НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 7(2011) » Страница 4

Нефтекама автозаводы эшселәр йыя
Новости / Башҡортостан // 29-01-2011, 10:24


«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һуңғы ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр эшкә ҡабул итә башланылар. Был предприятиела етештереү күләменең артыуына бәйләнгән.
Тәүге ике аҙнала 130-ға яҡын кеше эшкә алынған. Заводҡа төп һөнәр эшселәре – иретеп йәбештереүселәр, станоксылар, слесарҙар ғына талап ителә. 1 мартҡа тиклем тағы ла 120-ләп кешене ҡабул итәсәктәр.
Етештереү күләмен арттырыу завод хеҙмәткәрҙәрен шатландыра. Ғинуарҙа 550 миллион һумлыҡ продукция сығарыу көтөлә – был 2010 йылдың ғинуарындағынан ике тапҡырға артығыраҡ....

Элекке Премьер-министр – «Электрозавод» йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле
Новости // 29-01-2011, 10:23


Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов «Электрозавод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Ул бөтә кимәлдәге власть структуралары алдында компанияның мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.
БР Хөкүмәтенең элекке Рәйесе менән «Электрозавод» йәмғиәте күптән хеҙмәттәшлек итә. Рафаэль Ибраһим улының туранан-тура ҡатнашлығында был компания Баш­ҡортостанда Европалағы иң ҙур трансформатор производствоһы – Өфө трансформатор заводын төҙөй һәм электротехник продукция сығарыуҙы тәьмин итеүсе «Электроаппарат» заводын яңырта башланы....

Ипотека кредитына мохтажлығығыҙ булһа
Новости / Башҡортостан // 29-01-2011, 10:22


Ипотека кредитына мохтажлығығыҙ булһаРеспублика йортонда БР Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Һаҡлык банкыһының Урал банкыһы рәйесе Владимир Черкашин менән осрашты.
– Беҙ Рәсәй Федерацияһының дүрт субъекты территорияһында – Башҡортостан Республикаһы, Свердловск, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә эшләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең республика Хөкүмәте, эшҡыуарҙары менән хеҙмәттәшлектә ҙур перспективалар күрәбеҙ. Ипотека кредитын үҫтереү тураһында ентекле һөйләштек. Ул халыҡҡа кредитҡа торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирер ине. Был торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыуға һәм кешеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ итәсәк. Ҡайһы бер инвестиция проекттары, предприятиеларҙы реконструкциялау буйынса әүҙем эш алып барабыҙ, – тип, Президент менән осрашыуҙан һуң үҙ пландары белән уртаҡлашты Владимир Черкашин....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 29-01-2011, 10:20


Өфөлә дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 34-се ултырышы башланды. Яҙғы сессияның беренсе пленар ултырышында депутаттар 40 мәсьәләне ҡарап, 30-ҙан ашыу закон проектын тикшерәсәк. Парламента­рий­ҙар алдында шулай уҡ республиканың һигеҙ суд участкаһының мировой судьяларын һайлау бурысы тора....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM