НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 67(2011) » Страница 4

Уңыш 1,6 миллион тоннанан ашты
Новости // 27-08-2011, 11:44


24 августа республика игенселәре ураҡ кампанияһының йәнә бер сиген үтте.
Иген культуралары майҙандарының яртыһы сабылған (820 мең гектар). БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, 776 мең гектарҙа ашлыҡ һуғылған. Планға ҡарата был – 47 процент. Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Саҡмағош һәм Шаран райондарында ураҡ бөгөн-иртәгә тамамлана.
Игендән тулайым йыйым быйыл 1,6 миллион тоннанан артып китте. Гектарынан уртаса уңыш – 20,9 центнер. Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары эшсәндәре һәр гектарҙан 30 центнерҙан ашыу уңыш ала. Дәүләт бураларына иң күп ашлыҡ һалыусылар – Стәрлетамаҡ районы хеҙмәтсәндәре (113,1 мең тонна)....

Дүртөйлөләр уңыш йыйыуға яуаплы ҡарай
Новости / Башҡортостан // 27-08-2011, 11:44


Дүртөйлө районының «Шишмә» тоҡомсолоҡ заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм «Танып» муниципаль унитар предприятиеһында – иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы урып йыйыуҙы тамамланылар, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән....

Президенттың рейтингы күтәрелә
Новости // 27-08-2011, 11:43


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәйҙең төбәк лидерҙары араһындағы рейтингы күтәрелеүен дауам итә.
Был «Независимая газета» заказы буйынса иҡтисади яңылыҡтар агентлығы менән ағымдағы йылдың июль айында үткәрелгән тикшереүҙәр йомғаҡтарынан күренә.
«Көслө һөҙөмтәлелек» номинацияһында төбәк лидерҙары исемлегендә Рөстәм Хәмитов Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев менән етенсе-һигеҙенсе урындарҙы бүлешә. Әгәр июндә Башҡортостан Президентының позицияһы 4,01 балл менән баһаланһа, июлдә 4,04 балға еткән....

Көньяҡ Урал райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫтереләсәк
Новости / Башҡортостан // 27-08-2011, 11:41


Башҡортостан Хөкүмәтенең 25 августағы ҡарары менән 2011 йылда Урал аръяғының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлығын үҫтерергә тейешле ярҙамсы программа раҫланды.
Төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уның социаль интеграцияһы өсөн уңайлы шарттар булдырыу программаның төп маҡсаты итеп билдәләнде....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM