НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Күршеләрҙә башҡорт икмәген бешерәсәктәр
Рубрикалар // 1-10-2011, 10:41


Татарстандың икмәк бешереүселәре башҡорт икмәге менән ҡыҙыҡһына башлаған. Улар Башҡортостанда етештерелгән икмәк төрҙәрен өйрәнмәксе.
Күрше республиканың икмәк заводтары һәм комбинаттары етәкселәре һәм технологтары беҙгә тәжрибә уртаҡлашырға килеп, боронғо башҡорт рецептары буйынса бешерелгән икмәктең киң ассортиментын күреп, хайран ҡалды. Һөҙөмтәлә улар ҡайһы бер технологияларҙы үҙҙәрендә лә файҙаланырға ҡарар итте.
Башҡорт икмәге йыл аҙағында уҡ күрше республиканың сауҙа селтәренә сығарыласаҡ....

Ял көндәре буласаҡ
Новости // 1-10-2011, 10:41


РФ Юғары суды Башҡортостандағы мосолман байрамдары − Ҡорбан байрамы һәм Ураҙа ғәйетен байрам көндәре булараҡ календарҙан алып ташлау тураһындағы ҡарарын туҡтатты.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов та: «РФ Юғары судын, РФ суд производствоһы системаһын хөрмәт итеүемә ҡарамаҫтан, РФ Юғары судының дини байрамдарҙы ял көндәре булыуҙан туҡтатыу тураһындағы ҡарарын Башҡортостанда йәшәүсе ике миллиондан ашыу мосолман халҡының хоҡуҡтарын сикләү тип иҫәпләйем», − тип белдергәйне. Дүшәмбелә республика парламенты Юғары суд президиумына ғариза менән мөрәжәғәт итте....

Күп балалы ғаиләләргә – бушлай ер
Новости // 1-10-2011, 10:40


28 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тура­һында» Башҡортостан Республи­каһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы Законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балаһы булған ғаиләләр, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе граждандар шәхси йорт төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер алыу хоҡуғына эйә....

Иң яҡшы райондарға – гранттар
Новости / Башҡортостан // 1-10-2011, 10:40


Башҡортостанда иң яҡшы муниципалитеттарға күп миллион һумлыҡ гранттар бирелә. Әле үк 200 млн һумлыҡ гранттар тапшырыла башланы ла инде. Был сумма бер йылға иҫәпләнгән, һәр квартал һайын йомғаҡтар яһала....

Фәнни үҫешкә бер аҙым
Новости / Мәғариф // 1-10-2011, 10:36


Фәнни үҫешкә бер аҙым
Ҡасандыр фән һәм юғары техник ҡаҙаныштар державаһы һаналған илебеҙ XX быуаттың һуңғы йылдарында был тәңгәлдә ҡеүәтен юғалта барҙы. Хәҙер дәүләттең фәнгә ҡарата йәнә иғтибары артыуы һөйөнөслө. Яңы-яңы фәнни асыштар ил иҡтисадын юғары кимәлгә күтәрер, тигән ышаныс бар. Кешелек, ваҡыт әйҙәүенә эйәреп, хыялдарын тормошҡа ашыра башлар....

«2012 йылда пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы 5220 һум тәшкил итәсәк»
Новости // 1-10-2011, 10:33


Башҡортостанда “Оло йәштәге кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреү” программаһы эшләй. Уның сиктәрендә ”2011 – 2013 йылдарҙа ололар өсөн халыҡ университеты” һәм “2012 – 2014 йылдарҙа БР граждандарының айырым категорияһына теш протезлау өсөн социаль ярҙам” маҡсатлы программалары әҙерләнгән.
– Ошо көндәрҙә хаҡлы ялдағылар һәи инвалидтар өсөн ”Социаль туризмды үҫтереү” программаһы эшләнде. Ғариза яҙып өлгөргәндәр ял итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Путевкаларҙың һаны сикле. Уларҙың дөйөм хаҡының 30 процентын ғына түләргә кәрәк. Турҙар республика, ил һәм донъя буйынса, – тине БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова....

Маҡсаттар йыһанға олғаштырһын!
Рубрикалар // 1-10-2011, 10:33


Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика фе­дерацияһы президенты Владимир Коваленок етәкселегендәге делегацияның Башҡортостанға эш сәфәре тамамланды.
Мәскәү ҡунаҡтары Өфөлә әллә күпме сарала ҡатнашып, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр менән әһәмиәтле осрашыуҙар уҙғарҙы. Йыһан һәм уның менән бәйле бөтә нәмә лә кешеләрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йыһан карабындағы йәшәү шарттары, уларҙың нисек эшләнеүе, иң матур планеталар, Ер шарының йыһандан нисек күренеүе хаҡында кемдең генә белгеһе килмәһен инде?!...

Мәләүез районында – «Берҙәм Рәсәй» көндәре
Новости // 1-10-2011, 10:32


Берҙәм Рәсәй көндәрен асыу тантанаһы Ергән ауылында үтте. Был көндә ауыл үҙенең 240 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Юбилей менән ҡотлап, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Кон­стан­тин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ән­үәр Мәхмүтов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин ауыл мәҙәниәт йорто, мәктәп, балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы коллективтарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Ошонда уҡ «Бер­ҙәм Рәсәй» партияһы призына район велосипед уҙышына старт бирелде....

Президент менән күҙгә-күҙ ҡарашып
Новости / Башҡортостан // 1-10-2011, 10:31


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Республика етәксеһе менән осрашыуға Өфө, Мәләүез, Сибай, Салауат ҡалаларынан туғыҙ кеше килде.
Президент алдында улар көнүҙәк һәм мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Атап әйткәндә, Өфө ҡалаһындағы Затон баҙарын һаҡлап алып ҡалыу, Сибай ҡалаһында балалар художество мәктәбе өсөн яңы бина, Мәләүездә спорт комплексы төҙөү, Өфөнөң Калинин районындағы Максимовка ҡасабаһын төҙөкләндереү, Ишембай районында балыҡсылыҡты үҫтереү һ.б....

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһе үҙәккә ҡуйылды
Новости / Башҡортостан // 1-10-2011, 10:31


Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин етәкселегендә Волга буйы федераль округы инновация һәм инвестиция йәһәтенән үҫтереү буйынса Һарытауҙа үткән кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда төбәктәргә инвесторҙарҙы йәлеп итеү, инвестиция проекттарын тормош­ҡа ашырыу өсөн иҡтисади климат булдырыу мәсьәләләре ҡаралды. Рәсәй төбәктәрендә транспорт инфраструктураһын камиллаштырыу мәсьәләләренә лә ҙур иғтибар бирелде....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM