НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Фәрештә һәм Иблис
Әҙәбиәт // 22-11-2011, 13:53


Бер ваҡыт фәрештә менән иблис осраша һәм кешеләрҙә нимә күберәк – изгелекме, яҡшылыҡмы, әллә насарлыҡ менән уҫаллыҡмы – булыуы хаҡында һүҙ ҡуҙғата.
– Кешеләр ярата белә, – ти фәрештә.
– Улайһа, ни өсөн улар башҡа көслө йән эйәләрен күрә алмай? – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә иблис.
– Улар яҡындарына, туғандарына ярҙам итә, – ти фәрештә....

Күркәм белем усағы
Новости / Мәғариф // 22-11-2011, 13:52


Яҙмыш еле әҙәм балаларын ҡайҙа ғына илтмәй ҙә, ҡулдарына ниндәй генә бүләктәр тоттормай. Уларҙың һөйөндөргәне лә, көйөндөргәне лә байтаҡ була. Шөкөр, ҡайҙар­ҙа ғына йөрөһәм дә, донъя миңә гел йылмайып баға һәм кинәнесле бүләктәренән дә айырмай.
2009 йылдан Бәләбәй ҡалаһындағы гүзәл башҡорт гимназия-интернатында уҡыуымды тап ана шундай кинәнестәрҙең береһе тип ҡабул итәм. Бүләктең дә ниндәйе бит әле!.. Бөтә тормошомдо ҡырҡа үҙгәртте, уға яңы йәйғор һыҙаттары өҫтәне, йәшәүемде йәмле һәм мәғәнәле итте. Тап ошонда үҙ-үҙемде һәм тормоштағы урынымды таптым....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 22-11-2011, 13:52


Халыҡ-ара университетта иғлан эленеп тора:
“Хөрмәтле Африка студенттары! “Ҡойроҡт­ар”­ы­ғыҙҙы тиҙерәк тапшырып бөтөүегеҙ талап ителә!”...

Практика йомғаҡтары барыһын да ҡыуандырҙы
Новости / Мәғариф // 22-11-2011, 13:50


Практика йомғаҡтары барыһын да ҡыуандырҙы
Яңыраҡ Башҡорт дәүләт аграр университетында студенттарҙың “Башаҡ” махсуслашҡан отрядының 2011 йылдың өсөнсө хеҙмәт семестрына йомғаҡ яһауға бағышланған тантаналы слет үтте. Ҡатнашыусыларҙы тәбрикләргә БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, республиканың студенттар практика үткән ҙур предприятие лары етәкселәре һәм башҡа ҡунаҡтар килде....

Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел
Новости / Мәғариф // 22-11-2011, 13:49


Өлкән йәштәгеләрҙән йыш ҡына: «Эй, һеҙ шул тиклем матур заманда йәшәйһегеҙ. Уҡыйбыҙ, эшләйбеҙ, үҙ эшебеҙҙе асабыҙ тиһәгеҙ, бөтөн мөмкинлектәр бар. Нимә ашайым, нимә кейәйем, тип аптыранмайһығыҙ», – тигәндәрен ишетеп, ҡайһы берҙә уйланып ҡуям. Шулай шул, үҙ һәләт-теләктәреңде бойомға ашырыу өсөн һәр йәһәттән дә форсат киң....

ТӨРӨКТӘР ШАҒИРҘАРҒА АЛЛАҒА ҠАРАҒАН КЕҮЕК ҠАРАЙ
Әҙәбиәт // 22-11-2011, 13:43


ТӨРӨКТӘР ШАҒИРҘАРҒА АЛЛАҒА ҠАРАҒАН КЕҮЕК ҠАРАЙ
… Беҙ бала саҡта олатайҙарҙың: «Донъяла ожмах иле бар, тиҙәр. Унда ағастар аллы-гөллө сәскәләр менән ҡапланған, төрлө-төрлө ҡоштар мөғжизәле тауыштар сығарып һайрар, алтын балыҡлы диңгеҙҙәр алтын ҡомло ярҙарын әленән-әле ялап таҙартып торор. Унда халыҡ телен бысратмаҫ, гел аҡтан кейенер…» – тип һөйләгәнен ишеткән бар ине. һинд киноһын ҡарап, моғайын, ошо ишеткәндәр һиндостандалыр, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер инде, донъялар үҙгәреп, ил сиктәре асылғас, бындай ожмах иленең Төркиәлә икәнлегенә инандым....

Күңелдәрҙә ҡалды йылыһы
Рубрикалар // 22-11-2011, 13:41


Ринат Йосопов киң ҡарашлы ғалим ине
Күңелдәрҙә ҡалды йылыһы
Ринат Мөхәммәт улы Йосопов йөҙөндә беҙ киң билдәле антрополог һәм этнографты ғына түгел, бик яҡшы кешене лә юғалттыҡ. Ул төрлө яҡлы, киң фекерләүсе ғалим ине, кәңәштәре һәм тәҡдимдәре коллегалары араһында ғына түгел, ә Рәсәй ғалимдары араһында ла яҡлау таба торғайны. Хәстәрлекле, ҙур йөрәкле дуҫ та булды ул.
Уның сағыу, ҡайнап торған тормошоноң һәм фәнни эшмәкәрлегенең ҡайһы бер биттәрен генә яҡтыртҡым килә....

ДОНЪЯ ТИГӘНДӘРЕҢ
Рубрикалар // 22-11-2011, 13:40


йәки ғалим хаҡында бер кәлимә
ДОНЪЯ ТИГӘНДӘРЕҢ
“Донъя тигәндәрең...” – йыш ҡабатлай ине атай был һүҙҙәрҙе. Һағыштан әйтелдеме был һүҙҙәр, шатлыҡтанмы, ғазаптанмы? Хәҙер инде фаразларға ғына ҡала. Был бәләкәй генә серен ул, фанилыҡта бурыстарын үтәп, баҡыйлыҡҡа күскәс, үҙе менән алып китте....

Анискин, милләтең кем?
Новости // 22-11-2011, 13:36


РФ Эске эштәр министрлығы участка уполномоченныйҙарын милләтенә ҡарап һайлап аласаҡ.
Был полицияның диаспоралар менән эшен яҡшыртыу маҡсатында эшләнә. Участка инспекторы үҙе аралашасаҡ халыҡтың телен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белергә тейеш. Төрлө милләт вәкилдәренән торған хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсылары, үҙҙәренең милләттәштәре йәшәгән урынға эшкә тәғәйенләнер алдынан махсус әҙерлек үтәсәк. Уларҙың бурысы – яҡташтары менән уртаҡ тел табыу....

«Үҙ эшен яратмағандар телевидениела эшләй алмай»
Махсус бит // 22-11-2011, 13:36


Тележурналист Гүзәл Хәмитова һөнәри бурысын тыуған тәбиғәтенә, еренә ярҙам итеүҙә күрә
«Үҙ эшен яратмағандар телевидениела эшләй алмай»
Тайганың берәй мөйөшөндә йәмғиәттән ҡасып-йәшеренеп йәшәгән берәй әҙәм генә бөгөн телевизор ҡарамайҙыр. Һәр иртәбеҙ «зәңгәр экран» аша тапшырылған яңылыҡтарҙы ҡарауҙан, йыр-моңдо тыңлауҙан башланһа, кистәребеҙҙе лә телетапшырыуҙар ҡарап ҡыҫҡартабыҙ. Ниндәйерәк кешеләр эшләй икән Башҡортостан юлдаш телевидение­һында? Ниндәй тапшырыуҙары менән ҡыҙыҡтыра улар республика тамашасыһын?...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM