НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 76(2011) » Страница 2

МӘМБӘТ ҺЫНСЫ ЮРАУЫНЫҢ ЮШ КИЛГӘНЕ
Рубрикалар // 27-09-2011, 11:22


Яңы коллегам
1971 йылдың көҙө. Үҙ ауылымдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡытып ятҡан сағым. Берҙән-бер көндө почтальон “ҡала-ара телефонға саҡырталар” тигән ҡағыҙ тоттороп китте. Һөйләшәйем тип, иң яҡын элемтә бүлеге урынлаш­ҡан Яңы Монасипҡа барып, телефон мөштөгөн ҡулыма алһам, сымдың арғы осонан таныш тауыш:
– Сәләм, Әхмәт! Киленгә, әсәйеңә, балаларыңа кафедралағы ағай-эненән суҡ-суҡ сәләм! – тине лә, эшлекле тонға күсте. – Бында бер малай аспирантураға үтә алманы. Давай, һин кил. Урын яна бит....

Берҙәм дәүләт имтихандары – студенттарға?
Новости / Мәғариф // 27-09-2011, 11:20


Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре БДИ-ға күнегеп тә өлгөрмәне, илебеҙ хөкүмәте юғары уҡыу йорттарында яңы берҙәм дәүләт имтихандары индереү хаҡында уйлай ҙа башланы. Уны студенттарға күнегелгән дәүләт имтиханы урынына тапшырырға тура киләсәк. Ул халыҡ-ара ТOEFL һәм GRE моделендә буласаҡ. Юғары иҡтисад мәктәбе сығарылышы был яңылыҡ менән танышҡас, яңы тәжрибә бөтә Рәсәйҙә таратыла башлаясаҡ....

Үҙен ҡыйыу фекерле ысын журналист итеп танытты
Конкурстар // 27-09-2011, 11:20


Үҙен ҡыйыу фекерле ысын журналист итеп танытты
Йылдағыса, быйыл да Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр бик көслө, араларында утыҙ-ҡырҡ йыл журналист йөгөн тартыу­сылар бар. Ошондай «иң-иң»дәр араһынан бары өс кешене һайлап алыу, ай-һай, еңелдән булмаясағы асыҡ....

«Берҙәм Рәсәй»ҙең съезында 11 мең делегат ҡатнашҡан
Новости / Рәсәй // 27-09-2011, 11:19


«Берҙәм Рәсәй»ҙең съезында 11 мең делегат ҡатнашҡан
Билдәле булыуынса, үткән аҙнала «Берҙәм Рәсәй» партияһы XII съезын уҙғарҙы. Уның һөҙөмтәләре буйынса 600 кеше РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар исемлегенә индерелгән (исемлек 80 төбәк төркөмөнә бүленгән).
Улар араһында Башҡортостандан 18 кандидат күрһәтелгән. Исемлектә БР Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфө мэры Павел Качкаев, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары Зөһрә Рәхмәтуллина, Әнүәр Мәхмүтов, әлеге РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Иршат Фәхретдинов, Сәлиә Мырҙабаева, Павел Крашенинников, Марсель Йосопов, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов, «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Виктор Климов, «Росатом» дәүләт корпорацияһының генераль директоры урынбаҫары Владимир Поцяпун, БДУ-ның Сибай институты ректоры Зиннур Йәрмөхәмәтов, Паралимпия чемпионы Рима Баталова бар....

Табиптар ҙа алдашамы ни?
Новости // 27-09-2011, 11:18


Өфөнөң Калинин район суды стоматология клиникаһы табибының биш ҡырын эшен асыҡлаған.
Тикшереүҙәр һәм суд асыҡлауынса, теш протезы ҡуйыусы табип үҙ клиенттарының ҙур ғына суммалағы аҡсаһын (11 пациент уға 182 мең һум аҡса тапшырған) үҙләштергән: йәнәһе, был аҡсаны ул стоматологик материалдар алыуға тотонасаҡ.
Үҙ ғәйебен таныған табипты шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Өҫтәүенә, ул аҡсаны хужаларына кире ҡайтарып бирәсәк....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 27-09-2011, 11:17


Алтын муйынсаҡҡа һалым?!
Донъя яңылыҡтары
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры В. Путин байҙарҙан мөлкәт өсөн айырым һалым түләтмәксе.
Иҡтисадсылар фа­раз­ла­уынса, был алкоголгә, тәмәкегә, бензинға, ювелир изделиеларына, яхталарға һәм ҡиммәтле автомобилдәргә ҡағыла.
Әлеге 13 процентлыҡ һалым донъяла иң түбәне. Ә һалым ғәҙел булырға тейеш, тигән фекерҙә Путин. Илдә етеш йәшәүселәр һаны арта, шуға ла ҡиммәтле машиналар, алтынға ла өҫтәмә акциз һалынасаҡ....

Башҡорт шағирәһе халыҡ-ара хазар шиғриәте кисәһендә ҡатнашты
Новости / Мәҙәниәт // 27-09-2011, 11:16


Фәрҙәнә Ғөбәйҙуллина Төркиә Республикаһының Элязыг өлкәһе хакимиәте ойошторған XIX халыҡ-ара хазар шиғриәте кисәһендә ҡатнашты.
Кисә танылған төрөк шағиры, Төркиәнең милли гимны авторы Мехмет Акиф Эрсой иҫтәлегенә арналды.
Сара программаһына автографтар көнө, күргәҙмә асыу, таныштырыу экскурсиялары һәм концерт индерелгән....

Йыһангирҙар – Башҡортостанда
Новости / Башҡортостан // 27-09-2011, 11:16


Кисә Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Рәсәй Космонавтика федерацияһы делегацияһы килде. Уны ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың осоусы-космонавы, авиация генерал-полковнигы, профессор, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленко етәкләй....

Төрөк ҡалаһында Ғабдулла Туҡай урамы бар
Рубрикалар / Хәтер // 27-09-2011, 11:15


Төркиәнең Тарсус ҡалаһында Ғабдулла Туҡай бульвары асылды. Уны асыуҙа Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының халыҡ-ара ТӨРКСОЙ ойошмаһындағы вәкиле Әхәт Сәлихов менән Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Лилиә Саттарова ҡатнашты.
Былтыр бында ТӨРКСОЙ инициативаһы буйынса бер урамға башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың исеме бирелгәйне....

Благовещен арматура заводы юбилейға әҙерләнә
Новости // 27-09-2011, 11:14


Быйыл Благовещен арматура заводы үҙенең 255 йыллығын билдәләйәсәк. Заводҡа нигеҙ һалыусы һәм уны төҙөүсе Матвей Мясниковҡа һәйкәл асыу тантанаһы матур байрамға әүерелде. Унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM