НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ярлы туғанын байҙар һөймәҫ
Махсус бит // 19-11-2011, 13:23


Бер дауыллап ала, бер тына, тигәндәй, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) инеүе мәсьәләһе тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу­сылар, хәтһеҙ ваҡыт шымып торғандан һуң, йәнә тауыш бирҙе. Ил Президентының иҡтисад мәсьәләләре буйынса ярҙамсыһы Аркадий Дворкович, ҡарар кеҫәһендә үк ятҡандай ышаныс менән: «Рәсәй ун бишенсе декабрҙән дә ҡалмаҫтан Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына ағза итеп алынасаҡ», − тип белдерҙе. Бындай фаразлауҙарҙы бик күп йылдар ишетә йөрөгәс, әлеге хәбәргә илтифат итмәҫкә лә булыр ине, әммә уны вазифалы байтаҡ кеше ҡабатланы. Америка Ҡушма Штаттары, Европа Союзының был мәсьәләлә ыңғай тороуын һәм Швейцария хөкүмәте башлығының Европа Союзы исеменән Грузияға килеп ҡайтыуын һәм ошо дәүләттең Рәсәй алдына ҡуйған дәғүәләренән сигенә башлауын иҫәпкә алғанда, илебеҙ халыҡ-ара ойошмаға инеүгә яҡындыр, тигән ышаныс уяна. Ике тиҫтә самаһы йыл тапана торғас, Рәсәй Федерацияһы ла Бөтә донъя сауҙа ойошмаһындағы эреле-ваҡлы дәүләттәр араһындағы тәбиғи урынын биләмәксе....

Киләсәк – әсә ҡулында
Рубрикалар // 19-11-2011, 13:21


Төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарын уртаҡ хәстәр берләштерҙе
Киләсәк – әсә ҡулында
Әсә көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Күп илдәрҙә был дата – мөһим байрамдар исемлегендә. Үкенескә күрә, әле ул Рәсәйҙә Яңы йыл йәки 8 Март кеүек байрамдар кимәлендә билдәләнмәй. Ә бит Әсә – бөтә башланғыстарҙың-башланғысы. Ошо изге йәнгә булған мөнәсәбәт буйынса кешенең һәм илдең рухи кимәле билдәләнә.
Ошо бөйөк байрам алдынан, 15 – 16 ноябрҙә “Рәсәйҙең киләсәге – әсәләр ҡулында” акцияһы сиктәрендә Өфө ҡалаһында V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы булды. Был сара “Әсәй” хәйриә фондтары халыҡ-ара йәмәғәт ассоциацияһы инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкү­мәте тарафынан ойошторолдо....

Рәсәй иҡтисадын кем дары мискәһенә ултыртҡан?
Новости / Сәйәсәт // 19-11-2011, 13:20


Донъя етеҙ шарттарҙа үҙгәрә. Бынан тиҫтә йылдар самаһы элек билдәләнгән мөһим нәмәләр ҙә бөгөн икенсе төрлө, әһәмиәтһеҙ күренгәндәй. Ҡайһы бер илдәрҙең мәнфәғәте глобаль киңлектәргә сыға, ҡайһылыр урында революция, ҡан ҡойоштар бара. Быларҙың һәммәһе лә беҙҙең илгә ниндәйҙер йоғонто яһаймы? Бәлки, берәй яҡтан киҫкен генә хәүеф-янау ҙа барҙыр? «Ирекле матбуғат» тигән сайт ошондайыраҡ һорауҙарға яуап биргән мәҡәләләр циклын тамамлап, Рәсәй иҡтисадына байҡау яһар­ға һәм баһаларға йөрьәт иткән. Илебеҙҙең һуңғы ун йылда нисегерәк үҙгәргәне хаҡында Эшҡыуарҙар һәм ҡуртымсылар берлеге президенты Андрей Бунич түбәндәгесә фекер йөрөтә....

Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ
Новости / Сәйәсәт // 19-11-2011, 13:19


Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инәбеҙ
Ҡыҙыҡ был донъя. Унан да бигерәк кешеләре ҡыҙыҡ. Әллә аҡылдан яҙыу шулмы? Аһ-аһ, һүҙҙе ҡайһылай ҙа күңелһеҙ нәмәнән башланың, тиер күптәр. Сәбәпһеҙ түгел шул. Бер нисә көн элек яңылыҡтар араһынан Рәсәй гражданлығы һораған 21 меңдән ашыу серб хаҡындағы мәғлүмәтте «һөҙөп» алдым. Косово, Метохия сербтары (сербтар – көньяҡ славян халҡы, дөйөм һаны 12 – 13 млн кеше, дине – православие) беҙҙең Дәүләт Думаһына уҡ мөрәжәғәт иткән, имеш. Улар үҙҙәренең ғүмерҙәре өсөн хәүефләнә һәм Рәсәй тарафтарына юлланырға хыяллана. Думаның халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы, депутат Семен Багдасаров был халыҡҡа гражданлыҡ биреп, Себергә урынлаштырырға тәҡдим иткән....

… Башҡорт атлы «арыҫлан»
Рубрикалар // 19-11-2011, 13:17


(«Арыҫлан» телетапшырыуын ҡарағас)
Борон-борон заманда, кәзә – прапорщик, ә һайыҫҡан генерал булған ваҡытта (бала саҡ әкиәттәре ошолай башлана торғайны түгелме?) башҡорт ир-егеттәре осрашһа, үҙ-ара нимә тураһында һөйләшкән икән? Хәл-әхүәл һорашҡандары аңлашыла. Ә артабан? Шул хаҡта уйланғанығыҙ булманымы? Әйҙәгеҙ, күҙ алдыбыҙға килтереп кенә ҡарайыҡ әле. Бер нисә минутҡа ғына....

Тәүәккәлләп, фаразлап ҡарағыҙ!
Конкурстар // 19-11-2011, 13:16


Тәүәккәлләп, фаразлап ҡарағыҙ!
Уңыш – һирәктәргә генә йылмая торған төшөнсә. Ғәҙәттә, маҡсатына ирешеүсән сәмселдәр, тырыштар арбаһын үҙ итә торған нәмә ул. Әммә бәхеттең көтмәгәндә һинең ишегеңде лә шаҡыуы ихтимал. Быны үҙ миҫалығыҙҙа иҫбатларға теләһәгеҙ, беҙҙең гәзит үткәргән матур конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. «Йәшлек»-фараз» конкурсының уҡыусылар ара­һында популярлығы, халҡыбыҙҙың дәртле-ҡомарлы бу­лыуы бәйгенең дауам ите­үен талап итә. Гәзит уҡыу­сыларыбыҙ яҡшы белә: башҡа йылдарҙа ла «Йәш­лек» был уйынды үткәреп, уның еңеүселәренә ат, иген, таҡта, ҡиммәтле көнкүреш техникаһы бүләк иткәйне. Ҙур ғына суммала аҡса алып һөйөнгәндәр ҙә булды. Һуңғы бәйгебеҙҙә еңеүсенең йортона барып гәзит коллективы өмәлә ҡатнашты, ауылына барып, билдәле йырсылар ҡатнашлығында концерт ойоштороп та ҡайтты....

Тиңһеҙ батырлыҡтары онотолмай
Рубрикалар / Хәтер // 19-11-2011, 13:15


Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарында илебеҙҙең азатлығын һаҡлауҙа һәм фашистик Германияны еңеүҙә Башҡортос­тан халҡының өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостандан 700 мең кеше яуға оҙатылған. Фронт һыҙығында үҙҙәренең ҡаһарманлыҡтары менән айырылып торған, Волга­нан Эльбаға тиклем данлы юл үткән легендар 112-cе (16-сы гвардия) Башҡорт атлы дивизияһының исеме лә тарихта алтын хәрефтәр менән яҙылған....

Һайланып һаҙға батмайыҡ
Рубрикалар // 19-11-2011, 13:14


йәки Һайлауҙарға барайыҡ, кәрәклеһен һайлайыҡ
Һайлауҙар осоро етһә, власҡа ынтылыусы сәйәсмәндәр, улар төҙөгән фиркәләр араһында электорат, йәғни быға тиклем бер кемгә лә кәрәге булмаған ябай халыҡтың тауышы өсөн ҡаты көрәш башланып китә. Фирҡәләр исемлеге буйынса һайлау­ҙы әүәлге депутаттар «ҡапсыҡтағы бесәй­ҙе һайлау» ти торғайны. Һайлауҙарҙа ҡатнашыу тупһаһы юҡҡа сығарылғас, әлеге Дәүләт Думаһы депутаттары үҙҙәре генә бер-береһен һайлаһа ла, тупһаһыҙ ишектән кеше артынан эйәргән һауа менән бүлмәгә килеп ингән ҡош мамығы кеүек «елп» итеп кенә үтеп китерҙәр ине....

Көҙгө кеүек буласаҡ
Новости // 19-11-2011, 13:13


2011 йылда Башҡортостанда төпкөл ауылдарҙы ҙур ҡалалар, район үҙәктәре менән бәйләгән яңы һигеҙ автомобиль юлы барлыҡҡа килде. Был юлдарҙың нисә саҡрымға һуҙылғанлығы ла иғтибар үҙәгендә түгел, иң мөһиме − яңы юлдар төпкөл урындарҙы тышҡы донъя менән бәйләй. Быға тиклем ҡайһы бер ауылдарға ямғыр яуғанда, йә көрт баҫҡанда ҙур ауырлыҡ менән генә барып етеп булған. Ҡай- саҡ студенттар йәки ҡунаҡҡа килгән кешеләр ҡышҡыһын аҙналар буйы ауылдан сыға алмай этләнгән....

«Аҡ торна» конкурсы тамамланды, еңеүселәр билдәләнде!
Конкурстар // 19-11-2011, 13:13


Төрки телле шиғри әҫәрҙәрҙе тәржемә итеүселәрҙең «Аҡ торна» халыҡ-ара конкурсы (ул быйыл апрелдә иғлан ителгәйне) шиғриәт һөйөүселәрҙең киң ҡатламын төрки телдәр ғаиләһенә ингән телдәрҙең береһендә, әйтәйек, азербайжан, алтай, башҡорт, ғағауз, долган, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡарасай-балҡар, ҡырғыҙ, Ҡырым татарҙары, ҡумыҡ, нуғай, татар, тофалар, тува, төрөк, төркмән, үзбәк, уйғыр, урум, хакас, сыуаш, шор, яҡут телдәрендә яҙылған әҫәр­ҙәрҙең рус телендәге тәржемәһе менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM