НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 38(2011) » Страница 2

Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләйбеҙ, әммә…
Экономика // 17-05-2011, 10:18


Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләйбеҙ, әммә…Мин − Әбйәлил районының Атауҙы ауылында йәшәүсе етмеш йәшлек Рәшит Хәсән улы Замалетдинов. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илебеҙҙе нығытыу өсөн арымай-талмай хеҙмәт иткән кешеләр­ҙең береһемен. Дүрт бала үҫтерҙем. Балаларымды, алдашмағыҙ, урлашмағыҙ, кешене рәнйетмәгеҙ, һәр саҡ изгелек өләшегеҙ, тип тәрбиәләнем. Бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙ төҙөгән йорттарҙа мул тормошта йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Күп итеп итеп мал аҫрайбыҙ, йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Өлкән малайым − юғары белемле зоотехник. Әле ул эшһеҙ ҡалды. Сөнки, йыуаш булғас, хәҙерге беҙҙәге системаға яраҡлаша, кире көстәргә ҡаршылаша алманы. Күмәкләп кәңәшләшкәс, улым Замалетдинов Илдар Рәшит улы исеменә шәхси эш асырға булдыҡ. Балаларымды умартасылыҡ серҙәренә өйрәткән инем, шулай уҡ мал-тыуар аҫрап, тәрбиәләй ҙә беләләр...

Һынау ауыр булған һайын еңеү шатлығы ла татлыраҡ
Новости / Мәғариф // 17-05-2011, 09:56


Һынау ауыр булған һайын еңеү шатлығы ла татлыраҡРәсәйҙең иң йәшел һәм төҙөк ҡалаларының береһе баш ҡалабыҙ Өфө уҙған аҙнала илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йәш экологтарҙы ҡабул итте. Бында экология буйынса уҡыусы­лар­ҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Өфөгә ул тиклем дә күп уҡыусы йыйылғаны булмағандыр − олимпиадала илдең 65 төбәгенән 198 уҡыусы ҡатнашты....

«Алло, беҙ һеҙҙе тыңларға әҙер»
Рубрикалар // 17-05-2011, 09:51


йәки Тормошоғоҙҙа проблемалар булһа, психологик ярҙам үҙәгенә шылтыратыуҙан тартынмағыҙ
«Алло, беҙ һеҙҙе тыңларға әҙер»Тормошта төрлө хәлдәр була, ҡайһы саҡта ҡайҙа барып, кемдән кәңәш һорарға белмәй­һең: бер кем дә һине аңламаҫ, берәүҙең дә һиндә эше юҡ кеүек, шул уҡ ваҡытта килеп тыуған хәлдән сығыу юлы ла күренмәй. Бына шундай ауыр минуттарҙа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, кемдән ярҙам һорарға һуң? Һуңғы йылдарҙа төрлө ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә халыҡҡа психологик ярҙам күрһәтеү үҙәктәре эшләй башланы. Улар кешегә ярҙам ҡулы һу­ҙыр­ға һәр ваҡыт әҙер. Был үҙәктәрҙә «Ышаныс телефондары» ла булдырылған. Тимәк, барырға мөмкинлек юҡ икән, шылтыратып ҡына ла һөйләшергә мөмкин. Уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында Ғаиләгә, ба­лалар­ға һәм йәштәргә социаль-психологик яр­ҙам күрһәтеү рес­публика үҙәгенең «Ыша­ныс телефоны» хеҙмәте етәксеһе Ғәлиә Әхәт ҡыҙы СӘЛИХОВАҒА мө­рә­жәғәт иттек....

Ур-рр-ра, көндәр йылытасаҡ!
Новости // 17-05-2011, 09:50


Ур-рр-ра, көндәр йылытасаҡ!Синоптиктар, был аҙнала беҙ күптән көткән йылы көндәр башланасаҡ, тип вәғәҙә итә. Шишәмбелә көн иһә айырыуса йылы – көндөҙ 22 – 23 градус, төндә 12 – 13 градус буласаҡ. Шаршамбыла ла Ҡояш апай менән дуҫлыҡ өҙөлмәҫ. Ә бына инде кесе йомала ямғыр оҙаҡ көттөрмәҫ. Көн ҡабат һалҡынайтасаҡ. Ә ял көндәрендә инәлтеп кенә йылы ҡабат киләсәк, һәм һауа температураһы көндөҙ – 22 – 23, төндә 12 – 14 градус йылы буласаҡ....

Әлегә Балыҡ тоторға ярамай
Новости // 17-05-2011, 09:49


Башҡортостан территорияһында 10 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйылды.
Сөнки әле балыҡтарҙың ыуылдырыҡ сәсеү осоро бара. Шунлыҡтан республикалағы бөтә һыу ятҡылыҡтарын да вертолеттар ярҙамында күҙәтеү аҫтында тоталар.
Патруль машиналары бер нисә браконьерҙы эләктергән дә инде. Бер балыҡсы «Өфөводоканал» янында ау менән 19 килограмм балыҡ тотҡан, күберәк эләктергәндәре лә бар. Ағиҙел йылғаһында ла рөхсәт ителмәгән ҡорамалдар ярҙамында балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән кешеләр осрап ҡына тора.

Л. МӨЛӨКОВА....

Ҡаҙҙары әрәм булған
Рубрикалар // 17-05-2011, 09:49


Ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылында ҡаҙ фермаһы янған. Был көндө шәхси эшҡыуар 200-ләп бер айлыҡ ҡаҙ бәпкәләре һатып алып ҡайт­ҡан булған. Һарайҙа һалҡын булғас, хужа тимер мейес ҡуйып йылытырға уйлаған. Күрәһең, мейес ҡыҙып китеп, янғын сыҡҡан.
Янғында 100 ҡаҙ һәләк булған, тағы ла йөҙөн ферма хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарып алып ҡалған.
Үткән аҙнала республикала 41 янғын сыҡҡан, шуның 18-е – Өфөлә. Уларҙа ике кеше йәрәхәтләнгән. Ут сығыу сәбәбе – электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау, тәмәке тартыу, балалар­ҙың ут менән шаярыуы....

Ҡағыҙ 10 һумлыҡтар менән хушлаша башлағыҙ
Экономика // 17-05-2011, 09:47


Магазинда, йә булмаһа, башҡа ерҙә иҫәпләшеү барышында 10 һумлыҡ аҡса проблемаһы менән һәр кемдең осрашҡаны барҙыр. Ысынлап та, Башҡортостанда 10 һумлыҡ аҡсаға дефицит барлыҡҡа килгән – уның ҡағыҙҙан эшләнгәне лә, тимере лә етмәгән төҫлө тойола. Ошо факт буйынса Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһы рәйесе Ғәббәс Әхмәтшин аңлатма бирҙе...

«Беҙ һинең менән ҡандаш»
Рубрикалар // 17-05-2011, 09:45


Үҙенең һәм башҡа кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн теләгән һәр кеше ҡан бирә ала.
Өфөлә йәшәүселәр Респуб­лика ҡан биреү станцияһы, Ҡала һаулыҡ һаҡлау идаралығы һәм ҡала хакимиәте менән берлектә ойошторолған «Беҙ һинең менән ҡандаш» акцияһында ай буйы ҡатнаша ала.
Ҡанды май аҙағына тиклем түбәндәге график буйынса тапшырырға мөмкин:
– 16 майҙан 20-һенә тиклем – Республика ҡан биреү станцияһында,
– 16-һынан 18-енә тиклем УМПО алдындағы майҙандағы мобиль ҡан биреү пунктында,
– 19-нан 20-һенә тиклем В. Ленин исемендәге майҙандағы мобиль ҡан биреү пунктында....

«Арғымаҡ» этно-музыка донъяһында елергә саҡыра
Новости / Мәҙәниәт // 17-05-2011, 09:45


«Арғымаҡ» этно-музыка донъяһында елергә саҡыра19 майҙа Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнөң тәүге концерты була. Был төркөм үҙенсәлекле сығыштары менән айырылып тора. Ул башҡорт эстрадаһына этно-рок тигән яңы йүнәлеш менән килеп инде.
«Арғымаҡ»тың музыканттары – халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары, «Урал моңо» төрки йәштәренең музыкаль ижад халыҡ-ара конкурс-фестивале дипломанттары....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 17-05-2011, 09:43


Тәҡдимдәр – интернет аша
Донъя яңылыҡтарыРФ Дәүләт Думаһы социаль әһәмиәтле закон проекттарын интернетта урынлаштырып, граждандарҙың фекерҙәрен почта аша аласаҡ.
Иң беренсе булып интернетты көйләү буйынса закон проекты халыҡ хөкөмөнә сығарыласаҡ. Әлегә был эш тәжрибә рәүешендә генә булһа, киләсәктә законлы рәүештә нығытыласаҡ....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM