НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 5(2011) » Страница 2

Берәү булһын – берәгәйле булһын
Рубрикалар // 22-01-2011, 16:48


Берәү булһын – берәгәйле булһынКалендарь буйынса ҡыштың уртаһына ла еттек, шөкөр. Тимәк, көндән-көн яҙға яҡынлашабыҙ. Быйылғы яҙ, иҫләүегеҙсә, ауыл хужалығының «мәрткә китеүенән» һуң уҙған ике тиҫтә йылды түңәрәкләп, өсөнсө тиҫтәне башлауы менән билдәле. Тап үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары башынан ауыл эшсәндәре яйлап ҡына эш хаҡы урынына етештергән продукцияһын алып эшләргә өйрәнде, техника паркының яңыртылыуын мөғжизә кеүегерәк итеп ҡабул итә башланы, эшкә илке-һалҡы ҡарарға ғәҙәтләнде. Уның ҡарауы, шәхси хужалыҡтарға йәм инде! 5 – 6 һауын һыйыр, йә булмаһа шуның сама йылҡы малы тотоу менән берәүҙе лә аптырата алмаҫһың хәҙер. Көнөң шул мал-тыуарға ҡалғас, тырышаһың инде....

«Тыныслыҡта булһын уйыбыҙ»
Новости / Иман // 22-01-2011, 16:44


«Тыныслыҡта булһын уйыбыҙ»Иман – күңелебеҙ нуры, Аллаһыға инаныуыбыҙ хисе менән тулы йөрәгебеҙ сафлығы, рухыбыҙ ышығы. Үҙең өсөн донъялағы барлыҡ матди байлыҡтарҙан да өҫтөн булған ниндәйҙер рухи таяныстың булыуын тойоу ҙа берәүҙәр өсөн йәшәү мәғәнәһе. Ниндәй генә ғәмәлдәр башҡармайыҡ, тормошобоҙҙа беҙҙе Ислам әҙәбе, тәртибе, йолалары оҙата килә, тыйыуҙары яңылыш аҙымдарҙан аралай, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин менән республикала мосолмандар тормошо, рухи ҡиммәттәр, назараттың эше хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ....

ЯҠТЫЛЫҠ ТАРАТЫУСЫ, ИЗГЕЛЕК ӨЛӘШЕҮСЕ
Новости / Мәғариф // 22-01-2011, 16:43


Ауыл урамы буйлап талғын ғына мөләйем ҡатын атлай. Уның ғүмер юлы ла ошо юл кеүек һыҙылып барҙы, шунда үтте. Ана бит, күҙ күреме аралығында уның сая йәшлеге үткән Ҡыҙҙар тауы, шатлығын да, ҡайғыһын да үҙендә сер итеп һаҡлаған Керәүле йылғаһы, бөтә ғүмере үткән мәктәбенән шау-гөр килеп уҡыусылары, хеҙмәттәштәре урам­ға ағыла, ана, борсолоу-һағыштарын да уртаҡлашып йәшәүсе ут күршеләре йорт араһында йүгерешә, ана, ошо ауылға килен булып төшкәндән алып йәшәгән өйөнөң тәҙрә яңағына таянып, йылмайып, уның ғүмерлек таянысы – тормош иптәше көтөп тора... Күңеленән генә тормош хәтирәләрен барлай-барлай барған ҡатын аҙымын тиҙләтте: ашығырға кәрәк, бына-бына әсәләрен юбилейы менән ҡотларға уның ғәзиздәре – балалары йыйыласаҡ......

Табиптар фатирлы булды
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-01-2011, 16:36


Бөгөн «Үрге Йәркәй үҙәкләштерелгән район үҙәк дауаханаһы» сәләмәтлек һаҡлау муниципаль учреждениеһы үҙенә район үҙәк дауаханаһын, дүрт табип амбулаторияһын һәм 60 фельдшер-акушерлыҡ пунктын берләштерә...

Оҙаҡ көрәштек. Инде эшләйек
Новости / Сәйәсәт // 22-01-2011, 16:33


Ғәжәп инде ул – ауыл. Яҙмышының ғибрәтлелеге һәм фажиғәлелеге йәһәтенән ауылға, бәлки, халыҡ үҙе генә тиңләшә алалыр. Ауыл кешеһе меңдәрсә йыл буйына иген үҫтергән, әммә ғүмеренең күп өлөшө бер һыныҡ икмәк өсөн көрәшеп, хатта шуның өсөн тилмереп үткән.
Бының сәбәптәре, әлбиттә, төрлө. Ләкин, ниндәй генә шарттар булмаһын, ауыл кешеһенең тормошон ауырайтҡан да, еңеләйткән дә төп нәмә – сәйәсәт. Ауыл хужалығы иңенә проблемаларҙы, тәбиғәт факторҙарынан бигерәк, дәүләт сәйәсәте өйә....

Студентҡа стипендия кәрәкме?
Новости / Мәғариф // 22-01-2011, 16:31


Мәғариф өлкәһендәге реформаларҙан һуң Рәсәй властары юғары уҡыу йорттары системаһына ла үҙгәреш индермәксе. Улар бюджет сығымдарын ҡулайлаштырыу маҡсатында студенттар­ға, аспиранттарға стипендия түләүҙе бөтөрөү тураһындағы фекер менән сығыш яһаған. РФ Президенты кәңәшсеһе Аркадий Дворкович Халыҡ-ара университет студенттары менән осрашыуҙа, йәштәргә дәүләттән аҡса алып ятҡансы үҙҙәренә эшләргә кәрәк, тип белдергән. Уның фекеренсә, уҡыу өсөн компенсация алыу дөрөҫ түгел. «Уҡыуҙан һуң кафедрала, китапханала эшләргә мөмкин. Әгәр һин буласаҡ менеджер икәнһең, көнөнә 2 – 3 сәғәт берәй компанияла эшләргә була. Процесс ике яҡлы, һәр вуз студенттары өсөн шарттар булдырыр­ға тейеш. Был – хәл ителә торған проблема. Әгәр ҙә ваҡытыңды дөрөҫ бүлһәң, айына 5 мең һум аҡсаны һәр ваҡыт эшләп була», – тигән ул.
Дворковичтың белдереүенән һуң Рәсәйҙең студенттар союзы 26 ғинуарҙа студенттарҙы яҡлап пикетҡа сығырға йыйына. Стипендияһыҙ уҡыуға ҡарата фекерҙәрен белеү маҡсаты менән беҙ бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек....

ТОТОРОҠЛО ХӘЛ ҺАҠЛАНА
Рубрикалар // 22-01-2011, 16:29


ТОТОРОҠЛО ХӘЛ ҺАҠЛАНАБР буйынса Эске эштәр министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы. Тәртип һәм хоҡуҡ һағында тороусылар коллегия ултырышы алдынан тактик-махсус күнекмәләрҙе ҡараны, үҙҙәренең бүлексәләренә өр-яңы автомобиль асҡыстарын алды, бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса тотоу үҙәге хеҙмәткәрҙәре яңы өй туйланы....

Ябай булһаҡ та, абай булайыҡ...
Рубрикалар // 22-01-2011, 16:27


«Пятерочка» һәм башҡа магазин селтәрҙәрендә «Топленое молоко» печеньеһы, «Коровка» кәнфиттәре төрөлгән ҡаптарҙың тышындағы сағыу төҫтәге «Автомобиль – к чаю» тип яҙылған реклама менән ҡыҙыҡһынып, шартта күрһәтелгәнсә, ун логотип йыйҙым да, яҙылған адрес буйынса Киров ҡалаһына ебәрҙем. Һәм, беләһегеҙме, «балыҡ ҡапты» бит. Бер ай ҙа үтмәне, Кировтан хат килеп төштө: мин, шартта әйтелгәнсә, «Рено» автомобилен отмаһам да, 3200 һумлыҡ «Нокиа» кеҫә телефонын отҡанмын! Телефонды ҡулыма төшөрөү өсөн паспортым менән ИНН-дың күсермәләрен ебәрергә кәрәк икән. Хат махсус бланкыла ла түгел, мисәттәре лә юҡ. Шикләндем дә (минең исемдән кредит алып ҡуйыуҙары йәки башҡа махинация ҡылыуҙары бар бит!), уларҙы ебәрмәнем. Ярты ай тигәндә тағы ла икенсе хат килеп төштө. Үҙемдең шигем тураһында уларҙың электрон почтаһына яҙып ебәрҙем, әммә бер ниндәй ҙә яуап булманы. Тимәк, шигем раҫлана түгелме?! Ысынлап та, бушлай сыр тәпелә генә буламы?...

Бала һөйгәнде ил һөйә
Новости / Башҡортостан // 22-01-2011, 16:25


Бала һөйгәнде ил һөйәРеспублика Хөкүмәтендә бер төркөм гүзәл затты «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Биш һәм унан да күберәк бала тапҡан әсәләргә юғары дәүләт наградаһын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы....

Дәүләт үҙ йөкләмәләрен үтәй
Новости / Башҡортостан // 22-01-2011, 16:15


Дәүләт үҙ йөкләмәләрен үтәйБашҡортостанда 2001 йылдан алып производствола эшләгән ваҡытта имгәнеп ҡалған ете йөҙҙән ашыу кешегә автотранспорт бирелде. Инвалидтар өсөн машина бик ҡәҙерле нәмә – физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә автомобиль ысын мәғәнәһендә хәрәкәт итеү өсөн кәрәк....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM