НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 49(2011) » Страница 5

БЫЙЫЛ ҮЛӘН ШӘП!
Новости / Башҡортостан // 25-06-2011, 09:56


Республикабыҙҙа йыл ярымға етерлек мал аҙығы запасы булдырылырға тейеш . – Бер генә сәғәтте лә юғалтырға ярамай! Бөгөндән мал аҙығын әҙерләй башлағыҙ! – тип талап итте Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһенә арналған видеоселектор кәңәшмәһендә республиканың муниципаль райондары башлыҡтарынан.
Үткән йыл ауыл хужалығы өсөн бик ауыр килде. Шуға ла ҡышты йырып сығыу бик күп хужалыҡтарға ҡыйынға төштө. Әлбиттә, көҙөн мал аҙығын ситтән дә һатып алырға тырышҡайнылар. Әммә ҡоролоҡ арҡаһында йүнләп кенә бесән дә, сенаж да әҙерләү мөмкинлеге булманы. Шуға ла күп кенә район хужалыҡтары етәкселәре ҡышын мал аҙығы һорап, күрше төбәктәргә йөрөргә мәжбүр булды....

Һуғыш балалары онотолмаһын!
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 25-06-2011, 09:56


Зыя Юлмөхәмәтовтың «Йәшлек»тә баҫылған хатын тетрәнеп уҡыным. Әсендем, әрненем, сөнки мине лә был проблема күптән борсой ине. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан һалдаттар, уларҙың ғаиләләре хөкүмәттән ниндәйҙер ярҙам, льготалар, юғары пенсиялар менән фай­ҙалана.
Ә беҙ, яҡындарыбыҙҙы һуғышта юғалт­ҡан ғаиләләр, балалар, бала сағыбыҙ урланған быуын, бер ниндәй ҙә ярҙам алғаныбыҙ юҡ. Һаман бер үк ветерандар, уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрә хөкүмәт. Был беҙҙе атайһыҙ, етемлектә, аслыҡ-ялағаслыҡта, хәйерселектә үҫкән быуынды, кәмһетә, ғәҙелһеҙлекте әсе кисерергә дусар итә. Минең ғаиләмдән генә атайым Мостафин Сол­танмәхмүт Хибатулла улы, өлкән ағайым Әбүзәкир Ибраһим улы Мәмбәтҡолов (әсәйемдең баш балаһы), Мирза Солтанмәхмүт улы Мостафин үҙ теләктәре менән һуғышҡа китеп, Мирҙа ағайым ғына 20 йәштә һыңар аяҡ, ярты үпкә менән II төркөм инвалиды булып ҡайтты. Ә атайым менән Әбүзәкир ағайым – һуғыш ҡорбандары. Иптәшем мәрхүмдең дә атаһы Әхмәр Хәсәнов, уның бер туған ҡустыһы Ҡәйүм һуғышта һәләк булған....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM