НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шаран районында яңы АЗС асылды
Новости / Башҡортостан // 18-01-2011, 10:21


Шаран районында яңы АЗС асылдыШаран ауылы менән Туймазы ҡалаһын тоташтырыусы автомобиль трассаһынан Октябрьский ҡалаһына, шулай уҡ уның аша Һамар, Тольятти йәки Ҡаҙанға барыусы транзит автотранспорт та файҙалана....

Рәсәй һәм Франция ғалимдары Өфөлә осрашасаҡ
Новости // 18-01-2011, 10:21


Рәсәй һәм Франция ғалимдары Өфөлә осрашасаҡ17 ғинуарҙан 21-нә тиклем Баш­ҡорт дәүләт университеты базаһында Рә­сәй иҡтисадының аҡса-финанс мәсьәләләре бу­йын­са Рәсәй – Франция семинарының си­раттағы сессияһы үтә.
Ике илдең финанс өлкәһендәге ҙур белгестәре Рәсәйҙең 2010 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарын, бө­тә донъя валюта-финанс баҙары проблемаларын һәм перспективаларын, иле­беҙ иҡтисадының баш­ҡа мөһим мәсьәләләрен тикшерәсәк....

Тәрбиәгә бала алһаң – 365 мең һум!
Новости // 18-01-2011, 10:20


Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яҡын көндәр­ҙә ошо туралағы законды ҡараясаҡ. Яңы закон тәрбиәгә етем бала алған ғаиләләргә 365 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әлеге пособие һәр бала өсөн айырым түләнә. Мәҫәлән, ғаилә уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа ике сабый ала икән, уларға 730 һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Тимәк, был әллә күпме етем сабый­ға ғаиләгә урынлашыу мөмкинлеген бирәсәк, тигән һүҙ....

Г. Шебаев – һаулыҡ һаҡлау министры
Новости / Башҡортостан // 18-01-2011, 10:19


Г. Шебаев – һаулыҡ һаҡлау министрыБР Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән Георгий Шебаев БР һаулыҡ һаҡлау министры итеп тәғәйенләнде.
Шебаев Георгий Анатольевич 1976 йылда Өфөлә тыуған. И. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһын тамамлаған. Медицина фәндәре кандидаты.
2010 йылдан ошо көнгә тиклем БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, министр вазифаһын башҡарыусы булып эшләгән.
Георгий Шебаев – Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса РФ Президенты ҡарамағындағы консультатив эшсе төркөм ағзаһы....

Яңы министр райондар менән таныша
Новости / Башҡортостан // 18-01-2011, 10:18


Республиканың ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарына сәфәре барышында малсылыҡ фермаларында, мал аҙығы ихаталарында, иген келәттәрендә, машина-трактор парктарында булды, хужалыҡ етәкселәре, белгестәр менән аралашҡанда мал ҡышлатыу барышы, мал аҙығы, орлоҡ, яғыулыҡ менән тәьминәт кимәле, хеҙмәт хаҡы, ауыл хужалығы предприятиеларының киләсәге менән ҡыҙыҡһынды....

Нуриманда туризмға иғтибар артасаҡ
Новости / Башҡортостан // 18-01-2011, 10:16


Нуриманда туризмға иғтибар артасаҡРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов Нуриман райо­нына эш сәфәрендә үҙәк район дауаханаһында 2006 йылда туҡтатылған хужалыҡ корпусы төҙөлөшө менән яҡындан танышып, уны төҙөп бөтөрөү кәрәклегенә баҫым яһаны....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 18-01-2011, 10:15


Донъя энергетикаһының яңы аҙымы

Быйылғы йыл «Бритиш Петролеум» менән «Роснефть» компаниялары өсөн генә түгел, тотош донъя энергетикаһы өсөн үҙенсәлекле булырға тейеш.
Килешеү буйынса улар Арктика шельфындағы газ һәм нефть ятҡылыҡтарын бергәләп үҙләштерәсәк, ә был – яҡынса күҙаллауҙар буйынса, 5 млрд тонна нефть һәм 10 триллион кубометр газ. Компаниялар үҙ-ара акциялары менән алмашмаҡсы һәм бергәләп Арктиканы тикшермәксе. Рәсәй Хөкүмәте иһә был проект өсөн иң уңайлы һалым режимын булдырмаҡсы. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин әйтеүенсә, ил Хөкүмәте был эште хуплаясаҡ. Уның бөтә донъя нефть газ тармағына ҙур ғына йоғонто яһауы ихтимал.
Яңы проект өсөн Рәсәйҙә махсус ғилми-тикшеренеү үҙәктәре асыласаҡ....

Бәхил бул, ғалим!
Рубрикалар / Хәтер // 18-01-2011, 10:13


Бәхил бул, ғалим!Башҡортостан фәне ҙур юғалтыу кисерҙе. 60-сы йәшендә Ринат Мөхәммәт улы Йосопов – күренекле тарихсы-этнолог, БР-ҙың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге мөдире беҙҙең аранан китте....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 18-01-2011, 10:11


БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа 13 мартта бер мандатлы Отрадово (28-се), Иглин (45-се) округтарында үтәсәк депутаттар һайлауға кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү тамамланды. БР Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, ике депутат мандатына һигеҙ кеше дәғүә итә. Шуларҙың алтыһы «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй» партияларының төбәк бүлексәләренән күрһәтелгән, икәүһе – үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүселәр....

1 һум өсөн 5000 һум!
Новости // 18-01-2011, 10:10


1 һум өсөн 5000 һум!Ябай кеше өсөн биш һум аҡса биреп, биш мең һум аҡса эшләү мөмкинлеге булғаны юҡ ине әле. Хәҙер тимер аҡсаны тотонмай, быяла банкаларға ғына йыйып барған кешеләр тик торғандан байып китә ала – Уралдың бер банкыһы «Бөркөттөң һул тәпәйе аҫтында 5000 һум» тип аталған акция үткәрергә булған. Был кредит ойошмаһы халыҡтан 1, 2, 5 һумлыҡ тимер аҡса йыя. Әлбиттә, бер шарт бар: аҡса 2003 йылда Санкт-Петербургтың монета һарайында сығарылған булырға тейеш....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM