НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 65(2011) » Страница 4

Беҙгә ҡунаҡҡа немецтар киләсәк
Новости / Башҡортостан // 20-08-2011, 09:34


23 августа ГДР-ҙың Оберхаузен ҡалаһынан йәштәр делегацияһы Халыҡ-ара «MULTI» программаһы сиктәрендә Өфөгә килә. Уларҙың сәфәренең маҡсаты – йәштәр сәйәсәте өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, йәштәр сәйәсәте һәм балаларҙың, йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары буйынса органдар вәкилдәре менән аралашыу....

Стәрлетамаҡтар ҙа алдан тауыш биреүҙә ҡатнашты
Новости / Рәсәй // 20-08-2011, 09:33


Стәрлетамаҡ праймеризында ла, һәр ерҙәге кеүек үк, РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа 40-тан ашыу кандидат һәм 300-ҙән ашыу халыҡ вәкиле ҡатнашты.
– «Берҙәм Рәсәй» партияһы кеүек, бөтә социаль программаларҙың үтәлешен, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау яуаплылығын үҙ өҫтөнә алған башҡа партия юҡтыр, – тине үҙ сығышында ошо партияның төбәк сәйәси советы секретары Константин Толкачев. – Һеҙҙең тауыш биреүегеҙгә күп нәмә бәйле: РФ Дәүләт Думаһына иң лайыҡлылар үтергә тейеш....

Шәхси йорт ҡалала күберәк төҙөлә
Новости // 20-08-2011, 09:33


Шәхси йорттар төҙөлөшө республикала торлаҡ өлкәһен үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала. Йыл башынан Башҡортостанда дөйөм майҙаны 884,8 мең кв. метрлыҡ 9500 фатир сафҡа индерелгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 102,7 процентҡа күберәк.
Ете айҙа ғына Башҡортостан халҡы дөйөм майҙаны 717 мең кв. метрлыҡ 6696 шәхси йорт төҙөгән. Шәхси төҙөүселәр өлөшөнә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың 81 проценты тура килә....

Беҙҙе хәҙер пуля ла алмаясаҡ
Новости // 20-08-2011, 09:32


Голландия биохимиктары тәбиғи булмаған кеше тиреһен синтезлаған. Ғалимдар иҫбатлауынса, быға тиклем ер йөҙөндә бындай ҙа ныҡ кеше тиреһе бөтөнләй булмаған. Ул хатта пуляны ла үткәрмәй! Тағы ла шуныһы иғтибарға лайыҡ – ғалимдар серле тирене һөттән синтезлаған....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 20-08-2011, 09:31


2012 йылда республиканың тупланма бюджетының дөйөм күләменең дүрттән өс өлөшө хеҙмәт хаҡына, һәр төрлө пособиеларға, мәктәп, дауаханаларҙы һәм башҡа өлкәләрҙе финанслауға бүленәсәк. Шул уҡ ваҡытта средстволарҙың иң ҙур өлөшөн (31,3 процент) мәға­риф­ҡа тотоноу ҡаралған. 20,2 проценты иһә – һаулыҡ һаҡлау өлкәһен (мотлаҡ медицина страховкалауын иҫәпкә алып), 12,8 проценты – социаль сәйәсәтте, 3,2 проценты мәҙәниәтте финанслауға йүнәлтеләсәк....

Килешеү торлаҡ төҙөлөшөн арттырасаҡ
Новости / Башҡортостан // 20-08-2011, 09:30


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Павел Потапов менән осрашыуы барышында республикала ер һәм милек мәсьәләләрен хәл итеүҙә яҡтарҙың үҙ-ара тығыҙыраҡ эшләүе тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелде.
Атап әйткәндә, федераль ерҙәрҙең бер өлөшөн республиканың торлаҡ төҙөлөшө программаһына йәлеп итеү күҙ уңында тотола....

Башҡортостан – туризм өлкәһендә тәүге өс лидер иҫәбендә
Новости // 20-08-2011, 09:30


www. kurortrussia.ru туристик порталында интерактив һорау алыу дауам итә.
Сайтҡа инеүселәргә улар яҡын арала барырға теләгән Волга буйы федераль округындағы 14 төбәктең береһен һайларға тәҡдим ителә. Тауыш биреү Волга буйы федераль округының 28 – 30 сентябрҙә Түбәнге Новго­родта үтәсәк туристик ре­сурс­тары фестиваль-презентацияһы алдынан ойошторола. Бөгөнгә Татарстан һәм Башҡор­тос­тан Рес­публикалары, Пермь крайы тәүге өс лидер иҫәбендә....

Ишембай һәм Белорет – иғтибар үҙәгендә
Новости / Башҡортостан // 20-08-2011, 09:29


Башҡортостан Хөкүмәте башлығы Азамат Илембәтов Ишембай һәм Белорет райондарында булды.
Ишембай районында уның сәфәре быйыл февралдә барлыҡҡа килгән «Ишембай» янғын-химик станцияһынан башланды. Станция әлеге төбәктән башҡа Ауырғазы, Ғафури, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш һәм Федоровка райондарын хеҙмәтләндерә. Йәй башында ғына бында яңы техника, янғын һүндереү ҡорамалдары алынған, тағы ла өс янғын машинаһы, трактор килтереләсәк. Ғөмүмән, тейешле махсус техника менән йыһазландырыу киләһе ике йылда тамамланасаҡ тип көтөлә....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM