НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 67(2011) » Страница 3

Беҙҙә блогерҙар әҙерләйәсәктәр
Новости // 27-08-2011, 12:35


Беҙҙә блогерҙар әҙерләйәсәктәр
Уның «Башҡортостан Республикаһы блогер­ҙары» тигән проектын тәҡдим ителгән бер нисә мең эш араһынан һайлап алалар.
– Быйылғы беҙҙең смена граждандар кампанияһын әҙерләүгә бағышланғайны. Унда Рәсәйҙең 40-тан ашыу ҡалаһынан ете меңдән ашыу йәш кеше ҡатнашты. Тәүге көндә үк беҙгә ҡыҙыҡлы проекттарҙы финанслау өсөн мөмкинлек буласаҡ тип әйттеләр. «Селигер»ҙа блок менән эшләүгә, социаль селтәрҙәргә ҙур иғтибар бирелә. Ошо тәжрибә проектымдың нигеҙе итеп алынырға тейешлеген аңланым, – тип һөйләй грант яулаған ҡыҙ....

Ҡан биреп, йән өрәләр
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-08-2011, 12:33


«Выбор» интерактив уҡыу-уҡытыу программалары үҙәгенең инициатив төркөмө Өфөлә онкологик сирле балалар өсөн ҡан йыйыу ойошторҙо
Ҡан биреп, йән өрәләр
Баш ҡалабыҙҙың әле бер, әле икенсе ерендә йыл әйләнәһенә аҡҡа ҡыҙыл менән «Станция переливания крови» тип яҙылған ҙур машинаны йыш осратырға мөмкин. Ғүмере ҡыл өҫтөндә торған кешене ҡотҡарырға әҙер торған изге күңеллеләр һәм йөрәклеләрҙең ваҡытын һаҡлар, мөмкинлеген яйлар өсөн был машина үҙе халыҡ араһына сыға. Сөнки ҡан бирергә теләүселәр­ҙең күптәре медицина учреждениеларына, ҡан биреү станцияларына эштән арына һалып бара алмай. Ә ҡаланың берәй майҙансығында урынлашҡан мобиль станцияға үтеп барышлай ҙа инеп, миһырбанлы йәнле һәр кеше ҡанға мохтаж булған ауырыу­ҙарға ярҙам итә ала....

«Әсәлек капиталы» тирәләй үҙгәрештәр
Новости // 27-08-2011, 12:32


Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәүсе һәм баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусы граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособиены тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланды.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пособие «Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Федераль закондың 6-сы статьяһында ҡаралған «әсәлек капиталы» күләмендә уллыҡҡа алынған һәр балаға түләнә....

Яңы сауҙа нөктәһенә рәхим итегеҙ!
Новости // 27-08-2011, 12:31


Яңы сауҙа нөктәһенә рәхим итегеҙ!
Федераль тәғәйенләнештәге Өфө − Магнитогорск оло юл трассаһы ҡайҙан башлана? Өфө күперенән, тиер күптәр. Юҡтыр. Минеңсә, береһенән-береһе «текә» «Касторама», «Ашан», «ИКЕА», «Леруа Мерлен», «Метро» сауҙа комплекстары урынлашҡан микрорайондан. Һуңғы йылдарҙа был микрорайон үҙе үк икенсе Өфөгә әйләнде лә ҡуйҙы. Ихаталарында ялтырашып теҙелеп киткән автомобилдәр сит ил магазиндары тауарҙарының ҙур һорау менән ҡулланылғанын дәлилләй. Икенсе яҡтан, һатып алыусылар­ҙы ла аңларға мөмкин: был магазиндарҙа йәнеңә теләгән һәр нәмәне таба алаһың. Кәрәк тауарыңды бөтә ҡала буйлап эҙләп сапҡансы, бер урында ғына алыуың уңайлыраҡ бит....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 27-08-2011, 11:48


Аптыратты...
Был аҙнала беҙҙе...
Иран Рәсәйҙе улар­ға С − 300 зенит-ракета комплекстарын һатыуҙан баш тартҡаны өсөн халыҡ-ара судҡа бирмәксе.
«Ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең быға тиклем дуҫтарса булыуын иҫәпкә алғанда, Тәһран властарының был аҙымы бик аптыратты», − тиҙәр беҙҙең Сит ил эштәре министрлығында. Эш шунда: 2007 йылда уҡ ракеталарҙы һатыу тураһында килешһәләр ҙә, уны бойомға ашырып өлгөрмәйҙәр, былтыр БМО-ның Именлек Советы Иранға ҡарата бер нисә санкция индергәндә «ҡара исемлек»кә тап ошо С−300 зенит-ракеталары ла эләгә. БМО ҡарарына ҡаршы килеп булмай ҙа инде. Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Мәхмүт Реза Саджади фекеренсә, был суд, киреһенсә, Рәсәйгә файҙа килтерәсәк. Килешеү бит Именлек Советы резолюцияһынан күпкә алда төҙөлгән. Шулай ҙа ирандарҙың суд юлын һайлауы ғына аңлашылмай....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 27-08-2011, 11:47


Башҡортостан Президенты указы менән республиканың ике уҡытыусыһына «Башҡортостан Рес­публикаһының халыҡ уҡытыу­сыһы» тигән исем бирелде. Был маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусылар баш ҡала мәктәптәрендә эшләй. Флүзә Ғәлимова 5-се дөйөм белем биреү лицейында башланғыс синыфтарҙы уҡыта, ә Нина Ускова – 60-сы лицей­ҙың математика уҡытыусыһы....

Бөтә Рәсәй «Һөтлө ил – 2011» фестивале Өфөлә үтәсәк
Новости // 27-08-2011, 11:46


Рәсәйҙәге был тәүге ҙур һөт байрамы Башҡортостанда 3 сентябрҙә асыла.
Фестивалде үткәреү урыны итеп Өфө осраҡлы ғына һайланмаған. БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эре мал һаны һәм һөт етештереү буйынса бөгөн республикабыҙ Рәсәйҙә беренсе урында тора....

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә – 4 миллиард һум
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 27-08-2011, 11:46


Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға 4 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.
2 миллиард һумдан ашыуырағы Федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан күсерелгән. Ҡалған аҡсаны төбәк өсөн Башҡортостан Республикаһының Территориаль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бүлгән. Алынған аҡсаның ҙур өлөшө һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға, медицина ярҙамын күрһәтеүҙең федераль стандарттарын ҡулланылышҡа индереүгә тотоноласаҡ....

«Айһылыу»ҙа – башҡорт төркөмө
Новости / Мәҙәниәт // 27-08-2011, 11:45


Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы «Айһылыу» балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асылды, тип хәбәр итә шул төбәктәге яҡташтарыбыҙ.
Был ваҡиға Яр Саллыла йәшәүсе башҡорттар өсөн генә түгел, ә Башҡортостандағы йәмәғәтселек өсөн дә әһәмиәтле. Әлеге ҡалала 13 меңдән ашыу милләттәшебеҙ көн итә. Төркөм 25 балаға иҫәпләнгән, унда тәрбиәләнеп сығыусылар­ға ҡалалағы башҡорт мәктәбендә уҡыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, башҡорт төркөмө Башҡортостан менән Татарстан араһындағы фәнни-техник, социаль һәи мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы асылды. Тантаналы байрамда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты делегацияһы башҡорт төркөмөнә музыкаль үҙәк, башҡорт телендә китаптар бүләк итте. Әле БР Мәғариф министрлығы ярҙамы менән Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында «Айһылыу»ҙағы төркөм өсөн тәрбиәселәр курсы ойоштороу мәсьәләһе хәл ителә....

Бишҡурайҙар данлыҡлы осоусыны онотмай
Новости // 27-08-2011, 11:45


Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Илеш районының Бишҡурай урта мәктәбенә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исеме бирелде.
Был мәктәп юҡҡа ғына һайланмаған – данлыҡлы осоусы башланғыс белемде тап ошонда алған. Үткән быуаттың 70-се йылдарында иҫке бина урынына яңы мәктәп һалынған, әле унда йөҙҙән ашыу бала уҡый. Билдәле шәхестең музейы ла булдырылған, бюст ҡуйылған, киләһе йылда Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы мәктәптә капиталь ремонт та бара....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM