НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 26-07-2011, 11:16


Әлегә үҙгәрешһеҙ...

Рәсәй беренселегендә булған ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң, Премьер-лига командалары йәнә осрашыуҙарын дауам итте. Чемпионат лидеры − ЦСКА футболсылары кисә кис «Кр. Советов» клубы уйынсылары менән уйнаны....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 26-07-2011, 11:14


Ресторанда бер өҫтәл артында американ, ҡытай һәм йәһүд ултыра. Өсөһөнөң дә ашында себен йөҙөп йөрөй. Американ оло ғауға күтәргәс, ашын алып китеп, икенсене килтерәләр. Ҡытай себенде ашап ҡуя, ә йәһүд үҙ ашындағы себенде ҡытайға һата....

Әлиә ЙЫҺАНГИРОВА: «Хыялдар ашһын тормошҡа»
Конкурстар // 26-07-2011, 11:14


Әлиә ЙЫҺАНГИРОВА: «Хыялдар ашһын тормошҡа»Мин Сибай һылыуы Әлиә булам. 17 йәштәмен. Ҡалабыҙҙағы педагогия колледжының информатика бүлегендә уҡып йөрөйөм. Әле икенсе курсты тамамланым. Беренсе курстан еңел атлетика менән шөғөлләнәм, киләсәктә лә спорт менән дуҫлыҡты дауам итергә уйлайым.
Бала саҡтан килгән ҙур хыялым бар − Парижға барып ҡайтыу. Бары тик ныҡлы теләк һәм тырышлыҡ ҡына хыялдарҙы тормошҡа ашыра, тип иҫәпләйем....

Үткәндәре үкенерлек түгел
Рубрикалар // 26-07-2011, 11:12


Ата-әсәйем исеменә кешеләрҙән рәхмәт ишетеү – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ
Үткәндәре үкенерлек түгелМин үҙем Көйөргәҙе районында йәшәйем. Был районға килен булып төшкәнемә лә сирек быуат үтеп киткән. Эшләгән урыным, йәшәгән ерем яҡшы булһа ла, тыуған яҡ, тыуған ер көндән-көн нығыраҡ һағындыра, күберәк иҫкә төшә. Эйе, һәр кемгә лә бала сағы тороп ҡалған, йәшлек йылдары үткән ер ҡәҙерле. Шул бәхетле бала саҡтың һүнмәҫ ҡояшы – атай-әсәй. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, улар янына ашҡынып ҡайтабыҙ. Тереләрҙе күреп, үлгәндәр рухына доғалар уҡытып китеү – изге бурыс. Туғандар, ауылдаштар менән осрашыу – оло ҡыуаныс, бәхет....

Башҡорт Саҙретдин
Новости / Мәҙәниәт // 26-07-2011, 11:11


Башҡорт Саҙретдин«Кем һин?» – тип һораһалар, Силәбе өлкәһенең Красноармейск районының Дубровка ауылында тыуып үҫкән Саҙретдин Камалов: «Мин – башҡорт!» – тип яуаплай. Яҡын тирәлә уның исемен дә йүнләп белмәйҙәр, күпселектә ихтирам менән «Башҡорт» тип өндәшәләр. Бала сағынан баҫылған, иҙелгән, бахырланған милләт вәкиле итеп түгел, ә ирек һөйөүсән, үҙ һүҙен башҡаларға ишетерлек итеп әйтеп өйрәнгән, көслө башҡорт итеп танытҡан ул үҙен. Яугирҙар тоҡомонан мин, батырҙар ырыуынан, тип, Садретдин Рамдыс улы ғорурлыҡ менән дә, эске бер әрнеү менән дә бәкәтиндәр тураһында һөйләй:
– Беҙҙең ырыу һуғышсан, көслө булған, азат рухлы кешеләре менән дан тотҡан. Батша Рәсәйенә ҡушылмаҫ өсөн һуңғаса көрәшкән, шуға ла беҙҙең халыҡты ҡырып бөтөрә яҙғандар. Ләкин беҙ барбыҙ, рухыбыҙ ҙа шул уҡ ҡалған һәм бөтөргә уйламайбыҙ ҙа....

Аҡмулла менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың әйтеше
Әҙәбиәт // 26-07-2011, 11:10


… Аҡмулла көр тауыш менән ышаныслы рәүештә үҙенең шиғырҙарын уҡыны һәм ярайһы уҡ һәйбәт тәьҫир ҡалдырҙы. Ул туҡтағандан һуң, һис көтмәгәндә Мөхәмәтсәлим әфәнде Аҡмулла менән әйтеш башланы – күрәһең, үҙе менән бер иш сәнғәт кешеһен осратыуҙан илһамланды. Асылда, улар бер-береһен белмәй ине бит. Ул туҡтауға, Аҡмулла ялғап алып китте, Аҡмулла туҡтауға, Мөхәмәтсәлим – улар үҙҙәренең әйтеш барышында тыуған шиғыр­ҙарын уҡый ине. Ике шағир бөгөнгө ваҡыт һәм үҙҙәрен осраштырған мәжлес тураһында бөтөнләй онотоп, йәшлек хәтирәләренә бирелде… Ошонан аҙаҡ мин үҙем бының кеүек күркәм осрашыуҙы бер ҡасан да күргәнем булманы…...

Ожмах ере – «Олоғужан»
Рубрикалар // 26-07-2011, 11:07


Ожмах ере – «Олоғужан»Республикабыҙ эшҡыуарҙары туризм өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Бөрйән районының Байназар ауылы уңғандары ла был эштән ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Бөйөк тауҙар, ҡупшы, һомғол ҡарағайҙар араһында, күккә олғашҡан ҡаялар, сылтырап аҡҡан йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында «Олоғужан» туристик туҡталҡаһы урынлаш­ҡан. Был урын үҙенең иҫ киткес тыныслығы, күркәмлеге менән хайран ҡалдыра. Ҡарағай урмандары менән уратып алынған туҡталҡа үҙенең шифалы саф һауаһы менән айырылып тора. Яландың уртаһында тирмәләр урынлаш­ҡан. Тышҡы матурлығы менән бер рәттән, уларҙың эсе лә йәмле. Ял итергә килеүселәр бында төн үткәреү мөмкинлегенә эйә....

Йәй миҙгеле аҙ ғына – Ҡәҙерен белеп ҡал ғына!
Рубрикалар // 26-07-2011, 11:05


Йәй миҙгеле аҙ ғына – Ҡәҙерен белеп ҡал ғына!Һәр бала үҙенсә хыяллана: кемгәлер – машина, самолет, берәүҙәргә һөйләшә торған ҡурсаҡ, шәфҡәт туташы уйынсыҡтары кәрәк. Әммә барыһының да уртаҡ хыялы була – улар йыл буйына йәйҙе көтөп йәшәй. «Их, ҡасан йәй етә инде!.. Өләсәйгә ҡунаҡҡа барыр инем», «Һыу инер инем», «Туйғансы еләк ашар инем», «Велосипедта йөрөр инем», «Лагерҙа ял итер инем...» Был исемлекте артабан да дауам итергә күп һорамаҫ ул яратҡан үҫкәндәребеҙ. Шулай ҙа телгә алын­ған һуңғыһына − лагерҙа ял итеүгә − туҡталайыҡ әле....

РЕКЛАМА ЯТ ҠИММӘТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙ
Махсус бит / Проблема // 26-07-2011, 11:03


РЕКЛАМА ЯТ ҠИММӘТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙРәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев быға тиклем дә балаларҙы яҡлауҙы яйға һалған закондарҙың камил булмауы хаҡында әйтә килде. Һүҙҙәрҙең ташҡа баҫыл­ғаны мәртәбәле − үткән аҙнала ил башлығы бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын билдәләүсе яңы законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта ҡыҫҡартып ҡына әйткәндә, яңы закон балаларҙы өлкәндәрҙең эшмәкәрлегенең насар йоғонтоһонан, ҡатылығынан һаҡлай тип билдәләргә мөмкин....

Фиордтар илендәге тамуҡ
Новости / Сәйәсәт // 26-07-2011, 11:01


Ослола йәшәүсе бер ир-егет, мосолмандарҙы күрә алмағанлыҡтан, иленең «яҡты киләсәге»н ҡайғыртмаҡсы булған
Фиордтар илендәге тамуҡҮткән йомала 32 йәшлек норвег иленең тыныслығына ҡул һуҙған – бомба һалып, баш ҡалалағы Хөкүмәт йортон емергән, кешеләрҙе ғәрипләндергән. Шартлау тулҡыны шул тиклем көслө булған, хатта бер саҡрым алыҫлыҡта торған биналарҙың тәҙрә быялалары ҡойолоп төшкән. Ике сәғәт тә үтмәгән, ошо уҡ кеше, полиция формаһын кейеп алып, Ослонан бик алыҫ булмаған утрауға барып урынлашҡан һәм... социал-демократтар лагерындағы үҫмерҙәргә ата башлаған: балалар мәйеттәре яр буйын ҡаплаған. Яуған пуляларҙан ҡасып ҡотолорға теләп, бер нисә малай һыуға ташлана − икенсе ярға йөҙөп сығырға уйлаған бисаралар. Тик... бәғер­һеҙ ир уларҙы ла атып үлтерә. Аҙаҡ енәйәтсе фажиғә урынына килеп еткән полицейскийҙар ҡулына бирелә. Ул Андерс Беринг Брейвик булып сыға, һәм үҙенең енәйәтен таный: 1000 кг бомба әҙерләгән булған....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM