НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 47(2011) » Страница 4

«Йәшлек» менән бергә булайыҡ!
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 18-06-2011, 11:22


Башҡортостаныбыҙҙа сыҡҡан барлыҡ баҫмаларҙы ла яратам, ә шулай ҙа, иң яратҡаным, күңелемә яҡыны – «Йәшлек».
«Йәшлек» менән  бергә булайыҡ!Яратҡан баҫмам өйҙә лә, эштә лә, юлда ла һәр саҡ минең менән. Унан бер генә көнгә лә айырылғаным юҡ. Дуҫтарым, яҡындарым да «Йәш­лек»кә тоғро икәнемде, унһыҙ йәшәй алмауымды белә. Минән күреп, күптәре гәзитте яҙҙырып йә һатып алып уҡый башланы, бай йөкмәткеле баҫма күптәрҙең күңеленә хуш килде. Гәзитте уҡымлы, ҡыҙыҡлы итеп сығарыуға күп көс һалған йәшлектәргә ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Үҙ эшен тырышып, яратып башҡарғандарҙың хеҙмәт емеше ул «Йәшлек». Редакция хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа яҡын, улар һәр ваҡыт үҙ уҡыусылары менән осрашып, аралашып йәшәй. Шулай булмай ни, тағы ҡайһы гәзиттең журналистары ҡыштың сатнама һыуыҡ көнөндә ауыл ерендә көн итеүсе уҡыусыһының баҡсаһында ҡар тотоп, ә йәйен миндек бәйләшеп йөрөй?...

Тәүге полиолимпиада еңеүселәре тәбрикләнДе
Новости / Мәғариф // 18-06-2011, 11:09


Тәүге полиолимпиада еңеүселәре тәбрикләнДеБыйыл беренсе тап­ҡыр ойошто­рол­ған республика «Орбита» полиолимпиадаһы Республика башҡорт ли­цей интернатында 5-се, 6-сы синыф уҡыусыларын йыйҙы. Башҡортостан­дың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән 1151 уҡыусы ма­те­матика, логика, баш­ҡорт, рус һәм инглиз теле, тәбиғәт фәндәре буйынса үҙ-ара көс һынашты.
Олимпиада тест рәүешендә ойошторолғайны. Ул ижади ҡарашлы, талантлы уҡыусыларҙы асыҡлау, фәнни һәм тикшеренеү эшенә ҡыҙыҡ­һыныуҙарын арттырыу, республика конкурсына төрлө район уҡыусыларын йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Олимпиада тәүге тапҡыр ғына уҙғарылһа ла, бик күп уҡыусыны йыйҙы. Унда 5-се синыфтар араһынан – 490, 6-сы синыфтарҙан 661 уҡыусы ҡатнашты....

Журналистарҙың хеҙмәте баһаланды
Рубрикалар // 18-06-2011, 11:08


Журналистарҙың  хеҙмәте баһаландыБашҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында бер төркөм журналисты бүләкләү тантанаһы үтте.
– Беҙ барыбыҙ ҙа бер үк эште башҡарабыҙ, халыҡҡа мәғлүмәт еткерәбеҙ, теге йәки был ваҡиғаға ҡарата йәмғиәт фекерен тыуҙырабыҙ. Ысын профессионал ғына дәүләт сәйәсәтен, илдәге хәл-ваҡиғалар­ҙың айышын аңлап, халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт бирә ала. Бөгөн был залда тап шундай журналистар йыйылған. Һеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов.
Журналистҡа йыш ҡына үҙенең һөнәре буйынса башҡаларҙың эштәрен күрһәтергә, уңыштарын яҡтыртырға, теге йәки был һөнәр эйәһен маҡтап яҙырға тура килә. Ә үҙе был осраҡта гел ситтә ҡала. Шуға күрә байрам уңайынан ошондай тантаналар ойошторолоп, һинең дә хеҙмәтеңде баһалауҙары айырыуса күңелле....

Ағасмы, кешеме?
Новости / Башҡортостан // 18-06-2011, 10:48


Ағасмы, кешеме?Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев спектакль геройы булып киткән.
Сюжет буйынса ул урман­ға бара һәм... ағастарҙың һөйләшеүен ишетә. Ағастар уға илдәге коррупция һәм башҡа етешһеҙлектәр тура­һында һөйләй. Күңеле булған Назарбаев һуңынан уларҙы кешегә әйләндерә.
Тап шундай хәл булғандыр, бер шигем дә юҡ. Егерме йыл президент вазифаһында тир түгә торғас, кешеләр ҙә күҙле бүкән кеүек күренә башлайҙыр инде....

Ғүмерем буйы ижадҡа ынтылып йәшәнем
Әҙәбиәт // 18-06-2011, 10:10


Ғүмерем буйы ижадҡа ынтылып йәшәнемТаһир Латиповтың һутлы тел менән яҙылған мәҡәләләрен уҡыған берәү ҙә уның ябай табип икәнлеген әйтмәҫ. Бай йөкмәткеле, уйландырырлыҡ фәһемле яҙмалары аша гәзит уҡыусыларыбыҙ уны яҡшы белә. Таһир Мөхәммәтша улы 45 йыл ғүмерен кешеләр һаулығы һағында тороуға арнаған, анестезиолог-реаниматолог ул. Оҙаҡ йылдар Өфөнөң 13-сө дауаханаһында анестезиология бүлеген еткләгән абруйлы табип лайыҡлы хеҙмәте өсөн республика кимәлендә бихисап маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған. Халҡыбыҙға әллә күпме билдәле шәхесте биргән Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Таһир Мөхәммәтша улы ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын − 75 йәшен билдәләне. Түбәндә уның үҙе менән әңгәмә ҡорҙоҡ....

Рухи күперҙәрҙе нығытып
Новости / Башҡортостан // 18-06-2011, 10:02


Рухи  күперҙәрҙе  нығытыпБашҡорт ерендә төҙөлгән Силәбе ҡалаһы беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды: көн дә йылы ине, ҡаршы алыу­сылар ҙа яҡты йөҙ, ихласлыҡ, ҡунаҡсылыҡ күрһәтте. Ш. Бабич исемендәге китапханаға юлланғанда Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сәхрәгөл Ғатауллина менән бер аҙ әңгәмәләшеп алыу форсаты тейҙе. Сығышы менән Ҡоншаҡ райо­нының Сағышты ауылынан булған эшлекле ханым ойошманы алты йыл етәкләй. 2007 йылда өлкәлә тәү­геләр­ҙән булып ауылдашы Нәфисә Шакирова менән бергә тыуған ауылдарында шәжәрә байрамын ойош­тор­ғандар, шул сараны һуңғы йыл­дар­ҙа башҡарылған иң мөһим эштәр рәтенә индерә ул.
– Нәфисә Ғизетдин ҡыҙы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яҡшы белә, шуға ла милли аш-һыуҙы нисек әҙерләргә, ниндәй кейем тегергә, тип артыҡ баш ватып ултырманыҡ, – ти Сәхрәгөл Абдулла ҡыҙы. – Егәрле еңгәләр ҙә, шәп килендәр ҙә байрам күңелле, уңышлы үтһен өсөн күп көс һалды. Шунда шәжәрә байрамдарының мөһимлеген аңланыҡ. Тап ошондай сарала туғандар бер-береһен табышып, яңынан танышып, быуындар бәйләнешен нығыта....

Хәрби йыйында үҙемде ысын һалдат итеп тойҙом
Рубрикалар // 18-06-2011, 09:59


Яңыраҡ мине хәрби йыйынға ебәрҙеләр. Биш көн дауамында беҙ иртәнән кискә тиклем хәрби эш нигеҙҙәренә өйрәндек. Йыйындан һуң шуны аңланым: армияла еңел түгел икән. Хәрби хеҙмәт миңә еңелдән бирелмәне. Хәрби йыйында минең кеүек 10-сы синыф егеттәре күп ине. Беҙҙе 33-сө полкка билдәләнеләр. Хәрбиҙәр тигеҙ итеп сафта йөрөргә, граната ташлар­ға, марш атларға, автоматтан атырға өйрәтте. Тәүге көндә хәрбиҙәрсә атларға, автоматты һүтеп, кире ҡорорға, командующий менән һөйләшеү ҡағиҙәләренә өйрәттеләр. Икенсе көндө Алкиндағы хәрби полигонға барҙыҡ. “Дошман”дан да бигерәк, миңә аныҡ дошман – талпан ҡурҡынысыраҡ тойолдо....

Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам
Әҙәбиәт / Проза // 18-06-2011, 09:55


"Матур ҡыҙ ине, әрәм булды", "сибәр булһа ла, бәхете юҡ", "әллә ниңә үҙенең ҡәҙерен йәшләй бөтөрөп йөрөй", "шуға бәйләнеп әрәм булды" тигән һүҙҙәрҙе халыҡ араһында йыш ишетергә тура килә. Бындай аптыраулы һүҙҙәр күп осраҡта матур, һылыу ҡыҙҙар яҙмышына ҡарап әйтелә. Ысынлап та, мәктәптән үк тиҫтерҙәре араһында айырылып торған, училище, колледж йәки юғары уҡыу йорттарында уҡығанда ла ундай сибәрҙәр бөтә ир-егеттәрҙе үҙҙәренә ғашиҡ итә. Әйтерһең дә, улар өҫтөнә бәхет йондоҙҙары яуа. Матур ҡыҙҙар был донъялағы иң яҡшы нәмәләргә генә лайыҡ һәм үҙҙәренә «иң-иң»дәрҙе генә алыр кеүек. Тик ниңәлер ҡайһы бер сағыу матурҙар­ҙың киләсәге әллә ни сағыу булмай ҙа ҡуя. Бер ун йылдан һуң урамда күреп, үҙҙәрен танымай ҙа үтеп китәһең. Кемдер ҡул менән төртөп күрһәтһә: "Эй, шулмы?" – тип ғәжәпләнәһең. Сибәр булып тыума, бәхетле булып тыу, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгө шулдыр......

Мәҙәктәр
Әҙәбиәт / Юмор // 18-06-2011, 09:32


Грузин урамда шешлек ҡура, үҙе:
– Һарыҡ итенән шешлек! Һарыҡ итенән шешлек! – тип ҡысҡыра.
– Ә сусҡа итенән юҡмы? – тип һорай үтеп барыусы.
– Беләһеңме, – ти грузин, – был һарыҡ иҫән сағында шул тиклем дә сусҡа ине!...

Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә
Конкурстар // 18-06-2011, 09:30


28 майҙа баҫылған «Мат­буғат» кроссканворды башват­ҡыстар яратыусы уҡыусыларыбыҙ өсөн бик ҡатмарлы булып сыҡты. Республика­быҙҙың төр­лө баҫмаларында эшләгән журналистарҙы йөҙгә таныуы бик ауыр бит инде – улар тележурналист булмағас... Шуға ҡарамаҫтан, бөтә республикала тик ике генә кеше – Сибайҙан Айнур Игликов һәм Әбйәлил райо­нының Михайловка ауылынан Фә­нүзә Вәлишина – кроссканвордты сисеп, дөрөҫ яуап ебәргән. Уларҙы «Республика Башкор­тостан» гәзите редакцияһы вәғәҙә иткән бүләктәр көтә....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM