НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Беҙ уларға оҡшарға тырышабыҙ
Рубрикалар // 8-10-2011, 12:47


Беҙ уларға оҡшарға тырышабыҙ
Өлгөлө, татыу ғаиләләр илебеҙҙең ныҡлы нигеҙе, ышаныслы терәге булып тора. Уларҙың күплегенә шөкөр итергә генә кәрәк. Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылынан бергә тормош ҡороу­ҙарына 50 йыл тулыуын билдәләүсе Мәрғүбә һәм Мөхтәр Са­фиуллиндар – тап шундай матур парҙарҙың береһе....

Замандаштарым һынатманы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 8-10-2011, 12:46


Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә икән. Әле генә беҙгә егермешәр йәш ине, ә хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуалайбыҙ. Беҙгә, оло быуын кешеләренә, ас­лыҡ-яланғаслығын да, төрлө сә­йәси-иҡтисади үҙгәрештәр­ҙе лә күп күрергә тура килде.
Минең тәүге геройым, Белорет районының Манышты ауылында тыуып үҫкән Нәфисә Шаһалова ла кесе йәшенән үк нужа һурпаһын күп татый. Уның атаһын, “халыҡ дошманы” мөһөрөн тағып, Себергә оҙаталар. Әсәһе береһенән-береһе бәләкәй балалар менән тороп ҡала, уларҙың иң олоһона 12 генә йәш була. Ҡатын Инйәр урман хужалығында эшләй, бар хәленсә балаларының тамағын туйҙырырға тырыша. Ул заманда репрессияға эләккән кеше­ләр­ҙең ғаиләһенә бөтөнләй икенсе ҡараш була. Балаларға яҡшылап белем алыу форсаты ла теймәй....

Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй
Рубрикалар // 8-10-2011, 12:44


йәки Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған Урал Таймаҫов, фермерлыҡ эшенә тотоноп, ауылын тергеҙергә ярҙам итә
Ят ярлыҡамай, үҙеңдеке үлтермәй
Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылы халҡы ла республикалағы, тотош Рәсәйҙәге үҙгәрештәрҙән ситтә ятып ҡала алмай – бында ла ауыл хужалығы тармағы бөлгөнлөккә төшә. Юлбарыҫ ауылы бүлексәһе лә, башҡа йөҙәрләгән колхоз-совхоз бүлексәләре кеүек, яйлап ҡына ташландыҡҡа әүерелер ине лә, әммә, бәхеткә күрә, ошо ауылда йәшәүсе бер ир ваҡиғаларға үҙгәреш индереп ебәрә......

Һәләтле уҡыусыларға – Президент стипендияһы
Новости / Башҡортостан // 8-10-2011, 12:43


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2011 – 2012 уҡыу йылында айырыу­са һәләтле уҡыусыларға Баш­ҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһын тәғәйенләү тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, айлыҡ стипендиялар уҡыуҙа, ижади эшмәкәрлектә, спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән дөйөм белем биреү һәм махсуслаштырылған мәктәптәрҙең һәләтле уҡыусыларына тапшырыласаҡ....

Салауат Ғайсинға – юғары награда
Новости // 8-10-2011, 12:33


Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың Указы менән дәүләт, производство һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә индергән ҙур өлөшө, башҡа өлкәләрҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Салауат Ғайсин Почет ордены менән бүләкләнде.
Салауат Ғайсин – «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә нигеҙ һалған шәхес, Учалы районы егете. Ул бик күп китап яҙған, төрлө темаларға арналған фәнни эштәре халыҡҡа хеҙмәт итә. Орден эйәһе меценат булараҡ та билдәле....

Байрам көндәрендә йәрминкәләргә рәхим итегеҙ!
Новости // 8-10-2011, 12:33


Байрам алдынан баш ҡаланың 20 майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.
Йәрминкәлә республиканың 40 райо­нының ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Улар баш ҡала халҡына ит, һөт, картуф, йәшелсә-емеш, бал, он, ярма, кондитер изделиелары һәм башҡа аҙыҡ-түлек тауарҙары тәҡдим итәсәк.
Йәрминкәләр ике көн дауамында Өфө ҡалаһының һәр районында үтәсәк....

Субсидия бирелә
Новости // 8-10-2011, 12:31


Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына субсидия биреү өсөн документтар йыя башланылар. Был сара эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында ҡабул ителгән республика программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында башҡарыла....

Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә – 81,8 миллион һум
Новости / Башҡортостан // 8-10-2011, 12:30


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов күрһәтмәһе буйынса 6 октябрҙә ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса муниципаль берәмектәргә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылған. Был маҡсатҡа республика бюджетынан муниципаль район хакимиәттәренә 81,8 млн һум аҡса бүленгән.
– Ябай кешеләрҙең проблемалары ябай нәмәләр­ҙән башлана: урамдарҙың яҡтыртылмауы, емерек ҡоймалар һ.б. – ти Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һәр район­ға ошондай бәләкәй генә проблемаларҙы хәл итеү өсөн бер нисә миллион һум аҡса бүләбеҙ. Был эште ай-ай ярым эсендә атҡарып сығырға кәрәк. Ауылдарҙың, ҡасабаларҙың һәм ҡалаларҙың тышҡы йөҙөн матурайтырға тейешбеҙ....

Яңы балалар баҡсаһы асылды
Новости // 8-10-2011, 12:26


Өфө ҡалаһының Калинин райо­нында 107-се балалар баҡсаһы республика көнө алдынан кескәй­ҙәр өсөн ишеген асты. Яңы балалар баҡсаһына 155 бала йөрөйәсәк.
Заманса мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү учреждение­һында кескәйҙәр өсөн бик һәйбәт шарттар тыуҙырылған: матур уйынсыҡтар менән байытылған уйын бүлмәләре, балаларға йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, спорт уйындары уйнау, гимнастика эшләү өсөн музыка һәм спорт залдары бар. Бынан тыш, заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған медицина кабинеты ла булдырылған. Был − Өфө ҡалаһында быйыл төҙөлгән бишенсе балалар баҡсаһы. Йыл аҙағына тиклем тағы шул тиклем балалар баҡсаһын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 8-10-2011, 12:26


Аптыратты...
Был аҙнала беҙҙе...
Киевтағы ҙур зоопаркта һуңғы ваҡытта хәлдәр үтә лә ҡатмарлашты.
Ундағы йәнлек һәм йыртҡыстар күмәкләп ҡаса башлаған. Етмәһә, бер йыл эсендә был паркта фаунаның 70 вәкиле үлгән....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM