НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 12-11-2011, 12:35


Президент Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһында «Яңы 2012 йылды байрам итеү тура­һында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитетының составы раҫланды. Уға район һәм ҡала хакимиәттәре, профсоюздар һәм башҡа йәмәғәт берекмәләре менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, ауыл, ҡала майҙандарында Яңы йылды байрам итеүгә арналған карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар һәм башҡа саралар ойоштороу бурысы йөкмәтелде....

Һөйләшеүҙә халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән мәсьәләләр күтәрелде
Новости / Башҡортостан // 12-11-2011, 12:23


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәсетле райо­нында республиканың Бала­ҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыу үткәрҙе.
2011 йылға йомғаҡ яһап, Рөстәм Зәки улы һөҙөмтәләрҙең насар булмауын билдәләп үтте: республика буйынса сәнәғәт етештереүе күләме 10 процентҡа артҡан, һалым түләүҙәр буйынса ла план үтәлгән, 10 – 12 млрд һум күләмендә тағы ла өҫтәмә килем көтөлә, 1,4 млн квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, ауыл хужалығы өсөн дә йыл уңышлы булған....

Ҡайҙалыр эш юҡ, ҡайҙалыр эшселәр етмәй
Новости / Башҡортостан // 12-11-2011, 12:22


9 ноябрҙә Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Мәсетле районында булды. Бында ул Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы мебель фабрикаһына туҡталып, предприятиеның етештереү күләме, әҙер продукция өлгөләре, уларҙың сифаты, эшселәрҙең эш шарттары һәм эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. 2010 йылда предприятиеның етештереү күләме 22 млн һум тәшкил иткән, эшселәрҙең уртаса эш 10 мең һумға тиң. Әле иһә производствоны киңәйтергә һәм яңы эш урындары булдырырға йыйыналар....

Республика башлығы драматург Нәжиб Асанбаевты 90 йәше менән тәбрикләне
Новости / Мәҙәниәт // 12-11-2011, 12:21


Республика башлығы драматург Нәжиб Асанбаевты 90 йәше менән тәбрикләне
Ошо көндәрҙә билдәле драматург, Баш­ҡортостан Республи­ка­һының халыҡ яҙыу­сыһы Нәжиб Асан­баев 90 йәшен билдәләне. Әҙиптең оло юбилейы айҡанлы республикала бихисап сара уҙғарылды. Ә баш ҡалала 2 − 8 ноябрҙә театр фестивале үтте. Уның сиктәрендә Өфө сәхнәләрендә Нәжиб Асан­баевтың драмалары ҡуйылды. Әйтергә кәрәк, был сараларҙы халыҡ яратып ҡабул итте. Нәжиб Асанбаевтың геройҙары тормошҡа яҡын, шуның өсөн дә тамашасылар уларҙы үҙ итә. Башҡорт дипломаты Кәрим Хәкимов һәм билдәле ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмышы беҙҙең башҡорт театрын бар донъяға билдәле итте....

Туғандар менән – видео аша
Новости // 12-11-2011, 12:20


Заман технологиялары аралашыуға бәйле яңынан-яңы алымдар тәҡдим итә. Хәҙер һәр кеше, ҡайҙа барһа ла, яҡындары менән бәйләнештә була. Хәрбиҙәр һәм әрмеләгеләр өсөн дә яҡшы яңылыҡ бар − улар интернеттан видеотерминал аша туғандары менән аралаша аласаҡ.
Махсус ҡорамал синхрон рәүештә видеоконференция алып барырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ һалдаттар электрон почтаны ла файҙалана ала. Әлбиттә, был бушлай түгел, әммә хаҡтар ташламалы буласаҡ, тип ышандыралар Үҙәк хәрби округында. Тиҫтәләгән терминал Башҡортостанда, Ырымбур, Һамар, Ульяновск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайындағы хәрби частарҙа урынлаштырыласаҡ....

Буласаҡ эшҡыуарға ярҙамға
Новости // 12-11-2011, 12:19


Ноябрҙең һуңғы ун көнлөгөндә үҙ эшен асырға теләүселәргә сираттағы дәрестәр бирелә башлаясаҡ. 21 ноябрҙә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса БР дәүләт комитеты «Баштехинформ» менән берлектә «Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре» курсы аса.
Исеменән үк күренеүенсә, уҡырға килеүселәргә бухгалтерия иҫәбе алып барыу, бизнес-план төҙөү, маркетинг, туристик предприятие ойоштороуға ҡағылышлы дәрестәр биреләсәк. Был юлы курсҡа Благовар, Бүздәк, Кушнаренко райондарынан, Өфөнән өлкән курс студенттары, эшһеҙҙәр, эштән ҡыҫҡартылыу алдында тороусылар, былтыр-быйыл ғына үҙ эшен асыу­сылар йә эш башлау буйынса субсидия рәүешендә ярҙам алыусылар саҡырыла....

Әкиәт илендә
Рубрикалар // 12-11-2011, 12:18


Әкиәт илендә
Ҡурсаҡтар − беҙҙең бала сағыбыҙҙың сағыу иҫтәлеге. Улар бәхетле мәлгә, әкиәт иленә әйҙәгән һымаҡ. Бер аҙға ғына онотолоп, шул серле донъяға инеп сумғы, хыяллан­ғы, әкиәт геройҙары менән бергә йүгереп уйнағы, ҡурсаҡтарҙы кейендерге, сәсен үрге, бишек йырын көйләп йоҡлатҡы килә. Тик ул саҡтар күптән артта ҡалған, кире әйләнеп ҡайтмаҫ бала саҡ иленә китеп юғал­ған. Шулай ҙа иҫтәлектәр менән генә булһа ла сабыйлыҡҡа әйләнеп ҡайтырға була. Мәҫәлән, БР Милли музейында ҡурсаҡтар донъяһына саҡырыусы «Әкиәт иленән» тип аталған күргәҙмәгә барып....

«Тура бәйләнеш»
Рубрикалар // 12-11-2011, 12:17


«Тура бәйләнеш»
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев: «Һәр кем тауыш бирергә килһен, үҙенең ил киләсәгенә битараф түгеллеген күрһәтһен»
4 декабрҙә буласаҡ РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға һанаулы көндәр ҡалды. Әле сәйәси сараны ойоштороусыларҙың да, кандидаттарҙың да ҡыҙыу эш мәле. Шул уҡ ваҡытта һайлаусыларҙың да һорауҙары байтаҡ. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы тап уларға ярҙам итеү маҡсатында «тура бәйләнеш» үткәрҙе. Халыҡ менән телефон аша комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев аралашты. Шулай уҡ һорауҙарға уның урынбаҫары Нәйлә Алтынова һәм комиссия секретары Лариса Долматова ла яуап бирҙе....

Хаҡтар көн дә үҙгәрә
Рубрикалар // 12-11-2011, 12:13


Әле шундай ваҡыт − күпләп мал һуйыр­ға иртәрәк, ә инде баҡсаларҙан йәшелсә-емеш йыйып алынып, үҙеңдән артҡаны һатылып бөткән тиерлек. Баҙарҙа йөрөһәң, хаҡтар иткә лә, үҙебеҙҙә үҫкән йәшелсәгә лә саҡ ҡына булһа ла төшкән һымаҡ тойола. Һатыусылар әйтеүенсә, республикабыҙҙа ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләре баш ҡалабыҙ баҙарҙарындағы хаҡтарға йоғонто яһамай ҡалмай. Халыҡ сифатлыраҡ һәм арзаныраҡ аҙыҡ-түлекте тап йәрминкәләрҙән күмәртәләп алырға тырыша. Һөҙөмтәлә Өфөнөң ҙур баҙарҙары ла йәрминкәләргә яраҡлашырға мәжбүр.
Түбәндәге таблицала хаҡтар...

Аҡыл һәм гүзәллек өлгөһө
Рубрикалар // 12-11-2011, 12:13


Утыҙын да тултырырға өлгөрмәгән Розалия Шәрәфуллина – иҡтисад фәндәре кандидаты
Аҡыл һәм гүзәллек өлгөһө
Талантлы кешеләр күп был донъяла, аҡыллы һәм матурҙар ҙа етерлек. Әммә бер үк кешелә әллә күпме матур сифат тупланған осраҡтар һирәгерәк, ундай кешеләр менән аралашыу үҙе бер тормош мәктәбенә тиң. Розалияны ла һирәк осрай торған, был донъяның бер генә үҙгәрешенә лә битараф ҡала алмаған һәм төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тип билдәләргә була. Ҡайҙа ғына күрмәҫһең был ҡыҙҙы − фәнни конференциялар­ҙың да, дискотекаларҙың да, төрлө хәйриә акцияларының да уртаһында ҡайнап ҡына түгел, уларҙы ойоштороп та йөрөй. Беҙҙең өсөн ысын дуҫ булһа, студенттары өсөн принципиаль уҡытыусы, әсәһе һәм тормош иптәше өсөн аҡыллы һәм иң яҡын кеше, йәмғиәтебеҙ өсөн әүҙем, тулы ҡанлы тормош алып барған йәш белгес....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM