НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 37(2011) » Страница 3

Тәү сиратта – баҡса
Рубрикалар // 14-05-2011, 12:39


Яҙын тәбиғәт кенә түгел, көнитмештең бөтә тармаҡтары ла яңынан уянған кеүек була. Хатта баҙар ҙа. Тап ошо ваҡытта, яҙғы баҡса эштәре гөрләп башланыу менән, сауҙа урындарында төрлө яңы тауарҙар күренә башлай, орлоҡ, үрсетмә һатыусылар эшен айырым бер дәрт менән башҡара....

«Бәхет сере ябай ғына–
Рубрикалар // 14-05-2011, 12:39


ауыр һүҙ әйтмәйбеҙ, бер-беребеҙҙе аңларға тырышабыҙ», – ти Тәтешленән Назаровтар
«Бәхет сере ябай ғына–Әхирәтем Рәзимә апай менән Нәғим ағай Назаровтар тураһында һөйләй баш­лағас, шундуҡ улар менән һөйләшке, күрешке килде. Әлиәнең уларҙың эш­сәнлегенә, аҡылына, матур ғаиләләренә һоҡланып ҡарауы миндә лә ихтирам уятты. Шуға ла, юлым Тәтешле яғына төшкәс, уларға инеп сыҡмай булдыра алманым. Район үҙәге Үрге Тәтешле ауылына кискә табан ғына килеп төштөк. Килеп төштөк тә, тура ауыл ур­та­һында урынлашҡан дарыуханаға йү­нәлдек. Әлиә, үҙҙәренең дарыуханаһы бар, улар кискә тиклем шунда эшләй, тип әйтеп ҡуйғайны. Матур булып теҙелеп киткән күркәм биналар араһында был йорт күркәмлеге менән айырылып тора. Заманса итеп төҙөлгән ике ҡатлы бина беҙҙе балҡып ҡаршы алған кеүек булды. Ай-һай, был тиклем һарай һалыр өсөн әҙ аҡмағандыр Нәғим ағайҙың тире, Рәзимә апайҙың йоҡоһоҙ төндәре лә аҙ булмағандыр, тигән уй килде баш­ҡа. Бинаға индек. Беҙҙе Рә­зимә апай йылмайып ҡар­шы алды. Алсаҡ булһа ла, күп һөйләргә яратмай ул. Нин­дәй­ҙер маһайыу, маҡтанып һөйләү, күҙҙәрендә «Бына кем ул мин!» тигәнде күрмәҫһең....

Депутатҡа һорау бирегеҙ!
Новости / Башҡортостан // 14-05-2011, 12:38


Депутатҡа һорау бирегеҙ!Хәрби хәрәкәттәр ве­те­рандары (Аф­ған, Чеч­ня) бу­лараҡ, һеҙ үҙ хо­ҡуҡтарығыҙ менән фай­ҙалана алмайһығыҙмы? Хәрби­ҙәрҙе ниндәй мәсьә­­ләләр борсой? Бөйөк Ватан һуғышы ба­лала­ры­на льготаларбу­ласаҡ­мы? Шыл­тыра­тығыҙ!
«Йәшлек» гәзите редакцияһында «тура бәйләнеш»тә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың Ветерандар эштәре буйынса комитеты ағзаһы Иршат Юнир улы ФӘХРЕТДИНОВ гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорау­ҙарына яуап бирәсәк.
Һорауҙарығыҙҙы электрон почта (eshlek@ufa.agidel.ru) аша, хат менән дә ебәрә алаһығыҙ. «Йәшлек» ҡунағы 25 майҙа сәғәт көндөҙгө 3-тә (347) 273-46-38 телефоны буйынса һеҙҙе тыңлай. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!...

Талпандар ҡурҡыта
Махсус бит / Проблема // 14-05-2011, 12:37


Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, быйыл талпандарҙың һаны ике тапҡырға кәмегән. Тик шуныһы – улар араһында инфекция йөрөтөүсе бөжәктәр ике тапҡырға артып киткән.
Бөгөн Башҡортостанда 2066 кешегә талпан ҡаҙалған. Талпан һөжүменә дусар булғандарҙың 676-һы – балалар. Кешеләрҙә табылған бөжәктәрҙең 56-һы инфекциялы. Шөкөр, уларҙың береһе лә кешеләргә зарар килтереп өлгөрмәгән.
Белгестәр, табиптар тәбиғәт ҡосағында йөрөгәндә талпандар хаҡында онотмаҫҡа, уларҙан һаҡланырға саҡыра....

Өй һалыу ғына аҙ, ағас та ултырт!
Новости // 14-05-2011, 12:36


14 майҙа Башҡортостанда ағас ултыртыу сараһы үтә. Унда теләгән бер кеше ҡатнашып, республикабыҙҙы йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.
Бындай саралар Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә ойоштороласаҡ. Урман хужалығы федераль агентлығы 14 майҙы Милли урман ултыртыу көнө итеп иғлан итте. Шуға ла был көндө урмансылыҡтарҙа эштәр әүҙем барасаҡ. Урмансылар был эште ойоштороу менән туранан-тура шөғөлләнһә, урындағы хакимиәттәр башлыҡтары сараны ойоштороуға ҙур ярҙам күрһәтергә бурыслы.
Л. СОЛТАНОВА....

МӘЛӘҮЕЗДӘ БАЙРАМ БУЛДЫ, КҮҢЕЛДӘРГӘ ӨМӨТ ТУЛДЫ
Гәзиткә яҙылыу // 14-05-2011, 12:32


МӘЛӘҮЕЗДӘ БАЙРАМ БУЛДЫ, КҮҢЕЛДӘРГӘ ӨМӨТ ТУЛДЫКесе йомала Мәләүездең ҡала мәҙәниәт һарайында Матбуғат байрамы үтте. Был матур сараны Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре менән икенсе йыл уңышлы эшләп килгән “Матбуғат-сервис” ойошмаһы бергәләп ойошторҙо. Байрамға республикабыҙҙа башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, журналистары, ҡала йәмәғәтселеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар саҡырылды....

20 майҙа сәсеү тамамланырға тейеш
Новости // 14-05-2011, 11:45


20 майҙа сәсеү тамамланырға тейешБашҡортостанда ярауай культуралар сәсеүҙе 20 майға тиклем бөтөрөргә планлаштыралар. Иртә яҙғы сәсеүгә бүленгән майҙандың яртыһында эш тамамланған. Ҡалған баҫыуҙарға киләһе аҙна эсендә иген сәсергә кәрәк.
Республиканың ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев билдәләүенсә, яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап, техниканы химик утауға әҙерләүҙе лә аҙағына еткереп ҡуйырға кәрәк. Оҙаҡларға ваҡыт юҡ – алда сәселгән майҙандарҙы тәрбиәләү эше көтә....

«Йәшәү кимәлен күтәреү юлдарын табырға», –
Новости / Башҡортостан // 14-05-2011, 11:44


Республика Президенты муниципаль берәмектәр һәм ҡала округтары етәкселәре алдына шундай бурыс ҡуйҙы
Республика Хөкүмәтенең «Башҡор­тостан халҡының килемен һәм фәҡирлеген дифференциациялауҙы кәметеү буйынса саралар тураһында» тигән темаға ултырышында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов, фәҡирлек – йәмғиәтебеҙҙең иң етди проблемаларының береһе, тип билдәләне....

Был аҙнала беҙҙе...
Рубрикалар // 14-05-2011, 11:42


Көйөндөрҙө...
Рәсәй вуздары быйыл февралдә раҫланған ҡабул итеү имтихандарына йәнә әйләнеп ҡайтасаҡ. «РФ Мәғариф һәм фән министрлығы бөтөн вуздарға ла 1 февралгә тиклем билдәләнгән имтихандар исемлегенә әйләнеп ҡайтыуҙы талап итә», – тип белдергән ведомство министры А. Фурсенко. Тейешле иҫкәрмәләр министрлыҡҡа буйһонмаған вуздарға ла ебәреләсәк. Билдәле булыуынса, ғинуарҙа берҙәм дәүләт имтихандары исемлегенә үҙгәрештәр индерелгәйне. Уларҙың 1 майҙа ғына үҙ көсөнә инеүе буласаҡ абитуриенттар­ҙы аптырашта ҡалдырҙы. Йыл буйына билдәләнгән предметтар буйынса имтиханға әҙерләнеп, БДИ бирергә бер ай ҡалғас, яңы ҡағиҙәләр барыһын да шаҡ ҡатырҙы....

Марат Мөлөков – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Новости / Башҡортостан // 14-05-2011, 11:41


Марат Мөлөков – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарыБашҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәми­тов­тың Ука­зы менән Башҡор­тостан Респуб­ликаһы Хөкүмә­тенең Премьер-министры урынбаҫары итеп Мөлө­ков Марат Муса улы тәғәйенләнде.
Мөлөков Марат Муса улы 1974 йылдың 2 апрелендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле – БДУ-ны, БДПУ-ны тамамлаған....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM