НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 5-07-2011, 18:14


Ҡалала уҡып йөрөгән улдарының хәлен белергә тип, иртә таңдан ауылдан килгән ата-әсәһе ул йәшәгән дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһенең ишеген шаҡый. Эске яҡтан йоҡо аралаш тауыш ишетелә:
– Кем бар тағы?
– Ильяс Иҙрисов бында йәшәйме?
– Эйе, ярай шунда, ишек төбөндә ҡалдырып тороғоҙ, хәҙер үҙем индереп һалырмын, – тип ҡысҡыра егет....

Кешеләргә ышаныусан сабый – яуызлыҡ ҡорбаны
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 5-07-2011, 16:30


Кешеләргә  ышаныусан сабый –  яуызлыҡ  ҡорбаны9 йәшлек Дарья Асееваны 23 йәшлек күршеһе үлтергән. Фотоһүрәттән бар донъяға йылмайып, һөйкөмлө генә ҡыҙ бала баға. Бала сағының иң матур осоронда тиҫтерҙәре менән бергә уҡыр, уйнар ваҡытында, яҡындарын ҡара ҡайғыға һалып, яуыз уйлы әҙәм ҡулынан һәләк булған ул.
29 майҙа Бла­говещен ҡалаһында кискеһен йорт ихатаһы алдынан юғалған 9 йәшлек Дарья Асееваны эҙләргә барыһы ла ҡушылды. Хоҡуҡ һәм тәртип һағында тороусыларға студенттар, мәктәп уҡыусылары ла ярҙамға килде. Әммә эҙләүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Полиция ЭЭМ институты курсанттарын, ЭЭМ-ның Профессиональ әҙерлек үҙәгендә белем алыу­сыларҙы йәлеп итеп, ҡайтанан элекке урындарҙан ҡыҙҙы эҙләүҙе дауам иткәс, ҡала зыяраты эргәһендә, үҙ өйөнән ярты саҡрым алыҫлыҡта Дарьяның мәйете табылды....

Ике көршәк хаҡында
Әҙәбиәт // 5-07-2011, 16:08


Оло йәштәге бер ханымдың ике көршәге була. Улар менән көн һайын һыу ташый. Тик бер көршәге сатнай, шунлыҡтан ҡатын өйөнә ҡайтҡансы һыуының яртыһы ғына ҡалған. Ә икенсеһе яҡшы, һәм шуның өсөн дә ул көршәктә һыу тулы килеш ҡайта. Ханым ике йыл буйы көн һайын шулай көршәк ярым һыу алып ҡайтҡан. Быға бөтөн һауыт бик ғорурланған, сөнки ул һыуҙы тулы килеш һаҡлай. Ә сатнағаны ныҡ ҡайғырған һәм бик оялған. Сөнки ул, үҙемә тейешленең яртыһын ғына эшләйем, тип борсолған. Ике йыл үтеүгә бер көндө йылғанан һыу алған ваҡытта китек көршәк телгә килеп:
– Һинең алдыңда ғәйеплемен....

Үҙе – хөкөмдар, үҙе – язалаусы
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 5-07-2011, 15:47


Республиканың Б. районында була был хәл. Илнур исемле егет машина йөрөтөргә өйрәнгән ваҡытта, яңылыш олоғайған күршеләренең ҡапҡаһына бәрелеп, уны ауҙара. Тегеләрҙең ҡаланан ҡайтҡан улы шундуҡ «сдача» бирмәксе була һәм, егетте машинанан һөйрәп сығарып, туҡмай. Һөҙөмтәлә йәш кеше йән бирә, икенсеһенең дә яҙмышы түбәнгә тәгәрәй. Юҡтан ғына тиерлек килеп сыҡҡан ғауға бына шулай фажиғәле тамамлана. Ни өсөн улай һуң? Ҡапҡа ауҙарған өсөн кеше ғүмере менән түләргә тейеш булып сыҡҡанмы? «Яза биреүсе» үҙен ғәҙелмен, тип әйтә аламы? Үҙе судья булып, үҙе яза биреп ҡәнәғәтлек алғандар бөгөн батыр кимәлендә тиерлек йөрөй. Самосуд, йәғни үҙ белдегең менән язалау (енәйәтсене йә енәйәттә шикле кешене дәүләт органы ҡыҫылышынан тыш хөкөм итеү) күренештәре киң таралыу ала. Һәр хәлдә үҙәк каналдар, баҫмалар ундай теманы яҡтыртыуҙа әүҙемлек күрһәтә....

Әптекәйҙәге шәжәрә – бар шәжәрәләргә шәжәрә!
Башҡортостан / Тарих // 5-07-2011, 14:21


Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡтағы матур тәбиғәтле урында уҙҙы был Шәжәрә байрамы. Йыйылған ҡунаҡтар ҙа ишле булды: ғаилә-ғаилә булып түгел, ауыл-ауыл булып килделәр. Шулайтмайса, Әптекәй ауылы уҙамандары, үҙ ваҡытында төрлө яҡтарға таралышып, тағы ла биш ауыл­ға нигеҙ һалған.
Тамырҙары шул ауылдарҙан – Баймырҙанан, Ишмыр­ҙанан, Ибра­һим­дан, Тәңребирҙенән, Армандан булған халыҡ йыйылды был байрамға.
Был сараны ойоштороусыларҙың береһе Рауил ағай Назаров менән тәү башлап шулай телефон аша таныштым. Унан һуң Сибайҙа күрешеп осрашырға ла насип булды. Ажар, дәртле кеше булып сыҡты был ағай: шул ваҡыттан алып район гәзитендә Әптекәй тарихы хаҡында күләмле материал баҫтырып сығарҙы, ауылға килеп, аҡһаҡалдар менән осрашты. Ҡыҫҡаһы, байрам юғары кимәлдә үтһен өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәне....

Фирҙәүес ТАҠТАЕВА: «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу»
Конкурстар // 4-07-2011, 16:03


Фирҙәүес ТАҠТАЕВА: «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу»«Ерҙәге тормош – иң ҙур имтихандарҙың береһе һәм уны лайыҡлы биреү өсөн беҙҙең бөтәбеҙгә лә көслө рух һәм түҙемлелек кәрәк», – тип һанай һүрәттәге ҡыҙ. Йөҙөнән мәңге йылмайыу китмәҫ, шат, мөләйем, ихлас күңелле был һылыу минең әхирәтем Фирҙәүес Таҡтаева. Сығышы менән Хәйбулла районынан. Бәләкәй саҡтан тәмле итеп бешеренергә яратҡан, эшһөйәр әхирәтемде хыялы Башҡорт дәүләт аграр университетына алып килә. Бөгөн Фирҙәүес аҙыҡ-түлек технологияһы факультетында уҡып йөрөй.
Тормошҡа етди ҡараған ҡыҙ тырышлығы менән айырыла. «Иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныу, ҡыйынлыҡтарға бирешмәү», – ти ул....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM