НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 8(2011) » Страница 2

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 1-02-2011, 11:02


30 ғинуарҙа көндөҙгө 1-се ун минутта Белорет районында, Ин­йәрҙән 15 саҡрым алыҫлыҡта, Төлмәй станцияһы эргәһендә тимер юл составы рельстан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә бер нисә вагон түңкәрелгән, улар араһында нефть продукттары тейәлгән цистерналар ҙа була. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса аварияға бер вагондың рамы һыныуы сәбәпсе....

һәр ваҡыттағыса, шартлы өс йыл
Рубрикалар // 1-02-2011, 11:01


Донъяңдың аҫтын-өҫкә әйләндергең килһә, маймылдың ҡулына граната тоттор, тиҙәр. Йәмәғәт тәртибен һәм именлеген, кеше хоҡуҡтарын һаҡлатҡың килһә, власты уның мөмкинлектәрен үҙ файҙаһына ҡулланырға яратҡан ошондай иҫәргә бир икән....

«Халыҡтар дуҫлығында – Башҡортостандың берҙәмлеге»
Рубрикалар // 1-02-2011, 11:01


Ашот МУРАДЯН, Башҡортостан Республикаһы әрмәндәренең «Севан» милли-мәҙәни үҙәге президенты:
– «Севан» милли-мәҙәни үҙәгенең төп бурысы – халыҡтар дуҫлығын нығытыу. Ошо ниәттә Башҡортостандың төрлө ҡалаларында әрмән диаспораһы ҡатнашлығында милли байрамдар ойошторола. Йыл һайын Мәскәү һәм Ереван ҡалаларында үткән Бөтә донъя конгресында ҡатнашабыҙ. 2001 йылда Өфөлә йәкшәмбе мәктәбе асыуға ирештек, милли бейеү ансамблебеҙ эшләй. Әрмәнстан менән Башҡортостан араһында иҡтисади-сауҙа бәйләнеше булдырылған. Әрмәнстан вәкилдәренең республикаға йыш ҡына рәсми сәфәрҙәре ойошторола. Башҡортостанда әрмән кухняһына ныҡлы өҫтөнлөк бирелгән. Баш ҡалала үткәрелгән милли кухнялар конкурсында гел призлы урындар яулайбыҙ. Өфөлә ун биштән ашыу кафебыҙ эшләй. Улар: «Отдых», «Ясная поляна», «Ахтамар», «Жемчужина», «Урал», «Арагац» һәм башҡалар.
Республикала үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ихлас ҡатнашабыҙ, башҡорт милли байрамдарына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәниәтенә хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Башҡортостанда йәшәүсе әрмәндәр төбәкте үҙенең икенсе тыуған иле һанай, урындағы халыҡ менән татыу һәм килешеп йәшәргә ынтыла....

Милиция ла күҙәтеү аҫтында
Рубрикалар // 1-02-2011, 11:00


Эске эштәр органдарында үткәрелгән реформаларға бәйле, Башҡортостан милицияһының һаны былтыр 12,7 процентҡа ҡыҫҡартылһа, быйыл тағы ла 10 процентҡа кәметелеүе көтөлә. Иң беренсе сиратта вакантлы тип һаналған вазифалар бөтөрөлһә, һуңғыһында үҙенең эшендә закон боҙған хеҙмәткәрҙәр эшен юғалтҡан....

ДАИ хеҙмәткәрҙәренә – офицер погондары
Новости // 1-02-2011, 10:59


Техосмотр функцияһы элеккесә ЮХХДИ идаралығы иңендә ҡала. Был турала БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдер­ҙе....

Рухиәткә һалым булырмы?
Новости / Иман // 1-02-2011, 10:57


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында Рәсәй мосолмандары диниә назаратының баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин Башҡортостанда рухиәт фонды булдырырға тәҡдим итте. Уның фекеренсә, фонд ярҙамында мәсеттәрҙе, православие ҡорамдарын, башҡа шундай биналарҙы төҙөргә, төҙөкләндерергә мөмкин буласаҡ. Фондты БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет янында төҙөү һәм уның өсөн рухилыҡҡа махсус һалым һалыуҙы индереү зарур.
– Бындай һалым ниндәй дингә инаныуына ҡарамай һалынырға тейеш, шул иҫәптән атеистарға ла. Улар ҙа бит мәсет, сиркәү янынан үтеп, ҡарап-күреп, һоҡланып йөрөй, – тине Тәлғәт Тажетдин....

Ижад донъяһына ишектәр һәр саҡ асыҡ
Новости / Мәғариф // 1-02-2011, 10:50


Ижад донъяһына ишектәр һәр саҡ асыҡКүргәнегеҙ барҙыр: кескәй генә балаға ҡәләм тотторһаң, ул шунда уҡ телен арҡыры тешләп, алдында ятҡан ҡағыҙҙы сыймаҡлап бөтәсәк, аҙаҡ, дәртләнеп китеп, өҫтәлгә яҙа-һыҙа башлай, шуның менән хушһынмайынса, стенаға ла «шедевр»ҙарын яһап ҡуясаҡ. Был ғәжәп күренеш һәр беребеҙҙең һүрәт сәнғәтенә ынтылышын күрһәтә кеүек. Һуңынан, өлкәнәйә бара, күпселектең булмышында рәссам һүнеп юғала, ә даланлылар, һәләтен үҫтереп, ижад емештәрен башҡаларға өләшә, зауығыбыҙҙы арттыра, рухыбыҙҙы байыта....

Ахырызаман сәбәпсеһе – беҙ үҙебеҙ
Махсус бит // 1-02-2011, 10:49


Төйәк итмәй Күстәнемде һандуғас,
Ынйы-ысыҡ емелдәмәй таң тыуғас.
Кәкре лә ташлап ҡасҡан был яҡты,
Ҡарғаларҙың ҡарҡылдауы уятты....

Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәр
Новости / Мәғариф // 1-02-2011, 10:44


Мәғрифәтсе рухына тап төшөрмәйҙәрХеҙмәт юлымдың бер өлөшөн балалар менән эшләүгә бағышлаған­ғамы, берәй ҡалаға йәки районға командировкаға сыҡһам, шундағы мәктәпкә һуғылмай китмәйем. Әле лә шулай, Күмертауға барғанымда, ҡаланың Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбенә юлландым. Тәүге тапҡыр был уҡыу йортонда “Йәшлек”тең бер төркөм журналисы, Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары ме­нән берлектә, 1997 йылда булғайныҡ. Урындағы башҡорт милли хәрәкәте ағзаларының, алдынғы ҡарашлы ата-әсәләр­ҙең ғәҙел талабына ҡаршы тора алмай, ҡала хакимиәте етәкселәре асырға мәжбүр булғайны уны. Милли мәғарифты үҫтереүгә, республикабыҙ ҡалаларында һәм райондарында башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәр асыуға тос өлөш индергән Мөхәммәт ағай Исҡужиндың ярҙамы ҙур булғайны был белем усағын ойошторғанда ла....

«Моң» студияһынан – яңы дискылар
Новости / Мәҙәниәт // 1-02-2011, 10:43


«Йәш йүнәлеш» йәштәр йыйынтығы сыҡты. Ул – МР-3 форматында. Диск «Йәш йөрәктәр» һәм «Йәш йүнәлеш» төркөмдәренең берҙәм эшен сағылдыра. Унда Радик Юлъяҡшин, Dany, Zindan, Илгиз Абдрахманов һәм бүтән йәш йырсыларҙың йырҙары тупланған. «Музыкаль фишка», «Моңдаръя» МР-3 дискылары ла йәштәрҙең күңеленә хуш килер. «Йондоҙло футбол» йыйынтығы республикабыҙҙың төрлө йәштәге халҡы яратып тыңлаған йырҙарҙан тора. Унда Өфөнөң «Динамо» стадионында журналистар менән ярышып футбол уй­наған йырсы­лар­­ҙың шәп йыр­­ҙары туплан­ған. Шулай уҡ проекттың DVD-диск варианты ла бар.
Ғәзим Ильясов­тың «Бәхетлемен» тип исемләнгән альбомы һәм шундай уҡ исем аҫ­тында DVD-дискыһы донъя күрҙе....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM