НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 51(2011) » Страница 2

Сит тарафтарҙа солтан, ә үҙебеҙҙә?..
Әҙәбиәт // 2-07-2011, 16:04


Сит тарафтарҙа солтан, ә үҙебеҙҙә?..Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарынан башлап яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Йәүҙәт Хәсән улы Ильясовтың (1929 йылдың 16 февралендә Башҡортостандың Йәрмәкәй районының Исламбаҡты ауылында тыуған, 1982 йылдың 19 июнендә Ташкент ҡалаһында вафат булған) ижадын һәм тормош юлын өйрәнәм. Әйтергә кәрәк, әлегәсә әҫәрҙәре донъя күләмендә киң таралған, юғары баһаланған яҡташыбыҙҙың ижады үҙенең тарихи ватанында иғтибарҙан ситтә ҡалып килде.
Ҡустым Хәиф Вәхит улы Гәрәев (1936 – 1994) – Ташкент метроһын төҙөүселәрҙең береһе: «Беҙҙең ауылдан Йәүҙәт исемле күренекле яҙыусы сыҡҡан бит, Үзбәкстанда йәшәй икән, һин белергә тейешһең», – тигәс, мин эҙләнә башланым. Тик был ижадсының фамилияһын белмәгәс, оҙайлы ваҡыт хатта республика китапханаһы фондтарында ла яҡташыбыҙҙың китаптарын таба алманым... һәм бына бер көндө тыуған районым Йәрмәкәйгә командировкаға барғанымда КПСС райкомының ул ваҡыттағы икенсе секретары булып эшләгән Вил Хажи улы Фәттәхов Исламбаҡтыла тыуған Йәүҙәт Ильясовтың ҡалын китабының үҙендә булыуын, уны иптәштәре уҡый-уҡый туҙҙырып бөтөүе хаҡында хәбәр итте......

Туғыҙ быуын усаҡ яҡҡан был ерҙә
Башҡортостан / Тарих // 2-07-2011, 14:56


Туғыҙ быуын усаҡ  яҡҡан был ерҙәТантаналы сара ауыл осонда ошо төйәкте үҙ иткән ҡанбабалары иҫтәлегенә ҡуйылған ташҡа «Иҙелбәк ауылына 1760 йылда Дәүләтбәк һәм Иҙелбәк нәҫелдәре нигеҙ һалған» тип яҙылған таҡтаташты асыуҙан башланды. Тарихҡа байҡау яһап, Юлай Иҙелбәков ҡунаҡтар алдында ҡыҫҡаса телмәр тотто, ауыл муллаһы Наил Тәүтирәков Шәжәрә байрамының иҫән-аман үтеүенә доға ҡылды. Ошонан ҡунаҡтар милли кейемдәге ике һыбайлы оҙатыуында тирмәләр ҡоролған, ҡан-ҡәрҙәштәренә мул табын әҙерләнгән, ырыуының шәжәрәләре ҡуйылған урынға ағылды. Бында Иҙелбәк ауылының сәнғәт оҫталары, ойоштороусылар ырыу­ҙаштарын сәләмләне, байрам барған майҙансыҡ йыр-моңдан өҙөлмәне, Өфөнән ҡайтҡан яҡташыбыҙ, йырсы Лилиә Ишемйәрова менән уның тормош иптәше, бейеү сәнғәтендә киң танылыу тапҡан филармония солисы Урал Мортазин моңло, дәртле тауыштары менән тирә-яҡты яңғыратып, ҡан-ҡәрҙәштәрҙең, рухташтар­ҙың байрам тантанаһына йәм бирҙе, уларҙың йыр-бейеүҙәре был сарала ҡатнашҡан һәр кемдең күңеленә хуш килде, әсир итте....

Шәжәрә ағасыбыҙ артабан да тарбаҡланһын өсөн тырышасаҡбыҙ
Новости / Тарих // 2-07-2011, 14:48


Шәжәрә ағасыбыҙ артабан да  тарбаҡланһын өсөн  тырышасаҡбыҙКүгәрсен районының таулы, урманлы бер төбәгендә урынлашҡан ауылдың халыҡ араһында таралған атамаһы – Сәңкем. Тимәк, бында сәңкем-ҡыпсаҡтар йәшәй.
«...Мәскәүҙәге Рәсәй дәүләт хәрби-тарихи архивынан ике хәрби картаның күсермәһен алып ҡайтҡайным. 1786 йылда ташҡа баҫылғанында Бикес, Эткөсөк, Теләүембәт, Ҡайыпҡол ауылдары күрһәтелгән. Тәүәкән ауылы урынындағыһының исеме Изяпова тип яҙылған...» – тип телгә алған Фәтих Азаматов Тәүәкән ауылы тарихына арналған «Йәнтөйәктә – беҙҙең яҙмыштар» тигән китабында (әлеге атама ауыл янындағы Күнйәп йылғаһы исеменә ауаздаш). Ырымбур өйәҙенең 1799 – 1802 йылдарҙа төшөрөлгән картаһында «Туваканово» тип яҙылған....

Сабаҡкүлдә гөрләне һабантуй
Новости / Башҡортостан // 2-07-2011, 14:29


Сабаҡкүлдә гөрләне һабантуйРеспублика Хөкүмәтенең рәсми делегацияһын етәкләгән Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры Азамат Илембәтов, һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизовҡа, Ҡоншаҡ районының почетлы гражданы Мөнир Шаһиевҡа, Рәсәйҙең иң көслө атлеттары федерацияһының вице-президенты Эльбрус Ниғмәтуллинға һәм башҡаларға Хөрмәт грамоталарын тапшырҙы. Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре мөфтөйө Ринат хәҙрәт Раев, Силәбе епархияһы сәркәтибе протоиерей Игорь Шестаков, Татарстан вәкилдәре лә барыһын да ҡотлап, изге теләктәр теләне....

Әйтһәм, белеп әйтәм
Әҙәбиәт // 2-07-2011, 14:17


Кеше ғүмере – ағас һымаҡ,
Уйланиһәң бик яҡшыраҡ,
Бер-бер артлы үткән көндәр –
Өҙөлгән шул алтын япраҡ.
Сөләймән Муллабаев....

Аҙна аптыратҡыстары: Маладис, гастарбайтерҙар!
Новости // 2-07-2011, 14:06


Мәскәүҙә Урта Азиянан килеүсе мигранттарҙың сираттағы тораҡ «комплекс»ы табылған. Баш ҡаланың көнбайышындағы сәнәғәт зонаһына гастарбайтер­ҙар тотош ҡасаба төҙөп ултырт­ҡан. Унда ҡырҡлап кеше йәшәй, имеш. Бөтә уңайлыҡтар менән файҙаланалар – һыуытҡыс, телевизор, йомшаҡ балаҫтар, мунса, тренажерҙар бар, хатта секс-ҡол ҡатын да тоталар, ти. Уныһын бик төпкөлгә йәшереп, бикләп ҡуйғандар. Тик һыуҙы ғына ташып эсергә тура килә. Үзбәкстан менән Тажикстан кешеләре шулай әҙәм көнләштереп, Мәскәүҙә теттереп йәшәп ята. Һин тиһәң, йөрөйһөң мәркәз буйлап күсенеп, фатир яллап...
Әйткәндәй, ҡасаба икегә бүленгән. Береһендә ябай эшселәр йәшәһә, икенсеһендә – түрә. Ул – ялған документ менән көн иткән 42 йәшлек үзбәк. Барыһы ла уға түләп тора икән. Баш осондағы ҡыйыҡ өсөн – 1500 һум....

Һимеҙ һәм ҡорһаҡлыһыңмы? Тимәк, полицияға яраҡлы түгелһең
Новости / Сәйәсәт // 2-07-2011, 14:04


Рәсәй эске эштәр министры Рәшит Нурғәлиев тармаҡта тулы ҡеүәттә барған реформаны тағы ла «ҡыҙығыраҡ» итмәксе.
Баҡһаң, ул ҡорһаҡлы хеҙмәт­кәрҙәр­ҙе полицияла ҡалдырыуға ҡаршы икән. Ундайҙар аттестация үтмәйәсәк, тип ҡәтғи генә әйтеп тә ташлаған әле. Дөрөҫ, Нурғәлиев әфәнде, «здарауай» хеҙмәткәр, ауырлығына ҡарамаҫтан, полиция талаптарына тура килһә, бәлки үткәрербеҙ ҙә, тип һүҙҙәрен тиҙ үк йомшартып та ҡуйған. Шуныһы ла бар: Эске эштәр министрлығының юғары етәкселек составы аттестацияны үтеп бөтөп бара. Улар араһында «ҡорһаҡлылар һәм һимеҙҙәр» булдымы икән? Һе, ябы-ыҡ генерал ҡарап тороуға ниндәйерәктер инде......

Хроник сирле чиновник эштән ҡыуыласаҡ?!
Новости / Рәсәй // 2-07-2011, 14:03


Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт хеҙмәте тураһындағы фе­дераль законға үҙгәрештәргә ҡул ҡуйҙы. Бынан ары оҙаҡ ауырыусы чиновникты эшенән ебәрергә рөхсәт ителә.
Әгәр түрә дүрт ай буйы эшендә килеп күренмәй, сырхаулап ята икән, дәүләт структураһы уның менән төҙөлгән контрактты өҙә. Утһыҙ төтөн булмай, тиҙәрме әле? Тимәк, бар шундай «ыслабый»ҙар. Әлбиттә, ҡыуылған чиновник был осраҡта дүрт ай хеҙмәт хаҡына торошло компенсация ла аласаҡ. Кремль быны үҙе гарантиялай.
Шуны ғына иҫтә тоторға кәрәк: һөнәре буйынса сиргә тарып йә вазифаһын башҡарыуҙа зарарланып «больничный»ҙа оҙаҡ ятҡан начальник ҡурҡмаһын....

Сәфәрҙәргә сыҡһаң...
Рубрикалар // 2-07-2011, 14:00


Сәфәрҙәргә  сыҡһаң...Беҙ, Рәсәй халҡы, сәйәхәт итергә яратабыҙ. Төрлөбөҙ төрлөсә, әлбиттә. Берәүҙәр тик хыялда ғына, кемдер картаға ҡарап, тигәндәй. Ә бына ысынлап та сит илгә сығырға форсат табыусылар үҙҙәрен нисек тоя һуң? Был тәңгәлдә башҡортта бик тә әсе генә әйтем бар: бәйҙән ысҡынған эт кеүек, тигән... Үҙең аңла ла, үҙең һығымта яһа, уҡыусым.
Бер булған хәл дә иҫкә төштө әле. Юҡ, шәхсән үҙем шаһит булманым, виртуаль донъяны «гиҙгәндә» барып сыҡтым яндарына.
Венгрия. Балатон яры буйында бәләкәй генә милли ресторан. Залда бер пар тыныс ҡына ашай. Беҙҙекеләр иһә күмәк һәм шаулы. Шарап эсәләр, уха ашайҙар, тағы шарап эсәләр, унан гуляш, артабан шарап... Венгрҙарҙың русса белмәүен иҫәпкә алып, Рәсәйсә, «миллисә» иркенләп китеп һөйләшәләр, бәхәсләшәләр. Теге пар ашап бөтөп тора ла быларға саф рус телендә тәмле аш теләй. Шаулы компаниянан берәү, айнығандай булып, ниңә Рәсәйҙән икәндәрен шундуҡ белгертмәүҙәрен һорай....

Сусҡа аҫрарғамы, юҡмы?
Новости / Рәсәй // 2-07-2011, 13:54


Сусҡа аҫрарғамы, юҡмы?Рәсәйҙе быға тиклем булмаған-ишетмәгән эпидемия баҫып алды. Сусҡалары­быҙға Африка тағуны (чума) йоғоуға ҡаршы көрәшәбеҙ, йәмәғәт. Был сир шундай киң йәйелде, хатта ки, хөкүмәт кимәлендә шәхси һәм ҙур булмаған фермер хужалыҡтарында «ҡатыморон»дарҙы аҫрауҙы тыйыу тураһында һүҙ йөрөтәләр. Бер көндө виртуаль донъя шундай хәбәрҙәр менән тулы ине. 2008 йылда Рәсәйҙең көньяғында чума тоҡанып киткән. Шунан бирле әллә нисәмә баш сусҡа ҡорбан булған. Сир асыҡланыу менән был малҡайҙар 520 саҡрым радиуста юҡ ителә. Шулай тейеш. Юҡ ителә, тип, эшкәртеүгә оҙатыла инде, колбаса эшләргә (халыҡ шуны тәмләп-тәмләп ашай).
Әйткәндәй, илдә эпидемия таралып китеүенә Оборона, Эске эштәр министрлыҡтары, Федераль именлек, федераль һаҡ хеҙмәттәре кеүек ведомстволарҙың хәрби частары ғәйепле һанала. Тағун инфекцияһын йөрөткән продукция нәҡ уларҙың келәттәренән шәхси составтың өҫтәленә эләгә, артабан аҙыҡ ҡалдыҡтары аша – йәнә сусҡаларға....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM