НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 41(2011) » Страница 2

Меңдәр араһында иң сағыуы булыр өсөн...
Рубрикалар // 28-05-2011, 11:57


Оялсан булмаһам да, юғалып ҡалам... Нимә эшләргә?
«Хөрмәтле редакция! Миңә 19 йәш. Сибәр түгелмен, әммә, мөләйемһең, тиҙәр. Оялсан да түгел кеүекмен, шулай ҙа күп ваҡыт юғалып ҡалам. Дуҫ ҡыҙҙарым бик шаян, хатта матур булмағандары ла егеттәр­ҙе тиҙ ҡарата. Нисек үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙырырға, сағыуыраҡ күренергә икән? Рәмилә».
Һәр йәш ҡыҙҙың да уйлағаны шул: нисек башҡалар­ҙан айырылып торорға, иң гүзәле булырға? Ҡыҙҙар, бының өсөн етешһеҙлектәрегеҙҙе бөтөнләй онотоп, һәр яҡшы нәмәлә әүҙем булып, ғөмүмән, позитивҡа «эйәреп» йәшәргә кәрәк. Бына бер нисә ябай ғына кәңәш:...

«Үҙегеҙгә ышанығыҙ, шул саҡта нисек йәшәргә икәнен белерһегеҙ»
Рубрикалар // 28-05-2011, 11:50


«Үҙегеҙгә ышанығыҙ, шул саҡта нисек йәшәргә икәнен белерһегеҙ»Фәнзирә Ғәйфуллина – Салауат районының Ахун ауылы ҡыҙы. Ул үҫкән ғаиләлә лайыҡлы һөнәр, юғары белем алыуҙы тәү сиратҡа ҡуйғандар. Шуға ла ҡыҙ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе республика башҡорт гимназия-интернатын тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына юллана. Бер нисә йыл һөнәре буйынса эшләп, эш һәм тормош тәжрибәһе лә туплағас, икенсе юғары белем алырға Башҡорт дәүләт аграр университетына килә. Бөгөн ул БР буйынса «Ер кадастр палатаһы» федераль дәүләт учреждениеһының 2-се мәғлүмәт эшкәртеү бүлегендә әйҙәүсе инженер булып эшләй. «Эшебеҙ бик етди, көнөнә әллә нисәмә документты теркәргә, тикшерергә тура килә. Был саҡта иғтибарың тотош алдыңдағы мәғлүмәткә йүнәлергә тейеш», – ти Фәнзирә. Дөйөм алғанда, үҙен һәр саҡ көр кәйефле итеп тоторға тырыша, сәләмәт тормош алып бара. Билдәле Бенедикт әйтмешләй, ти ул, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға яҡшы кәйефегеҙ менән ҡарағыҙ. Уңышлы булыу ҙа һәр кемдең үҙенә бәйлелегенә ышана: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көнөнә. Шулай итеп, Фәнзирә Ғәйфуллинанан уңышҡа биш аҙым....

Етем бала күңелендә нимә бар?
Махсус бит / Проблема // 28-05-2011, 11:47


Әлшәй районында туғыҙ йәшлек малай аҫылынып үлде
Етем бала күңелендә нимә бар?13 майҙа республиканың Әлшәй районындағы Чайкин утарында ҡот осҡос хәл була – туғыҙ йәшлек малай аҫылынып үлә. Был малай­ҙы Вилдановтар ғаиләһе бер нисә йыл элек патронат тәрбиәгә алған булған. Сабыйлыҡтан да сыҡмаған Илья Майданниктың үлеме буйынса төрлө имеш-мимештәр тиҙ арала таралып, интернет селтәрен дә, башҡа киң матбуғат сараларын да тултырҙы. Кемдер фажиғәлә малайҙы тәрбиәгә алған ғаиләне, кемдер мәктәпте ғәйепләне. Алдан уҡ шуны әйтке килә: кемгәлер ғәйеп тағыу менән шөғөлләнеү журналистар компетенцияһында түгел. Бындай хәлдәрҙә һуңғы һүҙҙе тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре генә әйтә ала....

Аҙна аптыратҡыстары
Рубрикалар // 28-05-2011, 11:46


Елле диван алдым әле...
Аҙна аптыратҡыстарыРәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикованың кабинеты өсөн 5 миллион 100 мең һумлыҡ мебель алмаҡсылар икән.
Иҫке йыһаздар туҙған, унда кәңәшмәләр үткәреүе лә оят, күрәһең. Ә шул тиклем аҡсаны ҡайҙан алмаҡсылар, тиһегеҙме? Ил ҡаҙнаһынан, әлбиттә. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса йөҙләп медпунктты ҡулайлаштыраһың да (оптималләштерәһең дә, хәҙер ябыу тип яҙыу кәңәш ителмәй), министр өсөн генә түгел, уның тиҫтәләгән урынбаҫары өсөн дә әҙәм рәүешле мебель алырға була. Һоҡланғыс йыһазлы министр кабинетына инеү оят булмаясаҡ хәҙер. Илдәге һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш кимәле өсөн генә оят...

«Беҙ халыҡ менән эшләргә, аралашырға тейешбеҙ»
Рубрикалар // 28-05-2011, 11:44


Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БСТ каналында тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе
«Беҙ халыҡ менән эшләргә, аралашырға тейешбеҙ»«Тура эфир» Президенттың блогына килгән мөрәжәғәттәр, теләк һәм тәҡдимдәр хаҡында һөйләшеүҙән башланды. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 8 – 9 ай эсендә 52 мең мөрәжәғәт теркәлгән. Тәүге көндәрҙә блогка 30 – 35 мең кеше инһә, һуңғараҡ был һан 20 меңгә ҡалған, әле көнөнә – 10 – 15 меңләп. Артабан һорауҙар тормоштоң төрлө өлкәләренә ҡағылды, Президентҡа Өфөлә Башҡорт дәүләт университетынан, Сибай ҡалаһы һәм Благовар районы үҙәге Языков ауылынан телекүпер аша һорау бирҙеләр. Түбәндә – яуаптарҙың иң мөһимдәре....

Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерһегеҙме?
Новости / Мәғариф // 28-05-2011, 11:42


27 майҙа сығарылыш синыф уҡыу­сылары информатика, информацион-коммуникатив технологиялар, биология һәм рус әҙәбиәтенән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. 30 майҙа иһә уларҙың барыһы ла рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Шулай итеп, мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн хәл иткес һынауҙар башланды. Уҡыусылар үҙҙәрен нисек тоя, имтиханға әҙерме? Ошо һорау менән бер нисәүһенә мөрәжәғәт иттек....

Йәштәр йәйге ялында ял итмәйәсәк
Новости / Мәғариф // 28-05-2011, 11:41


Уңған егет-ҡыҙҙар Сочи, Анапа, Геленджик, Сахалин яҡтарына эшкә китәсәк
Егерменсе быуаттың 90-сы йылдарына тиклем илдәге һәр төҙөлөштә, һәр баҫыуҙа тиерлек шаулап торған студент отрядтарының әһәмиәте тураһында бөгөн йыш телгә алына, бындай штабтарҙы тергеҙеүҙең актуаллегенә лә баҫым яһала....

Һуңғы ҡыңғырау сыңы оҙатты һәм осраштырҙы
Новости / Мәғариф // 28-05-2011, 11:39


Һуңғы ҡыңғырау сыңы оҙатты һәм осраштырҙыТәбиғәттең йәшеллеккә күмелгән, ағастарҙың сәскәгә төрөнгән иң йәмле сағы. Ошондай гүзәл мәлдә мәктәптәрҙә лә иң матур байрамдарҙың береһе – Һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтә. Мәктәпте тамамлаусы уҡыусылар ҙа, ана шул сәскәгә күмелгән алмағастар, муйылдар, сирендәр кеүек, һоҡланып туйғыһыҙ матур, күҙҙәре яна, йөҙҙәре балҡый, күңелдәре иң яҡты уйҙарға, саф хыялдарға ғына тулышҡан. Республикабыҙҙа 28614 уҡыусы быйыл мәктәп менән, яратҡан уҡытыусылары, тәрбиәселәре менән хушлаша....

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 28-05-2011, 11:34


һөйөндөрҙө...
Был аҙнала беҙҙе...РФ Президенты Дмитрий Мед­ведев башлаған автомобилдәргә техосмотр үткәреү реформаһын Премьер-министр Владимир Путин дауам итмәксе.
Ул үҙенең ҡарары менән 2011 йылға тиклем ғәмәлдә булған техосмотр талондарын бер йылға тиклем оҙайтты. Бынан тыш, бер йыл йөрөгән автомобилдәр ҙә техосмотрҙан азат ителгән. Документҡа ярашлы, быйыл автомобилдәренә инструменталь контроль үткәрергә тейешле кешеләр 2012 йылда ғына техосмотрға бара ала. Бер йыл да йөрөмәгән еңел автомобилдәр хужаларына техник тикшереү талоны машинаны иҫәпкә ҡуйғанда биреләсәк....

«Леруа Мерлен» сауҙа үҙәге асылды
Рубрикалар // 28-05-2011, 11:33


– «Леруа Мерлен»дың асылыуы – Башҡортостан Республикаһының Франция предприятиелары менән хеҙмәттәшлегендә ни бары беренсе аҙым, ҙур, ҡыҙыҡлы проекттың башы ғына, – тине сауҙа комплексын асыу тантанаһында Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бөгөн Францияның Рәсәйҙәге илсеһе менән артабан хеҙмәттәшлек итеүҙең төрлө варианттарын тикшер­ҙек, перспективалар яҡшы ғына....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM