НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 46(2011) » Страница 3

Эҫелә йөк автомобилдәрендә йөрөү тыйыла
Новости / Рәсәй // 14-06-2011, 13:07


Быйылғы йәйҙән башлап, 15 июндән 15 авгусҡа тиклем эре магистралдәрҙә һауа температураһы 32 градустан артһа, ҙур йөк автомобилдәренең хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелә.
Федераль юл агентлығы әҙерләгән ҡарарҙың сәбәбе − эҫе көндәрҙә юл полотноһына зыян килеүҙе кәметеү. Юлдар тулыһынса ябылмаясаҡ, хәрәкәт киске 9-ҙан иртәнге 9-ға тиклем рөхсәт ителә. Иң көсөргәнешле трассалар иҫәбенә Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Силәбе янындағы юл участкалары инә....

Баланың мәйете табылды
Махсус бит / Проблема // 14-06-2011, 13:04


29 майҙа республиканың Благове­щен ҡалаһында туғыҙ йәшлек Дарья Асеева юғалғайны. Ул кискеһен өйҙән уйнарға ғына сығып киткән һәм ошо көнгә тиклем ҡыҙҙың ҡайҙалығын бер кем дә белмәне. Дарьяны эҙләү өсөн Благовещен ҡалаһы халҡы, хоҡуҡ һаҡ­­лау органдары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. Баланың юғалыуын төр­лөсә фаразланылар бәхетһеҙ осраҡ та, урлау версияһы ла ҡаралды. Үкенескә күрә, Дарья тере түгел. Уның кәүҙәһе Благовещен районы тер­риторияһында ер аҫтынан табыл­ған. Белгестәр әйтеүенсә, бала яҡты донъянан үҙ үлеме менән китмәгән, Дарьяны үлтереп, ергә күмгәндәр....

Райондың киләсәге өмөтлө
Рубрикалар // 14-06-2011, 12:59


«Райондың киләсәге өмөтлө», − тине Хәйбулла районының һабантуйында ҡатнашҡан республика етәксеһе. БР Президенты Рөстәм Хәмитов Хәйбулла районының һабантуйында булып, был төбәк халҡының байрам шатлығын уртаҡлашты. Республика етәксеһе ауыл хеҙмәтсәндәрен яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу менән ҡотлап: «Хәйбулла районы төбәктә һәр саҡ иң эре һәм ҡеүәтлеһе булды. Бында ҡоролоҡ һәм башҡа ауырлыҡтар алдында баш эймәгән көслө рухлы, эшһөйәр, иҫ киткес шәхестәр йәшәй», − тип билдәләне. Төбәк башлығы районда юл төҙөлөшө, дауахананы төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һабантуйҙың төп сәхнәһендә төбәк етәксеһе ялан батырҙарын да тәбрикләне....

Яңы фабрика сафҡа инде
Экономика // 14-06-2011, 12:55


Яңы фабрика сафҡа индеРәсәй көнө алдынан Хәйбулла районында яңы тау сәнәғәт объекты файҙаланыуға тапшырылды. Хәйбулла районының Петропавловск ауылына яҡын урынлашҡан фабрика биләмәһенә иртәнге сәғәт 7-лә үк килеп төштөк. Шулай булһа ла, бында эш ҡайнай: байрам ойоштороусылар һуңғы әҙерлек эштәре менән булыша, һаҡсылар постарҙы тикшерә, махсус форма кейгән эшселәр күренгеләп ҡала. Уҙған килеүемдә, 2009 йылда, был фабриканың һөлдәһе генә бар ине, хәҙер иһә тулы ҡеүәтенә эшләп торған сәнәғәт предприятиеһының ысынбарлығына, әкиәт булмауына ышаныуы ла ҡыйын. Асфальт юлдар, ыҡсым административ бина, ашхана, складтар, фабриканың төп ҡеүәттәре урынлашҡан ангарҙар – быларҙың барыһы ла, сәнәғәт предприятиеһынан бигерәк, уртасараҡ ҡала урамдарын хәтерләтә....

Уңыш йылмаямы һиңә?
Новости / Мәғариф // 14-06-2011, 12:50


Уңыш йылмаямы һиңә?Башҡортостанда рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын 27448 кеше тапшырғайны. Минималь сикте (быйыл 36 балдан алып 100 балға тиклем ине) мәктәпте тамамлаусыларҙың 2,4 проценты –660 кеше үтә алмаған. Былтыр 973 уҡыу­сы ошо фәндән имтиханды бирә алмағайны. Республикала тик бер генә уҡыусы 100 балл йыйған. Математиканы уңышлы тапшырып, рус теленән аҙ балл йыйған уҡыусылар имтиханды 18 июндә ҡабаттан тапшыра ала.
Математика буйынса имтихан һөҙөмтәләре был аҙнала билдәле буласаҡ. Рус теле буйынса БДИ-ла ҡуйылған балдар менән килешмәүселәргә бөгөн һәм иртәгә аппеляцияға ғариза яҙырға мөмкин....

Гәзитебеҙгә яҙылып, «Йәшлек»-фараз»да ҡатнашығыҙ, бүләктәр отоғоҙ
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 14-06-2011, 12:48


Ҡәҙерле дуҫтар, быйылғы йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ни бары бер генә аҙна ваҡыт ҡалды. Әлбиттә, әлеге мәлдә ауылда ҡылды ҡырҡҡа ярыр мәл: йәшелсә баҡсаларындағы сүп-сарҙы, ям­ғырҙар­ҙан һуң дәррәү күтәрелгән картуфты утайһы бар. Шулай ҙа эш менән мауығып, рухи тормошоғоҙ тураһында ла онотоп ебәрмәгеҙ – яратҡан «Йәшлек» гәзитенә квитанция тултырып, беҙҙең «Йәшлек» – фараз» конкурсында ҡатнашығыҙ. Гәзитебеҙгә иң беренселәр­ҙән булып яҙылып, тиражын мөмкин тиклем дөрөҫ күҙаллаған тәүге 50 ке­шене, һәр ваҡыттағыса, бүләктәр һәм ҡыҙыҡлы сюрприз көтә. Тик бының өсөн әлеге һанда ба­ҫылып сыҡҡан купонды ентекләп тултырып, тиҙерәк редакцияға ебәреүегеҙ һорала. Ку­понға, иң мөһиме, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙҙең тиражы күпме буласағын фаразлаған һандар­ҙы, исем-шәрифегеҙҙе һәм теүәл адресығыҙҙы, хатта телефон номер­ҙарығыҙҙы (өй­ҙөкө лә, кеҫәнеке лә ярай) яҙып ебәреүегеҙ мотлаҡ....

Сибайҙарҙың бындай карнавалды күргәне юҡ ине
Новости / Башҡортостан // 14-06-2011, 12:43


Сибайҙарҙың бындай карнавалды   күргәне юҡ инеАлыҫтан килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан менән Силәбенең сигенә сығып уҡ көтөп алдыҡ. Ниһайәт, Сибайҙың ситендәге стела янына Ҡыҙыл яғынан өс туристик автобус килеп туҡтаны һәм унан төркөм-төркөм булып сит ил ҡунаҡтары төшә башланы. Көмрө танаулы итальяндар, уларҙан бер ҙә ҡалышмаған әзербайжандар, минән дә ҡарараҡ африкандар, 32 тешен күрһәтеп йылмайыш­ҡан һиндтар. Улар янында беҙҙең төлкө ҡойроҡло бүректәр кейгән бейеүсе егеттәребеҙ ҙә, балитәкле күлдәктәге фольклорсы әбейҙәребеҙҙең дә бик тә урынлы күренеп ҡалыу­ҙарына иғтибар иттем: бер ниндәй яһалмалылыҡ, бутафорлыҡ күренмәй ине уларҙа. Фольклор коллективтары, ниндәй генә дәүләттеке, халыҡтыҡы булмаһын, барыһы ла бер иш икән ул! Ул арала, сыр-сыу килеп, мажара көтөп торған халыҡ ҡунаҡтар менән ҡосаҡлашып фотоға төшә башланы. Тегеләре бындай мөғәмәләгә өйрәнеп бөткән ахыры − ихлас итеп йылмаялар, уңайлыраҡ позаларға баҫалар....

Башҡортостанға ҡунаҡ килгән – теге остан, был остан!
Новости / Рәсәй // 14-06-2011, 12:40


Башҡортостанға ҡунаҡ килгән – теге остан, был остан!Әбйәлилдә һабансылар байрамы быйыл «Берҙәмлек» X халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале менән бергә үрелеп барҙы. Башҡортостан, Рәсәй, сит ил халыҡтары мәҙәниәтен популярлаштырыу, төрлө илдәрҙең ижади коллективтары менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған сара, әлбиттә, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға арналғайны. Әбйәлилдәр ҡунаҡтарҙы ла, үҙҙәренең артистарын да ихлас тәбрикләне, сығыштарын алҡыштарға күмде. Сәхнәгә бер-бер артлы Италиянан «А Пачиандерра Сансустиса» фольклор ансамбле, Төркиәнән «Кечиорен», Һиндостандың Педжаб штатынан «Патнала» бейеү ансамблдәре күтәрелде. Әбйәлилдәрҙе Әзербайжандан килгән Фикрет Әмиров исемендәге дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле лә, Ҡаҙағстандан Жансая Жумекенова менән Азамат Мукатовтың инструменталь дуэты ла һөйөндөрҙө....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM