НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 37(2011) » Страница 4

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башланды
Новости // 14-05-2011, 11:40


Ул республиканың күпселек райондарында һәм ҡалаларында үтәсәк. Йыл һайын үткәрелеп килгән сара барышында Өфөлә, Өфө райо­нында һәм Нефтекамала «Соцветие» тип аталған поляк мәҙәниәте фестивале аҙна буйы дауам итәсәк, унда Польша делегацияһы ҡатнашасаҡ....

Беҙҙә лә бензин ҡиммәтләнде
Новости // 14-05-2011, 11:40


10 майҙан «Башнефть» һәм «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең автозаправкалау станцияларында яғыулыҡҡа ваҡлап һатыу хаҡы үҙгәрҙе.
Бензиндың хаҡы уртаса 2,4 процентҡа артты. «Премиум Евро – 95» маркаһындағы бензиндың бер литрына хаҡ – 25,7, «Регуляр Евро – 92»-нең бер литрына – 23,7, «Нормаль – 80»-декенә 22,6 һум тәшкил итә. «Евро» маркалы дизель яғыулығының һәм «Супер – 98» маркалы бензиндың хаҡы үҙгәрмәне.
Был хәлде «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре мотор яғыулығы етештереүҙә файҙаланылыусы сеймалға хаҡтар формалашыуын билдәләүсе нефттең дөйөм донъяла ҡабул ителгән хаҡтарының артыуына бәйле тип аңлата....

Яраланыусыларға – ярҙам
Новости / Рәсәй // 14-05-2011, 11:25


4 –10 майҙа Чечняның Урус-Мартан районында хәрби бурысын үтәгәндә РФ Эске эштәр министрлығы эске ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге «Булат» отрядының алты хәрби хеҙмәткәре төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алғайны.
Хәрби хәрәкәттәрҙә йәрәхәт алған яҡташтарыбыҙҙы республика иғтибар­һыҙ ҡалдырмаясаҡ. Президент Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, уларға Башҡортостан бюджетынан матди ярҙам күрһәтеләсәк....

Өфөлә йәш экологтар йыйылды
Новости // 14-05-2011, 11:25


Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусыларҙың экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтә.
Унда Рәсәйҙең 65 төбәгенән 198 уҡыусы ҡатнаша. Башҡортостандан иһә ете уҡыусы беренсе урын өсөн көс һынашасаҡ. 12 майҙа уҡыусылар теоретик турҙа экология буйынса белемдәрен һынаны, кисә үҙҙәренең экологик проекттарын яҡлап сығыш яһаны. Олимпиаданың был турында, проекттарҙың үҙенсәлеклеге һәм практик әһәмиәте менән бер рәттән, уҡыусыларҙың аудитория алдында сығыш яһау оҫталығы ла баһаланды....

«Соя» эксперименты
Новости // 14-05-2011, 11:24


Башҡортостан аграрийҙары эксперимент үткәреп ҡарарға булған – традицион культуралар менән бер рәттән, яңы үҫемлектәр үҫтереп ҡарарға йыйыналар. Хәҙер республиканың 6 мең гектарҙан ашыу майҙанында – етен, 605 гектар баҫыуҙа шипкән сәселәсәк. Бынан тыш, 4200 гектар баҫыу – сояға, ә 15 гектар горчицаға бүленгән.
Былтырғы ҡоролоҡ беҙҙең ауыл эшсәндәрен эҫе ҡояшҡа ҡаршы торорлоҡ культураларға иғтибарҙы күберәк бүлергә өйрәтте. Шуға ла быйыл көнбағыш, судан үләне, кукуруз, һоло күберәк ултыртыла....

Өс игеҙәк балалы Лабановтар фатирлы буласаҡ
Новости // 14-05-2011, 11:23


Өс игеҙәк балалы Лабановтар  фатирлы буласаҡГөлнара һәм Александр Лабановтар ғаиләһендә килеп тыуған хәлде Рөстәм Хәмитов үҙе тикшерергә булды. Быйыл март айында Лабановтарҙың өс игеҙәк балаһы тыуған, әммә улар балалар тыуған осраҡта бирелергә тейешле фатирҙы ала алмай.
Ғаилә башлығы Александрҙың эш хаҡы дәүмәле шулайыраҡ: ғаиләнең һәр ағзаһына алты мең һумдан тура килә – был илдә билдәләнгән йәшәү минимумынан яҡынса бер мең һумға күберәк. Һөҙөмтәлә Лабановтарға һөт кухняһы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидиялар, юл йөрөүгә ташлама билдәләнмәй. Әммә шул уҡ мәлдә сабыйҙар­ҙы туҡландырыуға айына яҡынса 12 мең һум аҡса тотонола. Ә Лабановтарҙың тағы ла башҡа төрлө сығымдары ла бар. Өҫтәүенә, ике кредит түләйҙәр. Әйткәндәй, экстракорпораль аталандырыу процедураһын үткәреү өсөн кредит алған булғандар....

Инвалид балаларҙы реабилитациялау үҙәге финанс ярҙамға мохтаж
Новости / Башҡортостан // 14-05-2011, 11:22


Рөстәм Хәмитов мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәгенең беренсе бүлексәһендә булды. Медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре уға үҙҙәренең эше һәм көн һайын хәл итергә тура килгән проблемалары тураһында һөйләне.
Үҙәктең бәләкәй пациенттары, нигеҙҙә – терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары, психика һәм телмәр үҫеше тотҡарланыуы, үҙәк нервы системаһының органик зарарланыуы эҙемтәләре менән яфаланған инвалид балалар. Уларға бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 14-05-2011, 11:20


Ошо көндәрҙә Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында ойошманың Башҡарма советының 186-сы сессияһы үтә. Уның эшендә Рәсәй делегацияһы составында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина ҡатнаша. ЮНЕСКО етәкселеге вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО ойошмаһы менән артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре лә ҡараласаҡ....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM