Устюгов, Максим Буртасов һәм Виктор Васильев сығасаҡ....

Еңеүсегә – Яңы йыл өҫтәленә бер табынлыҡ аҙыҡ-түлек
Конкурстар // 26-11-2011, 14:38


Ҡәҙерле дуҫтар, «Йәшлек» гәзите «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» тигән конкурс иғлан итте.
Был конкурста ҡыҙыҡлы, фәһемле үткән Яңы йыл мажаралары хаҡында бәйән ителергә тейеш. Мотлаҡ һәр нәмәне эскегә бәйләргә тимәгән, уныһын гәзит уҡыусылар яҡшы аңлай торғандыр.
Әйткәндәй, бәйгелә «Йәшлек»те яҙҙырып уҡыусылар ғына ҡатнаша ала. Еңеүсегә – Яңы йыл табыны өсөн күркәм күстәнәс (сәй, һут, шампан шарабы, емеш-еләк, кәнфит, колбаса, балыҡ һ.б.).
Еңеүсе 24 декабрь һанында билдәле буласаҡ. Һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!...

«Ал ҡурайҙы, баш осоңдан Ҡара болот таралыр...»
Конкурстар // 26-11-2011, 14:36


Республикабыҙҙың иң гүзәл төбәктәренең береһе – Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуғанмын. БДУ-ның филология факультетын тамамлауым, унда уҡыған осорҙа “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһендә шөғөлләнеүем, 5-се курста уҡығанда Бәләбәйҙә үткән “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт бәйгеһендә беренсе урын алыуым өсөн Сибай педколледжындағы уҡытыусым – Фәниә Сарбулатоваға рәхмәтлемен. Ул беренсе булып шиғырҙарыма иғтибар итте, минең ижадыма арналған кисәләр, осрашыуҙар үткәреп, үҫергә ярҙам итте. Ул осрамаһа, бәлки, 2004 йылда “Балҡыштар” дөйөм йыйынтығында “Хикмәтле бизмән”, 2009 йылда “Йәштәр тауышы” серияһында “Йырлы йортом” исемле китаптарым донъя күрер инеме икән – белмәйем... Барыһы өсөн дә Уҡытыусыма рәхмәт!...

Китапхана – барлыҡ кешелектең аҡыл хазинаһы
Рубрикалар // 26-11-2011, 14:35


Республикабыҙҙың төп китапханаһы хеҙмәткәрҙәре һәр китап һөйөүсенең дә үтенесенә иғтибарлы
Китапхана  –  барлыҡ  кешелектең  аҡыл хазинаһы
Бик күп йылдар элек уҡытыу­сыбыҙ беҙҙе, беренсе класс уҡыусыларын, Абзан (хәҙерге Ейәнсура районы) районының үҙәк китапханаһына алып килде. Беҙ һәр беребеҙ баҫмалар менән тыңҡыслап тултырылған кәштәләр янында китаптарҙы тотоп ҡараныҡ, китапханаға яҙылып, берәр китап алдыҡ. Мин алып ҡайтҡан тәүге китап Л. Толстойҙың балалар өсөн рус телендәге хикәйәләре ине. Китапты алыуын-алдым, ләкин ижекләп уҡып ҡараған булдым да, китапханаға кире илттем. Китапханасы апай­ҙың:...

Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!
Новости / Мәҙәниәт // 26-11-2011, 14:33


Хәйбуллала данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған Республика ҡурайсылар конкурсы үтте
Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!
17 – 18 ноябрҙә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Республика ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Башҡорт ҡурайын донъя күләмендә танытҡан ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған был конкурста Башҡортостандың төрлө төбәктәренән боронғо ҡоралда уйнаусылар ҡатнашты.
Байрам саралары 17 ноябрҙә Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа бағышланған мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы менән асылды. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың ҡустыһы Сәйфулла ағай Хәйбулла районында ҡурайҙы пропагандалауға күп көс түккән, шул арҡала хәйбуллаларҙың ихтирамына ирешкән. Әлеге ваҡытта райондың һәр ауылында тиерлек ҡурайсылар булыуында уның өлөшө ҙур....

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 26-11-2011, 14:31


Аптыратты...
Йемен Президенты Али Абдулла Сәлих власты күсмә етәкселеккә тапшырыу тураһындағы документтарға ҡул ҡуйҙы.
Әммә ил менән 33 йыл етәкселек иткән лидерҙың эштән китеүе тик һүҙҙә генә ҡала тиһәң дә була. Сөнки уның бик күп дуҫтары һәм туғандары ҙур дәүләт вазифаларын биләй һәм ил етәксеһе үҙенең йоғонтоһон һаҡлап ҡала ала....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM