НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 84(2011) » Страница 3

БРОНХИТ – үпкә ауырыуҙарына юл
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 11:00


Көҙ үҙ хоҡуғына инде. Уның артынан оҙаҡламай һыуыҡ ҡыш та килеп етер... Тын алыу системаһы ауырыуҙары, атап әйткәндә, бронхиттан яфаланыусылар өсөн миҙгел алмашыныуы, һалҡын мәл − еңел булмаған осор. Әгәр ҙә үҙ хәлеңде ҡайғыртып тормаһаң, тиҙ генә ауырып китеү, өҙлөгөү ихтималлығы ҙур.
Саң, бысраҡ һауа, токсик парҙарҙы һулау ҙа бронхылар ауырыуына килтерә. Шулай уҡ һыуыҡ тейҙереү, киҙеү йәки вируслы респиратор ауырыуҙан, тын алыу юлдары инфекцияларынан (гайморит, ринит, фарингит) һуң өҙлөгөүҙән ошо сир башланырға мөмкин. Тәмәке тартыу бронхит барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тағы ла арттыра. Никотин төтөнө тын алыу юлдарын ағыу­лап ҡына ҡалмай, күҙәнәктәрҙең функцияһын да үҙгәртә....

Киҙеү ҡурҡыта
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 10:59


Һалҡындар башланыу менән тағы ҡурҡыта. Киҙеү аяҡтан йыҡмаһа ярар ине, тип хафаланып торабыҙ. Яҡында­рым, бигерәк тә бәләкәс туғандарымдың һаулығы өсөн борсолам. Медицина алға китһә лә, һаман да ошо сир юҡҡа сығарылмай. Бер нисә йыл элек «сусҡа киҙеүе» тип ҡотто алғайнылар...
Нимә ул киҙеү? Ғөмүмән, ул нисек барлыҡҡа килә? Быйыл ул ниндәй булыр?...

Йәшел дарыухана
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 10:57


Дегәнәккә – дан!
Ҡыҙым дерматиттан йонсоно. Уны иптәшем менән төрлө дауаханаларға күп йөрөттөк. Ниндәй генә май-дарыуҙар ҡулланып ҡараһаҡ та, ярҙам итмәне. Танышымдың кәңәше менән түбәндәге ысулды ҡулландыҡ. Ит турағыстан йәш дегәнәкте үткәреп, һутын ҡыҙымдың яраларына һөртөп сыҡтым. Ике аҙна тигәндә, уның тәне таҙара башланы. Бына шундай үҙе арзан, үҙе шәп сара!...

Ҡолаҡ өсөн гимнастика
--- // 22-10-2011, 10:56


Күк барабаны

Был күнегеү ҡытайҙарҙың традицион гимнастикаһына ингән. Ул ишетеү функцияһын һаҡларға ярҙам итер, ҡолаҡҡа ҡаты бул­ғандарҙың хәлен яҡшыртыр.
Күнегеүҙе иртәнсәк эшләргә кәрәк. Ҡолағығыҙҙы усығыҙ ме­нән ҡаплағыҙ. Бармаҡтары­ғыҙ­ҙың остары соңҡа һөйәгенә те­йеп торһон. Шунан өс бармағығыҙ менән башығыҙға һуғып алығыҙ. Ҡолағығыҙҙа барабан тауышына оҡшаған тауыш ишетелер. Усы­ғыҙҙы ҡолағығыҙға ныҡ итеп тейҙерегеҙ ҙә, ҡапыл тартып алығыҙ. Ҡолаҡ тишектәрен бармаҡтарығыҙ менән өс тапҡыр ышҡығыҙ. Һәр күнегеүҙе 12 тапҡыр ҡабатларға....

“Ә? Нимә тинең?..”
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-10-2011, 10:52


йәки Ҡолаҡтарың ауыртһа, табипҡа йүгер!
“Ә? Нимә тинең?..”
Радио-телевизорҙың тауышын нығыраҡ аса башланығыҙмы? Әңгәмәсегеҙ бик әкрен һөйләгән кеүекме? Әгәр ҙә һорауҙарға “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, тиҙ арала отоларингологҡа күренегеҙ. Ул һеҙҙең ишетеү юлдарын тикшереп, диагноз ҡуйыр....

Йешәнек беҙ был ерҙә
Рубрикалар // 22-10-2011, 10:50


Йешәнек беҙ был ерҙә
Беҙ, бер төркөм бала-саға, ҡарағай ултыртырға тип, ҡарт урмансы артынан эйәреп, ауылдан биш саҡрымдағы йылға буйына килеп еткәндә, төш етергә байтаҡ ваҡыт бар ине әле.
Кисеүҙе сығып, иҫке юл менән аҙ ғына аҫҡараҡ төшкәс тә ҡарт йылға буйындағы яңғыҙ ҡайын янында арыҡ атын туҡтатты. Уның менән ултырып килгән кәшәүәр (ашнаҡсы) апай арбалағы кәрәк-яраҡтарын ағас төбөнә ташыны. Ҡарт атын туғарып, тышап ебәрҙе лә:...

Ҡар йылыһы
Конкурстар // 22-10-2011, 10:48


Юлға төшөп алғас, шофер ҡыҙ яғына күҙ һирпеп алды ла:
– Исемең Гөлбикә шикелле, һылыу. Исемең дә үҙең кеүек матур икән. Ҡайһы яҡтанһың, әгәр сер булмаһа? – тине.
Ҡыҙҙың йөҙөнә еңелсә генә алһыулыҡ шәүләһе һирпелде.
– Тыуған яғым бынан күренмәй. Исемем Гөлбикә кеүек матур ҙа түгел. Гөлбәҙәрмен.
– Ул исемдә лә гөл исеме бар бит. Барыбер матур. Үҙең кеүек.
– Рулдәге егеттең дә исеме барҙыр? – тип көлөмһөрәп ҡуйҙы ҡыҙ....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM