НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 16-08-2011, 10:59


Ҡатыны – иренә:
– Миңә ике алтын теш ҡуйҙырырға кәрәк...
– Береһен – аҫҡа, икенсеһен – өҫкә һәм иретеп йәбештереп ҡуйырға, – тигән ире....

Иң ҡиммәтле һәм мөһим нәмә хаҡында
Әҙәбиәт // 16-08-2011, 10:58


Бер малай бәләкәй сағынан уҡ күршелә йәшәгән ҡарт менән бик дуҫ була. Әммә ваҡыт үтә – мәктәп, колледж, аҙаҡ хеҙмәт юлы, шәхси тормош һәм башҡа мәшәҡәттәр. Ирҙең һәр минуты иҫәптә, уның хатта үткәндәр хаҡында уйларға, ҡайтып яҡын кешеһенең хәлен белергә лә ваҡыты булмай.
Бер көн ул күршеһенең үлеме хаҡында ишетә һәм көтмәгәндә ҡарттың уға, фажиғәле рәүештә һәләк булған атаһын алмаштырып, бик күп нәмәгә өйрәтеүе иҫенә төшә. Үҙенең ғәйебен танып, ир ҡартты ерләргә ҡайта....

«Маҡсатым – алдынғы ҡарашлы шәхес булыу»
Конкурстар // 16-08-2011, 10:57


«Маҡсатым – алдынғы ҡарашлы шәхес  булыу»
Башҡорт халҡының бөйөк сәсәне, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы 2006 йылда Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан стипендия булдырылды. Был стипендия республиканың белем биреү учреждениеларының өмөтлө һәм мәртәбәле егет-ҡыҙҙарына тәғәйенләнгән. Ләйлә Әбдрәхимова ла ошо баһаға лайыҡ булды. Был ҡыҙ тыумышы менән Күгәрсен районының Тәүәкән ауылынан....

«Һәйбәт аяҡ кейеме әҙәм балаһын һәйбәт юлға юлыҡтыра»
Рубрикалар // 16-08-2011, 10:55


Белорет районының Инйәр ҡасабаһы ҡыҙы Зарема Бикәнәсова, ҡытайҙарҙың ошо ырымына ышанып, хәҙер гел генә һәйбәт аяҡ кейемендә йөрөй
«Һәйбәт аяҡ кейеме әҙәм балаһын һәйбәт юлға юлыҡтыра»
Редакция тупһаһын кемдәр генә аша атлап үтмәй ҙә, ниндәй генә һорауҙар менән йөрөмәй улар. Кемдер ғәзиз кешеһен гәзит аша ҡотларға тип килә, кемдер ауылдаштары тураһында һүрәтләмә килтерә, өсөнсөләр иһә ялыу менән ишек ҡаға. Ә бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Әхмәт Йәсәүи исемендәге Халыҡ-ара ҡаҙаҡ-төрөк университетының ҡытай филологияһы студенты Зарема Бикәнәсова гәзит уҡыусыларға практика үтергә Ҡытайға барғанда алған тәьҫораттары тураһында һөйләргә тип килгән....

Төньяҡ амурҙары
Новости / Тарих // 16-08-2011, 10:52


9 – 11 августа Әбйәлил районында «Төньяҡ амурҙары – башҡорт яугирҙары 1812 йылғы Ватан һуғышында» тип аталған республика конкурс-фестивале үтте
Төньяҡ амурҙары
Уны «Төньяҡ амурҙары» һәм «Өфө йәйәүле полкы» хәрби-тарихи клубтары менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән күркәм сара тураһында һөйләр алдынан тарихҡа ҡыҫҡаса экскурс яһау һис тә ҡамасауламаҫ кеүек. Сөнки хәтерҙе яңыртыу бик файҙалы нәмә. Рус шағиры П. Вяземский әйтеүенсә, ирке булмаған һәм уға өмөтләнмәгән халыҡтар ғына бер ваҡытта ла ысын-ысындан тарих менән ҡыҙыҡһынмай. Ә беҙ ирек һөйөүселәр затынан....

Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен Үҙе белмәһә лә, ил белә...
Рубрикалар // 16-08-2011, 10:50


Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен Үҙе белмәһә лә, ил белә...
Яңыраҡ тағы ла киң мәғлүмәт саралары биттәрендә һәм интернетта генерал А. Тевкелевтың ҡурҡыныс исеме ҡалҡып сыҡты – йәнһеҙ йәлләдтең һәм оятһыҙ мародерҙың, көсһөҙ ҡурҡаҡтың һәм әшәке бәндәнең исеме, хас та геройҙарҙыҡына тиңләнелеп, сентябрҙә, Силәбе ҡалаһының 275 йыллығы айҡанлы байрамда күтәреләсәк: урамдарҙы, йәмәғәт транспортын уның һүрәте төшкән реклама плакаттары «биҙәйәсәк». Башҡорт халҡын аяуһыҙ ҡырған палач Тевкелев-Тәфтиләү Силәбе ҡәлғәһенә нигеҙ һалыусы булараҡ һәр ҡотлауҙа, һәр сығышта телгә алынасаҡ....

Тағы фажиғә...
Махсус бит / Проблема // 16-08-2011, 10:49


Тағы фажиғә...
Бәхетһеҙ осраҡтар көттөрөп килмәй. Беҙ инде хәҙер әле бында, әле тегендә ниндәй ҙә булһа бәлә булыуын, фажиғәне ул тиклем үк аптырап та ҡабул итмәйбеҙ. Әммә тетрәнәбеҙ. Үткән кесе йомала ғына ла Башҡортостан менән Силәбе сигендә ике йөк поезы бәрелешеүен хәбәр иттеләр. Күмер менән етмешләгән вагон ауған, үкенескә күрә, һәләк булыусылар ҙа бар....

Тәмәкегә ҡаршы иң ҡаты закон проекты ҡарала
Рубрикалар // 16-08-2011, 10:49


Тәмәкегә ҡаршы иң ҡаты закон проекты ҡарала
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе чиновниктары «Халыҡ сәләмәтлеген тәмәке тартыу эҙем­тәләренән һаҡлау тура­һында»ғы закон проектын тәҡдим итә. Эксперттар уны, Рәсәй тарихындағы тәмәкегә ҡаршы иң ҡаты закон проекты, тип атаны....

Тормош йөгөн бергә-бергә тартып
Рубрикалар // 16-08-2011, 10:47


Миңзифа һәм Ишмырҙа Шәкировтар 60 йыл бергә татыу ғүмер кисерә
Тормош йөгөн бергә-бергә тартып
1972 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Ғафури районына эшкә килдем. Килен булып төшкәнемә лә хәҙер 37 йыл ғүмер үтеп китте. Олоғая барған һайын тыуған яҡ йышыраҡ иҫкә төшә, һағындыра. Һағынмаҫ та инем, унда ҡәҙерле кешеләрем – атай-әсәйем йәшәй бит! Әйтәһе рәхмәт һүҙҙәрем 60 йыл тормош юлынан иңгә-иң терәшеп бергә атлаған ошо ике изге йән хаҡында.....

Һәр кемдең бәхеткә хоҡуғы бар!
Рубрикалар // 16-08-2011, 10:46


Ғүмер юлында әҙәм балаһына ниҙәр генә кисерергә тура килмәй?! Шатлығын да, бәхетле мәлдәрҙе лә, ҡайғы, хыянат, алдашыу һәм алда­ныу­ҙы ла... Улар алдында баҙап ҡалмау мөһим. “Тормош – ҡора белһәң генә тормош ул”, – ти мәҡәләмдең геройы Дилә Сыңғыҙова.
Ҡаланың 3-сө мәктәбендә географиянан белем биргән Дилә Ғәфүр ҡыҙы үҙ алдына яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы сабыр үткәрергә көс таба....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM