НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 46(2011) » Страница 2

«Ағиҙел»де уҡып кинәнәм
Әҙәбиәт // 14-06-2011, 13:30


«Ағиҙел»де уҡып кинәнәмБашҡортостаныбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан «Ағиҙел» журналы тураһында бер нисә һүҙ әйткем килә. Был баҫманы күп йылдар алдырып уҡып киләм.
Баш мөхәррир булып Әмир Әминев килгәс, журнал ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙ­гәр­ҙе. Унда ҙур күләмле, тәрән йөкмәткеле повестар, романдар донъя күрҙе. Әҫәрҙәрҙең теле саф башҡортса яңғырай башланы, үткер проблемалар ҡыйыу күтәрелде. Ҡыҫҡаһы, журналға яңы рух, йәм өҫтәлде.
Әмир Әминевтың үҙенең әҫәрҙәре лә бай йөкмәткеле. Ул әҙәм балаһының ни тиклем уҫал, яуыз, мәкерле, ике йөҙлө булыуын оҫта күрһәтә белә. «Танкист», «Бер кәмәлә», «Ҡапҡа» повестарын уҡып, тетрәнәһең....

Фекерең өсөн үҙең яуап бир
Новости / Сәйәсәт // 14-06-2011, 13:29


Рәсәйҙә интернет селтәрендә «йөҙгән» мәғлүмәт сараларында уҡыусыларҙың экстремистик комментарийҙары өсөн ҡануниәт тарафынан яуаплылыҡ сиге билдәләнәсәк .
Был хаҡта РФ Президенты Дмитрий Медведев тейешле тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Бер ай элек интернет-берлек вәкилдәре менән осрашыуҙа уға редакциялар етәкселәре, уҡыусылар яҙған фекер­ҙәр йә блогтарҙағы мәғлүмәтте күсереп яҙған өсөн яуап бирергә тура килә, тип зарланғайны. Ошо юҫыҡта илдең элемтә һәм коммуникациялар ми­нистры Игорь Щеголевҡа 1 авгусҡа тиклем «Киң мәғлүмәт саралары тураһында»ғы РФ законына үҙгәрештәр әҙерләргә күрһәтмә бирелде. Бында, әлбиттә, һүҙ комментарийҙар баҫҡан интернет-сығанаҡтарҙы яуап­лылыҡтан бушатыу хаҡында түгел, ә сиктәр билдәләү хаҡында барасаҡ, йәғни «РФ ҡануниәтен боҙоусы уҡыу­сылар фекерен баҫҡан өсөн» тигән пункт тәртипкә килтереләсәк....

Журналистар «акула»лы булды
Новости / Рәсәй // 14-06-2011, 13:26


Журналистар «акула»лы булдыЕкатеринбургтан журналистар араһында «Алтын акула» һөнәри премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырып шылтыратҡас, оҙаҡ уйлап тормай, юлға сыҡтым. 2001 йылда булдырылған премия быйыл алтынсы тапҡыр тапшырылды. Силәбе, Төмән, Екатеринбург, Ҡурған, Пермь журналистары унда быға тиклем дә ҡатнашып торһа, Ижевск, Салехард, Ханты-Мансийск, Өфөнөң ҡәләм эйәләре конкурсҡа быйыл ғына ҡушылған.
Рәсәй йәмәғәтселек менән бәйләнеш ассоциацияһының Урал бүлексәһе һәм Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Ельцин исемендәге Урал федераль университеты быйылғы сараның ойоштороусылары булып сығыш яһаны, осрашыу ҙа ошо вуз бинаһында үтте....

Петрушка – наркотик?!
Махсус бит / Проблема // 14-06-2011, 13:25


Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы, петрушканы көслө йоғонтоһо булған наркотик һәм ағыулы матдәләр исемлегенә индермәксе. Исемлеккә был тәмләткестең ҡабығы түгел, кеше һаулығы өсөн зыянлы май яһап була торған емештәре индерелгән. РФ Дәүләт наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы идаралыҡ етәксеһе Виктор Иванов белдереүенсә, хөкүмәттең ҡарары сығыу менән был үҫемлектең магазин кәштәләренән алыныуы мөмкин. Сөнки тыйылған үҫемлектәр тейешле ҡарар менән раҫланып, махсус исемлеккә индерелә һәм һатыуҙан алына....

Башҡорт шаяндары федерацияға берләшә
Әҙәбиәт / Юмор // 14-06-2011, 13:24


Башҡорт шаяндары федерацияға берләшәБөгөн беҙҙә КВН хәрәкәте әүҙемләшә бара, 15-ләгән лига бар, шул иҫәптән БР Юғары асыҡ телевизион КВН лигаһы, «Молот» асыҡ йәштәр лигаһы. Дөйөм алғанда, әле төбәктә 100-ҙән ашыу КВН командаһы һанала, унда 19–30 йәшлектәр ҡатнаша. Гәзитебеҙ йыл һайын яҡтыртып торған «Шаяниум», «Шаян уйын» конкурстары ла күп кенә егет һәм ҡыҙҙың яратҡан тамашаларына әйләнде. БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин әйтеүенсә, был хәрәкәтте ныҡлап тергеҙеү республика етәкселегенең инициативаһы. КВН-ды үҫтереү маҡсатында субсидия бүлеү тәртибе ҡаралған, бюджет та аҡса бүләсәк....

50 кг наркотик юҡ ителгән
Рубрикалар // 14-06-2011, 13:22


Хеҙмәткәрҙәр тарафынан 20 килограмдан ашыу марихуана, 14 кг героин, 9 кг гашиш, 5 кг-дан ашыу мәк һаламы юҡ ителгән. Был матдәләрҙең барыһы ла 93 административ һәм енәйәт эше буйынса дәлил булып тора. Хөкөм ителеүселәр араһында притон тотоусылар, һатыусылар, наркотик матдә үҫтереүселәр бар. Һәммәһе лә Башҡортостандыҡы түгел, алтауһы Әзербайжандан булһа, берәүһе – Ставрополь крайынан. Баш ҡаланың Киров район суды Афғанстанда етештерелгән наркотик килтереүҙе ойоштороу менән шөғөлләнгән ете енәйәтсене 6,5 йылдан 9,5 йылғаса иркенән мәхрүм иткән....

Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡ
Новости / Мәғариф // 14-06-2011, 13:16


Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡУҡыусыларҙың көтөп алған иң оҙон каникулы ла килеп етте. Һәр кем уны ҡайҙа, нисек үткәреү тураһында алдан уҡ план ҡороп бөткән. Кемдәрҙер ауылда олатай-өләсәһе янында ял итергә йыйынһа, икенселәр атай-әсәйҙәре менән диңгеҙгә барырға ниәтләй, шулай ҙа күптәр ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында тиҫтерҙәре менән бергә ял итеүҙе хуп күрә. Ысынлап та, бында үҙеңә бик күп дуҫтар ҙа табырға була, өҫтәүенә, вожатыйҙар ойошторған төрлө күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр күңелдә мәңге онотолмаҫ сағыу хәтирәләр ҡалдыра. Быйыл республикабыҙҙа балалар өсөн ниндәй лагерҙар эшләйәсәк, уларға ҡайҙан путевка алырға мөмкин, тигән һорауҙар менән БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы ҒИЛМИТДИНОВАҒА мөрәжәғәт иттек....

Шау-гөр килде баш ҡала
Новости // 14-06-2011, 13:14


Өфөлә иртә менән ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, һәр кем ғаиләһе менән байрам тамашаларын ҡарарға ашыҡты. Ҡаланың төрлө ял парктарында, майҙандарында Ҡала көнөнә, Рәсәй көнөнә һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған төрлө мәҙәни саралар үткәрелде.
Тантаналы саралар БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Азамат Илембәтовтарҙың Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуынан башланды....

“Урал батыр” эпосын – донъяның рухи мираҫтары исемлегенә!
Новости / Тарих // 14-06-2011, 13:10


“Урал батыр” эпосын – донъяның рухи мираҫтары исемлегенә!10 июндә Сибай ҡалаһында ʺУрал батырʺ эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи ҡомарт­ҡыларыʺ тип аталған II Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Унда билдәле фольклорсылар, лингвистар, тарихсылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Конференцияны башлап, Баш­ҡорт дәүләт университеты Сибай институтының төп корпусы алдында баш­ҡорт халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәү­ләтшинаға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы: шулай итеп, БДУСИ янында башҡорт зыялылары һәйкәлдәренең сафы тағы тулылана төштө.
Сараның төп маҡсаты − ʺУрал-батырʺ эпосын ЮНЕСКО-ның ʺКеше­лек донъяһының рухи һәм матди булмаған мираҫтарыʺ исемлегенә индереү буйынса эштәрҙе әүҙемләштереү....

Донья яңылыҡтары
Рубрикалар // 14-06-2011, 13:09


Японияның атом электр станцияһындағы авариянан һуң әллә ни насар эҙемтәләр булманы, тип ышандырырға тырыштылар.
Әммә һуңғы көндәрҙә «Фукуси­­-ма − 1»­ҙән алыҫ урындарҙа ла ра­диоактив матдәләр табылған. Әле диңгеҙ һәм ер аҫты һыуҙарында строн­ций барлығын асыҡлағандар. Был матдә һыуҙа мөмкин булған параметрҙарҙан 240 тапҡырға артығыраҡ.
Әлбиттә япондар радиоактив мат­­дәләрҙең асыҡ һыуға сығыуын контролдә тоторға тырыша. Әле белгестәр диңгеҙҙә тотолған ба­лыҡты ҡулланыуҙың хәүеф менән янауын билдәләй.
Стронций юҡҡа сыҡһын өсөн 29 йыл ваҡыт талап ителә. Был матдә кеше организмына эләкһә, онкологик ауы­рыуҙарға килтерә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM