НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Пособие көткәнсе, аҡса тап!
Рубрикалар // 7-02-2011, 13:40


Бала аҡсаһына йән аҫраған атайҙың намыҫы бармы?
Балалы өйгә күстәнәс­һеҙ инерһеңме? Рес­пуб­ликабыҙҙың бигүк төп­көл дә булмаған ауылдарының береһендә йәшәүсе ғаиләгә барып ингәс, үҙемде эстән шулай тип әрләп алдым. Береһенән-береһе бәләкәй сабыйҙар ҡаршыма йүгереп сыҡҡан өсөн генә түгел, ә үтә баҙнатһыҙ тойолған ғаиләгә ниндәй ҙә булһа шатлыҡ бүләк итеү теләгенән.
Йорттоң тупһаһын аша атлап үтеүем редакцияға төбәп яҙылған хатҡа ла, бүтән мөрәжәғәткә лә бәйле түгел ине. Шул тиклем иҫке, емерелеп барған өйҙә күп балалы ғаилә йәшәй, тигәндәрен ишетеп, ҡыҙыҡһыныуҙан шаҡыным ишектәрен. Ҡоймаһыҙ хужалыҡты, тупһа алды мал тиҙәге, һалам-бесән ҡалдығы менән тулы булыуын күргәс тә күңелгә, йорт хужалары, күрәһең, ныҡ ялҡауҙыр, тигән шик төшкәйне. Дөрөҫ булып сыҡты....

«Халҡыбыҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәһен»
Махсус бит // 5-02-2011, 13:25


«Халҡыбыҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәһен»«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында рәйес булып эш башлауым бик яуаплы мәлгә тура килде, сөнки Өсөнсө ҡоролтайҙан һуң бихисап эш, бурыс, маҡсат бар. Башҡортостан үҙе лә яңыса йәшәй, йәғни етәкселек алмашынған осор, тимәксемен. Хәҙер беҙгә, бөтә башҡорт ойошмаларын берләштереп, конструктив рәүештә бер фекерҙә булыуҙы яйға һалырға кәрәк», – ти Илгиз Зәмфир улы Солтанморатов. Ул әлеге вазифаһына үтә яуаплы ҡарай һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә өлгө, тәжрибә алырлыҡ аҡһаҡалдарыбыҙ барлығына ҡыуана. Йәш ғалим, ишле ғаилә башлығы, әле утыҙы ла тулмаған етәксе йәмәғәт ойошмаһының абруйын һаҡлау, баһаһын күтәреү өсөн бар көсөн һаласағын ышаныслы әйтә. Уның менән әңгәмәбеҙ, башлыса, ҡоролтай эшмәкәрлеге менән башланһа ла, донъяуи хәлдәрҙе лә, йәшәйеш мәсьәләләрен дә ситләтеп үтмәне....

Халыҡ радиоһы
Новости / Мәҙәниәт // 5-02-2011, 13:21


2010 йылдыœ февралендº «Ашšа´ар» радиоžы асылƒас, таƒы бер милли канал барлыҡҡа килеүгә шатланып, уны бик šы´ыšžынып тыœлай башланыš. Бер йыл эсендº ул ү´ен бик матур итеп халыššа танытып та µлгµр´µ. Башта йышлыšтарын күп кешегº табыу мµмкинлеге юšлыƒы хºүефлºндерº ине. Әммº «Ашšа´ар» бер ´º туšтамай, тºүлек ºйлºнºžенº эшлºй, тыœлаусылары кµндºн-кµн арта ƒына бара. Эфир киœлектºрендº күп тармаšлы, тºрºн мºƒºнºле, халыšта иленº, теленº, мº´ºниºтенº ихтирам уятырлыš радио эшлºүенº šыуанысыбы´ хаттин ашšан. Диктор´ар´ыœ о¾та, дµрµ¾, матур º´ºби телдº žµйлºүе, ƒалимдар, я´ыусылар, артистар, тµрлµ µлкºлºге белгестºр´еœ сыƒыштары, šы´ыšлы тапшырыу´ар иƒтибар´ы йºлеп итº. Шуƒа ла «Ашšа´ар» бе´´еœ µй´ºргº, күœелдºргº алšынып килеп инде лº, унда о´аššа урынлашты....

Мәктәбемде төштәремдә күрәм
Новости / Мәғариф // 5-02-2011, 13:17


Ярты быуат... Илле йыл ғүмер! Ул замандарҙа тантаналы теҙелеү, һуңғы ҡыңғырау кеүек байрам атрибуттары юҡ ине әле. Ләкин мәктәп һабаҡтарын үтеү, синыфташтарың, уҡытыусыларың менән хушлашыу тормошоңдоң тәүге этабына нөктә ҡуйыу тип ҡабул ителә алалыр....

Сәләмәтлек йөҙҙә сағыла
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-02-2011, 13:16


Ғәҙәттә, һәр гүзәл заттың иртәһе битен тәрбиәләүҙән – крем һөртөп, макияж һалыуҙан башланһа, кис уны йыуыу, битлек эшләү менән тамамлана. Бит тиреһе, ҡышҡы һыуыҡта тиҙ генә ярылып барғанлыҡтан, айырыуса һаҡсыл тәрбиә талап итә. Шунлыҡтан бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ....

Эпидемия
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-02-2011, 13:13


ЭпидемияГрипп – көслө йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул һап-һау кешене лә аяҡтан йығыуы менән ҡурҡыныс. Бөгөн, сиргә бәйле, күп кенә төбәктәрҙә карантин иғлан ителгән. Бер беҙҙә генә түгел, сиктәш Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Удмурт, Татарстан республикаларында ла шул уҡ хәл. Был мәкерле сир йәшен, ҡартын һайламай.
Республиканың баш ҡалаһында ғына вируслы инфекция менән ауырыусы 13 мең кеше теркәлгән. Сирләүселәрҙең дүрттән өс өлөшөн уҡыу­сылар тәшкил итә. Йөҙҙән ашыу кеше инфекция дауаханаларына һалын­ған. Ә республика буйынса мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, 35 мең кеше киҫкен респиратор ауырыу һәм киҙеү менән ауырыған, уларҙың 68 проценты –14 йәшкә тиклемге балалар....

«Ҡара уны, кире әйләнеп ҡайтыуым да бар»
Махсус бит // 5-02-2011, 13:05


Сабырлыҡ төбө – һары алтын да...

– Минең кеүек оло ҡатынға кем ҡараһын инде? Кемгә кәрәгем бар? – Мәрйәм апай­ға (исеме үҙгәртеп алынды – авт.) илле һигеҙ йәш. Юҡҡа ғына ул үҙенә шулай артыҡ талапсан – бик һөйкөмлө, мөләйем ҡатын. Ыҡсым кәүҙәһенә нимә кейһә, шул килешә. Тауышы ла яғымлы....

Хужа беҙҙең арала
Конкурстар // 5-02-2011, 11:55


Яңыраҡ ошо исемле конкурсыбыҙҙы башлап ебәргәйнек. Һәр ауылдың, һәр төбәктең үҙ Хужа Насретдины, үҙ Ерәнсә сәсәне, үҙ Үлмәҫбайы бар бит инде. Ауыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, лаҡаптар хаҡында был бәйге. Тәүге мәҙәктәр килде лә инде. Тағы ла ебәрегеҙ. Хаттарығыҙға «Хужа беҙҙең арала» тигән тамға ҡуйырға онотмағыҙ!
Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк. Ғинуар айында «Йәшлек» гәзитенең логотибы төшөрөлгән футболка менән үҙенең «тоҙһоҙ» мәҙәктәре менән көлдөргән дә, аптыратҡан да Рахман ЯҠУТҒӘЛИЕВ бүләкләнә. Ҡотлайбыҙ....

Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!
Конкурстар // 5-02-2011, 11:54


Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!Шунан, йәмәғәт, ҡаҙ ите тәмле булдымы? Был һыуыҡта килешкәндер майлы һурпа. Яуаптар төрлө һәм ҡыҙыҡлы. «Йәшлек» әҙерләгән китап менән шәрә ҡаҙҙар тураһында әсе яуап яҙған Рәйес БАЙГИЛДИН (Стәрлебаш районы) бүләкләнә.
Оҙаҡламай Ватанды һаҡлаусылар байрамы етә. Шул темаға һеҙҙең иғтибарға – мәҙәк һүрәт, яуап кәрәк....

Йондоҙнамә 7-13 февраль
Рубрикалар // 5-02-2011, 11:49


Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Уңышлы осор дауам итер. Дүшәмбелә яҡшы кәйеф һәм ыңғай яңылыҡтар көтә. Был арала абруйлы кешеләр менән аралашыуығыҙ ихтимал. Ниндәйҙер етди ҡағыҙҙар менән бәйле эш тиҙ генә хәл ителер....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM