НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 4-10-2011, 12:26


Торлаҡ төҙөлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән республика программаһына ярашлы, быйыл 60 мең квадрат метр социаль торлаҡ төҙөләсәк. БР Торлаҡ төҙөлөшө фондының генераль директоры Р. Ноғо­манов белдереүенсә, социаль торлаҡ Баҡалы, Нуриман, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарында төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Киләһе йылда 17 ҡала-районда социаль торлаҡ төҙөлөшө башланасаҡ....

Мөхәббәт хаҡына
Әҙәбиәт // 4-10-2011, 10:25


Бер ваҡыт бай егет менән ярлы ҡыҙ бер-береһенә ғашиҡ була һәм мөхәббәттә аңлаша.
– Мин һине яратам, – ти егет.
– Мин дә, – ти ҡыҙ.
– Тик беҙ бер ваҡытта ла өйләнешә алмаясаҡбыҙ, – ти егет....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 4-10-2011, 10:24


Бай ҡарт, ҡарсығы үлеп бер ай ҙа үтмәй, йәш кенә кәләш ала һәм буласаҡ кәләшенә:
– Ҡәҙерлем, һине алдан уҡ һаулығымдың бик шәптән булмауы хаҡында иҫкәртеп ҡуйғым килә. Миндә хроник гастрит, бауырым, бөйөрөм насар, йөрәгем һәр саҡ тиерлек үҙен һиҙҙертеп тора,– ти.
– Ә нимәң юҡ? – ти ҡыҙ....

Дилә Йәнтүрина: «Бары тик алға барам»
Конкурстар // 4-10-2011, 10:23


Дилә Йәнтүрина: «Бары тик алға барам»
Мин Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Сибай педагогия колледжын тамамлағандан һуң, әле БДУ-ның Сибай филиалының технология факультетында уҡып йөрөйөм. Кейем тегеү менән мауығам. Хыялым − үҙ ательемды асыу....

Октябрь
Рубрикалар // 4-10-2011, 10:21


Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Октябрь
5 – Уҡытыусылар көнө.
9 – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәр­ҙәре көнө.
11 – Башҡортостан Респуб­ликаһы көнө....

Ләйлә – донъя чемпионы!
Новости / Спорт // 4-10-2011, 10:20


Ләйлә – донъя чемпионы!
15 − 18 сентябрҙә Аргентинаның Мендоза ҡалаһында кунг-фу (ушу) буйынса 13-сө донъя чемпионаты үтте. Бындай ҙур спорт сараһы тәүге тапҡыр 1987 йылда Лос-Анджелес ҡалаһында уҙғарылған. Билдәле булыуынса, Баймаҡтың “Барс” көнсығыш ҡул һуғышы алымдары клубында шөғөлләнеүсе Ләйлә Гаджиева быйыл майҙа Мәскәү ҡалаһында ушу буйынса үткән ярышта Рәсәй чемпионы титулына лайыҡ булғайны. Шуға күрә ул Аргентинала илебеҙ намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм еңеү яуланы!...

Нимәлер булды юлаевсыларға…
Новости / Спорт // 4-10-2011, 10:20


Нимәлер булды юлаевсыларға…
Аҡса тигән төшөнсә КХЛ-да юҡҡа сығып бара, буғай. Хәҙер байы ла, уртаса хәллеһе лә бер үк һөҙөмтә күрһәтеп, командалар тигеҙләнеп бөтөп бара. Был, бер яҡтан, һәйбәт күренеш. Тик ниңә шул тиклем аҡсаны елгә осорорға? Һүҙ, әлбиттә, һуңғы арала һүлпән уйыны менән көйәрмәндәрен аптыратҡан «Салауат Юлаев» командаһына ҡағылһа ла, башҡа хәлле клубтар ҙа үҙ уйынын таба алмай интегә. Шул уҡ ут күршебеҙ «Аҡ барс», «Металлург» (Мг.) хоккейсылары әлегә үҙ-ара килешә алмай йонсой. Уҙған турҙа тәүгеһе «Югра»нан өҫтәмә ваҡыттың һуңғы секундында гол үткәртеп, отолһа, Магнитогорск уйынсылары «Нефтехимик»ҡа 1:3 иҫәбенә еңелде. Ситтәгеләрҙе «сәйнәп», өфөләрҙе аҡлағандан түгел. Улар ҙа айырым «тәнҡит»кә лайыҡ....

Һай, көслөһөң дә, Башҡортостан студенты!
Новости / Спорт // 4-10-2011, 10:18


Илшат Әхмәтханов менән Кристина Самойлова – донъя чемпиондары
Һай, көслөһөң  дә, Башҡортостан студенты!
Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының 4-се курс студенты Илшат Әхмәтханов 16 – 19 сентябрҙә Нью-Йорк ҡалаһында гер күтәреү буйынса донъя беренселегендә ҡатнашты. Унда 12 илдән спорт командалары йыйыла. Илшат был чемпионатта илебеҙҙең намыҫын лайыҡлы яҡланы. Ул – үҙ категорияһында абсолют чемпион. Ошо уҡ уҡыу йорто студенты Кристина Самойлова ла үҙ категорияһында еңеүсе исемен яулай. Әйтергә кәрәк, Рәсәй йыйылма командаһы Америкала яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Һөҙөмтәлә кубок улар ҡулына күсә....

“Яҡшы уҡытыусы – ул бер үк ваҡытта педагог та, психолог та, артист та…»
Новости / Мәғариф // 4-10-2011, 10:17


“Яҡшы уҡытыусы – ул бер үк ваҡытта педагог та, психолог та, артист та…»
Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән сағынан уҡ Илгиз Мусин тел, милләт киләсәге өсөн янып-көйә ине. Егеттең үҙ киләсәген нәҡ уҡытыусылыҡҡа бағышларына шик юҡ ине. Әле ул Октябрьский ҡалаһының 4-се башҡорт һәм 2-се гимназияларында башҡорт теленән уҡыта.
Үҙ һөнәре тураһында йәш белгес ғорурлыҡ менән:...

Уҡытыусыны бөгөн нимә борсой?
Новости / Мәғариф // 4-10-2011, 10:15


Мәғариф министры Әлфис Суфиян улы Ғаязов менән «тура бәйләнеш»тә бөгөнгө мәктәптең, уҡытыусыларҙың проблемалары күтәрелде
Уҡытыусыны бөгөн нимә борсой?
Уҡытыусы – уҡыусыларҙың юлбашсыһы, кәңәшсеһе һәм яҡын дуҫы, халыҡтың ышанысы, йәмғиәтебеҙҙең таянысы. Улар балаларҙы ғына түгел, халыҡты үҙҙәренең артынан эйәртер ҙур көскә эйә. Балалар яҙмышын ғына түгел, йыш ҡына мөһим ижтимағи һәм сәйәси эштәрҙе лә уларға ышанып тапшыралар. Илебеҙ тормошондағы яуаплы һәм һынылышлы осорҙа гел уҡытыусыларға мөрәжәғәт итәләр, уларға таяналар....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM