НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Килер быуындарҙы ла ҡыуандырып торһон!
Рубрикалар // 20-09-2011, 13:35


Торатау янында концерт-акция үтте
Килер быуындарҙы ла ҡыуандырып торһон!
Беҙҙең халыҡ, берәй проблема килеп тыуһа, тиҙ генә тоҡанып китә лә, бер аҙ ваҡыттан һыуына. Аҙаҡ, эш үткәс, терһәген тешләрҙәй була ла, мәгәр, кем әйтмешләй, яу үткәс, йоҙроҡ төйнәү менән ни файҙа?...

Өскөл хаттар тупланмаһы – оло хеҙмәт
Рубрикалар // 20-09-2011, 12:15


Бөйөк Ватан һуғышына арнап сығарылған «Аҡ аманат − һалдат хаттары» китабын ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым. Йыйынтыҡ үлемесле яу батырҙарынан ҡалған меңәрләгән өскөл фронт хаты нигеҙендә нәшер ителгән. Уның тормошта рухи-патриотик, тәрбиәүи әһәмиәте оло баһаға лайыҡ.
Күренекле журналист Фәрит Назар улы Вахитовтың бай тарихи сығанаҡтар тупланмаһынан торған китабын уҡып сыҡҡан һәр кем авторҙың ниндәйерәк дәрәжәле әһәмиәткә эйә, батырлыҡҡа тиң, һоҡланғыс эш башҡарыуын тойор....

Ауылдарҙы бүреләр баҫа?
Махсус бит / Проблема // 20-09-2011, 12:14


Ауылдарҙы бүреләр баҫа?
«Йәшлек» редакцияһы ҡунаҡтары араһында кемдәр генә юҡ! Йәше, ҡарты, дәғүәлеһе һәм тәҡдимлеһе, кәңәшлеһе һәм тәнҡитлеһе тиһеңме. Әммә беҙ һәр береһен дә ихлас ҡаршы алып, диҡҡәт менән тыңлап, һөйләшеп-кәңәшләшеп, ярҙам итерҙәй ерҙә ярҙамлашып, булышлыҡ итә алмаҫтай ерҙә, гәзиткә баҫып сығарһаҡ, бәлки, берәй йоғонтоһо булыр, тип уларҙың һөйләгәндәрен ҡағыҙға төшөрөп, тейешле органдар­ға юллайбыҙ....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 20-09-2011, 12:13


«Аҡыл аҡсала түгел, ә унһыҙ йәшәй белеүҙә».

* * *
Матур ҡатын-ҡыҙ – ир-атты, ә йәмһеҙҙәре ҡатын-ҡыҙҙы шатландыра....

Чемпионат ҡыҙа бара
Новости / Спорт // 20-09-2011, 12:12


Чемпионат ҡыҙа бара
КХЛ беренселеге башланыр алдынан Ярославлдең «Локомотив» командаһы менән булған һәләкәттән һуң, чемпионат яйлап үҙ көйөнә инә бара, буғай. Тәүҙәрәк осрашыуҙар көсөргәнешһеҙ үтһә, әле бына һуңғыларында сәмле көрәш рухы һиҙелә башланы.
«Салауат Юлаев» хоккейсылары өс уйынын үҙ майҙанында үткәрҙе. Башта «Атлант» клубын 5:3 иҫәбенә отҡас, улар билдәле «Аҡ барс» менән сәкәләште. Бына бында бер-береһен белгән, уйындары ҙур көсөргәнешлек менән үткән дәғүәселәр йәнә үҙ-ара көс һынашты. Икенсе яҡтан ҡарағанда, әлегә тиклем уларҙан башҡа бер команданың да Гагарин кубогын тотоп ҡарағаны юҡ....

Хыялдарға илтер һуҡмаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 20-09-2011, 12:10


Хыялдарға илтер һуҡмаҡ
Был донъяла һәр кемдең үҙ ҡиммәте. Кемдер туғандары менән аралашып, бергә-бергә йә­шәүҙән йәм таба, икенсе берәү күберәк мөлкәт туплап ҡалыу яғын ҡарай, өсөнсөләр дан-шөһрәт өсөн үҙен дә, ваҡытын да йәлләмәй. Шул рәүешле, һәр кем үҙ маҡсаттарын йүгәнләп, тормош һуҡмағын һүтә бирә. Ғүмер шулай үҙ яйы менән генә барыр тип уйлағанда яҙмыш ҡайһы берәүҙәргә ниндәй­ҙер яңылыҡ әҙерләп ҡуйған бит әле. Салауат Әбү­зәрҙең өр-яңы “Хазина” пьесаһы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры әҙерләгән спектаклдә (режиссеры – А. Йән­­бәков) төп герой Айбулаттың тормошо ҡапыл ғына ҡырҡа үҙгәрештәргә дусар була....

«Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»
Рубрикалар // 20-09-2011, 12:06


«Онотолмаҫ тәьҫораттар алдыҡ»
Үҙ «ҡаҙаның»да ғына ҡай­нап, камиллыҡҡа өлгәшермен тимә. Һәр һөнәр вәкиленә хеҙмәттәштәре менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу – фарыз күренеш. Был үҙ эшмәкәрлегеңә сит күҙлектән бағыу, анализлау һәм киләсәккә пландар билдәләү мөмкинлеге лә.
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ара­һында бындай осрашыу­ҙар йыш була. Ә бына уҙған аҙна аҙағында йәш журналистарҙың VIII республика фестивале үтте. Уны, сират буйынса, «Йәш­лек» гәзите редакцияһы ойошторҙо. Сараға республика, ҡала-район баҫмаларынан илленән ашыу журналист килгәйне....

Кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?
Новости / Мәғариф // 20-09-2011, 12:05


Кемдәрҙең эш хаҡы артасаҡ?
Нефтекама ҡалаһында үткән «Берҙәм Рәсәй» көндәрендә партия тәҡдим иткән биш яңы проектҡа старт бирелде. Улар халыҡтың социаль хәлен яҡшыртыуға, уҡытыусылар­ҙың эш хаҡын күтәреүгә, медицина ярҙамын тиҙләтеүгә йүнәлтелгән. «Мәғарифты модернизациялау» проектының республика буйынса координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова журналистар менән осрашып, «Берҙәм Рәсәй» тәҡдим иткән яңы проекттар менән таныштырып үтте.
Иң беренсе сиратта ул уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтелгән проектҡа туҡталды. Билдәле булыуынса, уҡытыусылар октябрҙән юғары эш хаҡы ала башларға тейеш. Ниндәй иҫәпкә, ни рәүешле күтәреләсәк һуң ул?...

Ташламаларҙан рәхәтләнеп файҙаланығыҙ
Новости // 20-09-2011, 12:02


Ташламаларҙан рәхәтләнеп файҙаланығыҙ
Айырым категория граждандары өсөн ҡала яны поездарына льготалар булған кеүек, яңы Өфө – Стәрлетамаҡ – Күмертау тиҙ йөрөшлө поезы пассажирҙарына ла ташламалар бар. Тиҙлек өсөн өҫтәп түләүҙәр ҡаралмаған, тип хәбәр итә «Башҡортостан ҡала яны пассажир компанияһы» йәмғиәте.
Ағымдағы йылдың 1 сентябренән 2012 йылдың 15 июненә тиклем ғәмәлдә булған 50 процент ташламаға түбәндәгеләр хоҡуҡлы:...

Туҡайға һәйкәл кәрәк
Новости // 20-09-2011, 12:01


Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре Өфөлә бөйөк Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу зарурлығын белдерә. Бер төркөм яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре БР Президентына ошондай мөрәжәғәт менән хат яҙған...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM