НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

МӘМБӘТ ҺЫНСЫ ЮРАУЫНЫҢ ЮШ КИЛГӘНЕ
Рубрикалар // 24-09-2011, 14:40


МӘМБӘТ ҺЫНСЫ ЮРАУЫНЫҢ ЮШ КИЛГӘНЕ
Күҙәткәнегеҙ бармы? Һин кемгәлер берәй нәмә хаҡында һөйләй башлауың була, ул, һине бүлдереп, шуға оҡшаш икенсе нәмәне һөйләй башлай. Йә киреһенсә була. Кемдер һиңә ниҙер һөйләй, ни яғы менәндер шуға оҡшашыраҡ икенсе нәмәләр хәтереңде тырнай башлағандай тойола. Әңгәмәсеңдең һүҙен бүлә килеп, шуны һөйләргә телең ҡысып ҡына тора. Шул тырнау, шул ҡысыуға түҙмәй, ауыҙыңды астыңмы – бөттө, китте, барҙы... Ни хаҡындалыр уҡып ултырғанда ла шулай була. Өр-яңы миҫал. “Башҡортостан” гәзитенең быйыл 20 сентябрҙә сыҡҡан 187-се һанында “Һоҡланырлыҡ ҡустым бар” тигән мәҡәлә баҫылғайны. Әле уҡырға ла тотонмағанмын, әммә уның башында уҡ урын алған күҙлекле уҙамандың портретына, авторының исем-шәрифтәренә күҙ һалыу менән үк башланды был кисереш....

Аҙна аптыратҡыстары
Новости // 24-09-2011, 14:36


Мәктәптәр ябыла... Мәктәптәр асыла?!

Рәсәйҙә тиҙҙән мигранттарҙың балаларына махсус мәктәптәр асылыуы мөмкин икән.
Бында йәш күсеп килеүселәр рус телен, тарихын, йолаларын өйрәнәсәк. Был хаҡта илебеҙҙәге Бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйы Павел Астахов белдергән. Европала һәм АҠШ-та ундай уҡыу учреждениелары бар, имеш. Эйе, Америка беҙгә һәр саҡ «өлгө»....

Илгә мигранттар кәрәк. бәлки, япондарҙы саҡырырғалыр?
Новости / Сәйәсәт // 24-09-2011, 14:35


Көтәбеҙ, йәмәғәт, көтәбеҙ, әбейҙәр сыуағын көтәбеҙ. Донъя яңылыҡтарына байҡау яһағанда беҙгә шул сыуаҡ етмәй. Һаман тәбиғәт катаклизмдары, самолеттар ҡолау, теракттар, ришүәтселек хаҡында бер өҙлөкһөҙ һүҙ алып барабыҙ ҙа баһа. Был күренештәр иһә күп һөйләгән һайын күбәйә, ахыры.
Нишләйһең, беҙҙе аптырашта ҡалдыра торған нәмәләр алда әллә күпмелер әле. Анауы илдән китеүселәрҙең артыуы ла ни тураһындалыр һөйләй бит. Федераль миграция хеҙмәтенең, ситкә халыҡ күп китә, тигәнен үткәндә әйтә биреберәк ҡуйғайным инде. Һуңғы өс йылда ғына илде бөтөнләйгә 150 меңгә яҡын гражданыбыҙ ташлап киткән. «Беҙгә иҡтисадты үҫтереү өсөн мигранттар килеүе талап ителә», – тигән, имеш, үрҙәге хеҙмәт директоры урынбаҫары Екатерина Егорова. Халыҡ китмәһен өсөн тырышыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Күбеһенсә элекке СССР республикаларынан – БДБ илдәренән киләләр. Тажикстан менән Ҡырғыҙстанда, мәҫәлән, ошо маҡсатта махсус рус телен өйрәнеү үҙәктәре асылған. «Көтәбеҙ» инде «белгес»тәрҙе. Һайлап-һайлап алырлыҡтары килерме икән? Ай-һай...
Һайлау тигәндән, беҙ 4 декабрҙә уҙасаҡ һайлауҙы ла көтәбеҙ....

Ихласлыҡ бөркөлөп торһон
Рубрикалар // 24-09-2011, 14:33


Ихласлыҡ бөркөлөп торһон Башҡортостан юлдаш телевидениеһы үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын гөрләтеп байрам итте. Кеше ғүмере менән сағыштырғанда, был бик аҙ ғына арауыҡ һымаҡ булһа ла, республикабыҙ тормошонда ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булғанын әйтеп тороу ҙа артыҡ. Хәҙер республикабыҙ халҡы тәүлегенә 18 сәғәт дауамында үҙ телевидениеһы тапшырыу­ҙарын ҡарай ала. Статистикаға баҡҡанда ла, ул республика халҡы өсөн, «Беренсе канал» һәм «Рәсәй» телеканалынан ғына ҡалышып, өсөнсө урында килә. БЮТ коллективы төрлө йәштәге, төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары булған һәр тамашасының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. Ул әленән-әле үҫә, үҙгәрештәр кисерә, һәр саҡ эҙләнеүҙәр юлында. Арзан сенсация артынан ҡыумауы, әхлаҡһыҙлыҡтан азат булыуы менән дә иғтибарҙы йәлеп итерлек. Донъя кимәлендә, илебеҙ буйынса яуланған бихисап ҙур наградалары ла быға асыҡ дәлил....

Балаларҙы күңелле аралашыу көтә
Рубрикалар // 24-09-2011, 14:32


Өфө ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Балалар үҫеш үҙәге асылды. Был – әлегә баш ҡалала инвалид балалар өсөн мәктәптән тыш өҫтәмә белем алырға мөмкинлек биреүсе берҙән-бер учреждение. Бында улар художество-эстетик, физкультура-спорт, ғилми-техник блоктағы программалар буйынса шөғөлләнә ала. Бүлмәләрҙә музыка, бейеү, һүрәт төшөрөү, актерлыҡ оҫталығы, сит телдәр, спорт менән шөғөлләнеү өсөн барыһы ла бар. Үҙәкте ойоштороусы – «Мәрхәмәт» шәфҡәтлелек фонды.
Фондтың президенты Айгөл Гәрәева һөйләүенсә, бында мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың талаптарын иҫәпкә алып капиталь ремонт үткәрелгән, махсус ҡорамалдар һатып алынған....

«Журналистика – халыҡтың рухи ҡәлғәһе»
Махсус бит // 24-09-2011, 14:25


йәки «һәр проблема ҡәләм оҫтаһының йөрәге аша үтергә тейеш»
«Журналистика – халыҡтың рухи ҡәлғәһе»
Күренекле публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Йәшлек» уҡыусыларының яратҡан журналисы Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ 15 сентябрҙә үҙенең 70 йәшлек юбилейын беҙҙең редакцияла билдәләне. Тыуған көнөндә ул «тура бәйләнеш»тә гәзит уҡыусылары менән осрашып, уларҙың ҡотлауҙарын да, теләктәрен дә ҡабул итте, һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Ике сәғәт ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалдыҡ. Шәп журналист ҡына түгел, шәп һәм йор һүҙле әңгәмәсе лә булып сыҡты ағайыбыҙ....

Көҙҙө нисек ҡаршылайһығыҙ?
Рубрикалар // 24-09-2011, 13:25


Көҙ үҙен ағас япраҡтарына ҡунған алтын төҫтәре менән әле бик белдерергә ашыҡмаһа ла, күңелдәргә килеп ояланы ла инде. Һалҡынса көндәре, күк йөҙөн ҡаплап алған, өҫтөбөҙгә ишелеп төшөр­ҙәй болоттары, әлдән-әле яуып торған ямғыры ла кешеләрҙең йөҙөнә үҙ эҙен һалған һымаҡ. Урамда йылмайып йөрөүселәрҙе һирәк осратаһың – ҡулсатырҙары аҫтына инеп боҫалар ҙа, шәп-шәп атлап, үҙ эштәре буйынса ашығалар. Ә шулай ҙа, көҙ – себеш һанар мәл, тибеҙ. Был миҙгелде нисек, ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ, йәй һеҙгә ниндәй уңыштар алып килде, тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек гәзит уҡыусыларға. Йылмайырға ла сәбәп юҡ түгелдер бит......

«Башҡортостан ҡәҙерле ватаныбыҙға әйләнде»,
Новости / Мәҙәниәт // 24-09-2011, 13:23


– ти республика украиндары
«Башҡортостан ҡәҙерле ватаныбыҙға әйләнде»,
Башҡортостанда Украинаның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Владимир Ельченко булып китте. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды....

Һөнәр оҫталары үҙ баһаһын алды
Рубрикалар // 24-09-2011, 13:22


Һөнәр оҫталары үҙ баһаһын алды
Өфөнөң «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда БР буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға 92 йыл тулыуға ҡарата Өфө гарнизоны полицияһының традицион парады уҙғарылды. Майҙан буйлап хәрби оркестр көйө оҙатыуы аҫтында тантаналы марш менән патруль-пост хеҙмәте, ОМОН, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, ЭЭМ-дың профессиональ әҙерлек үҙәге, 6795-се хәрби частың эске ғәскәрҙәре хәрбиҙәре, кинолог-полицейскийҙар, полиция кавалерияһы, Өфө мәктәптәренең профилле полиция синыфында белем алыусылар үтте. Парадта Башҡортостан полицияһының техник яҡтан әҙерлеген күрһәткән махсус бронетехника һәм авиатехника ла ҡатнашты....

Көньяҡ журналистары кәңәш ҡорҙо
Новости // 24-09-2011, 13:20


Ошо көндәрҙә Стәрлебаш ауылында көньяҡ төбәк журналистарының ижади семинары үтте. Уның эшендә БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов, Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марс Усманов, Башҡортостан Журна­листар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, көньяк төбәктә нәшер ителгән гәзиттәрҙең баш мөхәррирҙәре, журналистар ҡатнашты....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM