НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 37(2011) » Страница 2

ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
Махсус бит // 14-05-2011, 12:57


“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы”
ҠАР ИЛЕНДӘ ҠАЙЫНДАР ҘА ЮҠ, ИСМАҺАМ, СЕР ҺӨЙЛӘРГӘ
Бованенковоға беҙ килгәс башлан­ған буран биш көн буйы, ғәйрәтен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән һымаҡ, ҡоторҙо ла ҡоторҙо. Бындағы бурандар ҙа беҙҙәге кеүек түгел. Ул дауыллы еле менән ҡурғаш пуляларҙы хәтерләткән ҡар бөртөктәрен ҡуйындарға, ең остарына тыңҡыслай. Иркенләп тын алып та, ҡарап та булмай, танау эсе, күҙ алмалары, йөҙләгән энә менән тишкеләгән һымаҡ, әрнетә. Бындай саҡтарҙа Рәми Ғариповтың “Буранда” шиғыры иҫкә төшә....

ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ
Рубрикалар / Бөйөк Еңеүгә 71 йыл // 14-05-2011, 12:53


ЕҢЕҮ КӨНӨНДӘ ЕҢЕҮ9 майҙа баш ҡаланың Туҡай, Карл Маркс, Зәки Вәлиди, Ғафури, Пушкин һәм Совет урамдары дөйөм бер спорт майҙансығын хәтерләтте. Сөнки был урамдарҙа «старт»ы һәм «финиш»ы «Динамо» стадионына тура килгән еңел атлетика эстафетаһының маршруты үтте. Ҡыҙҙырып торған ҡояш аҫтында спорт костюмдарындағы ҡыҙҙар һәм егеттәр мәж килгән спорт сараһы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 66 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Эстафета Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм «Молодежная газета» редакцияһының призына үткәрелә. Ул быйыл 63-сө тапҡыр уҙҙы....

Заһир милли рухты күтәреүгә заманса ҡараш ташлай
Рубрикалар // 14-05-2011, 12:52


Заһир милли рухты күтәреүгә заманса ҡараш ташлайЗаһир менән интернет аша таныш инем. Үҙен күреп һөйләшкәнем булмаһа ла, әүҙем егет икәне шунда уҡ күренеп тора. Ҡыҙыҡһыныуҙары күп, бер урында тапанып тора торғандарҙан түгел. Башҡортса яҙыулы футболкалар эшләү менән мауыға, социаль концерттар ойоштороуҙа ҡатнаша. Интернетта иң популяр башҡорт төркөмдәренең береһе – «Башҡорт эстрадаһы» төркөмөн дә ойошторған. Йәш артистар менән берлектә райондарҙағы балалар йорттарына, социаль приюттарға ярҙам итеү маҡсатында концерттар үткәреп, килгән аҡсаға уйынсыҡтар, фотоаппараттар, бүтән кәрәк-яраҡ алып бүләк итеүселәрҙең береһе лә. Ниндәйҙер бәләкәй генә булһа ла тамаша әтмәләп, балалар менән аралашып, ата-әсә наҙынан мәхрүм сабыйҙарға байрам бүләк итеп ҡайта улар.
Күптән түгел Заһир менән күрешеп аралашырға, яҡынданыраҡ таны­шыр­ға тура килде....

«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» –
Конкурстар // 14-05-2011, 12:49


атаһының был һүҙҙәре Артур Ҡунаҡбаев өсөн тормош принцибына әйләнде
«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» –– Балалар, киләһе аҙнала беҙ класс менән Мәрйәм Бураҡаева инәйегеҙ эшләп йөрөгән Иҫәнғол башҡорт гимназияһына экскурсияға барасаҡбыҙ. Беҙгә унда күстәнәс алып барырға тура килер – бәләкәй генә концерт әҙерләйек. Һеҙҙең бит һәр берегеҙ ҙә йыр-бейеүгә маһир. Бына Юлиә Йәнбулатова башҡорт милли бейеүен башҡарыр, Роберт Тимеров менән Рөстәм Илтенбаев шиғыр һөйләр. Ә һин, Артур, әлбиттә, йырларһың. Әйҙәгеҙ, балалар, үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ, – тип уҡытыусы үҙенең икенсе класс уҡыусыларына өндәште....

Аҙна аптыратҡыстары
Рубрикалар // 14-05-2011, 12:48


Гүзәлһеҙ БСТ
Гүзәл Ибраһимова туғыҙ ай самаһы эшләгәндән һуң “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының генераль директоры вазифаһынан китте.
Байтаҡ эш “башҡарып” өлгөрҙө ул: халыҡ йотлоғоп ҡараған тапшырыуҙарҙың күбеһе ябылды, башҡорт телендәгеләре һирәк ҡунаҡҡа әүерелде. Белгестәр фекеренсә, БСТ элекке аудиторияһын юғалтты, яңыларын йәлеп итмәне. Булғанды бөтөрөү бик еңел икән. Телекомпания коллективы, йәмәғәтселек күтәрелеп ҡаршы сыҡҡас ҡына элекке директорҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуйылды. Гүзәл киткәс-китһен, тик те­леканалға гүзәл тапшырыуҙар тиҙерәк ҡайтһын!...

Ҡәберемә һәйкәл ҡуймағыҙ
Махсус бит // 14-05-2011, 12:47


Әҙәм балаһын рух һәм хәтер йәшәтә. Һәр бер халыҡты, боронғолоғонан бигерәк, уның мәртәбәлелеге күтәрә.
Унда ниндәйҙер ҡәҙерле нәмәбеҙҙе онотоп ҡалдырғандай, ниңә һуң беҙ әйләнәбеҙ ҙә, уҙған быуаттарға, үткән юлыбыҙға ҡарайбыҙ? Тылсымлы һүҙ, алда ятҡан һуҡмағыбыҙҙы яҡтыртырҙай бер хикмәт эҙләп, тарих сәхифәләрен ҡабат-ҡабат аҡтарабыҙ. Ул сәхифәләрҙе уҡый, баһалай һәм күңеленә һеңдерә белгән элеккенән – бөгөнгөгә, бөгөнгөнән иртәгәгә һуҙылған логик эҙмә-эҙлелек, факттарҙың бер-береһе менән бәйләнеү законлылығы асыла. Үткән тормоштоң бер генә мәлен дә, унда булған да онотолған, тигән бәләкәй генә ваҡиғаны инҡар итеү ҙә ижтимағи йәшәйеш процесында ғәфү ителмәй...

Президент дөрөҫ әйттеме?
Рубрикалар // 14-05-2011, 12:46


Һуңғы йылдарҙа көслө зат вәкилдәре шашты, иманынан яҙҙы – енси ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн, енесенә, затына ҡарамайынса, сабыйҙарға, үҫмерҙәргә йәбешә башланы. Ахырҙа бындай күренеш бөтөн йәмғиәткә хәүеф менән янай. Телевизорҙан көн һайын тип әйтерлек педофилдарҙың ҡылған эштәрен, уларҙан һорау алыу, хөкөм итеү процедураларын киң даирәгә күрһәтәләр. Әммә бынан бер ниндәй ҙә фәтүә юҡ. Иманһыҙҙар оторо ҡотора. Бындай хәл-күренештәр беҙҙең Рәсәйҙе генә түгел, бөтә ер йөҙөн, яман эпидемия кеүек, ялмап алды. Ошоно иҫәпкә алып, Эстония депутаттары педофилдар­ҙы химик кастрациялау буйынса закон ҡабул итергә тәҡдим итә. РФ Президенты Дмитрий Медведев уларҙың тәҡдиме менән килешә, әммә үҙ төҙәтмәһен индерергә теләй: йәнәһе, химик кастрацияға педофил үҙ теләге менән барырға тейеш.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға: «Эстония депутаттарының, педофилдарҙы химик кастрациялау тураһында закон ҡабул итергә кәрәк, тигән тәҡдименә нисек ҡарайһығыҙ?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек....

Айыҡ тормош өсөн көрәшәйек
Махсус бит / Проблема // 14-05-2011, 12:45


Таң ата ла кис етә, ваҡыт арбаһы һиҙҙермәйенсә алға елә. Беҙ, донъя мәшәҡәттәренә сумып, тирә-яғыбыҙға, илдә барған хәл-ваҡиғаларға иғтибар бүлергә, йәшәү рәүешебеҙгә анализ яһарға, һис юғында, тормош һәм йәшәү мәғәнәһе хаҡында фекер йөрөтөү өсөн, исмаһам, бер сәғәт кенә лә ваҡыт таба алмайбыҙ. Күптәребеҙ, үҙ донъяһына ғына бикләнеп, йәне теләгәнде эшләп, башҡа бер кемдең һүҙенә ҡолаҡ һалмай, тирә-йүненә битараф көйө йәшәргә күнеккән. Ә бит һәр беребеҙҙең донъяла үҙ тәғәйенләнеше бар, ғүмеребеҙҙе изгелеккә бағышларға, тормош йәмләүгә саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, ни ҙә булһа эшләргә тейешбеҙ....

Ирмен тигән ир-егет...
Рубрикалар // 14-05-2011, 12:43


йәки Ниңә ҡатын-ҡыҙҙар дилбегәне үҙ ҡулына ала?

Ир-егеттең бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә тотҡан урыны ҡайҙа? Ул үҙен ысынлап та көслө зат вәкиле итеп күрһәтәме һуң? Бөгөнгө ысынбарлыҡҡа күҙ һалһаҡ, ир-ат менән гүзәл заттың ролдәре алмашынып бөтөп бара. Урамда китеп барыусының ҡайһы саҡ ҡыҙмы, егетме икәнен дә айырыуы ауыр. Әммә һүҙ тышҡы ҡиәфәт хаҡында бармай, әлбиттә.
Белеүебеҙсә, башҡорт ғаиләһе (мәҫәлән, Йәнбирҙе ҡарт һәм уның улдары Урал, Шүлгәндән башлап, Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин һ. б.) миҫалында ғына атай кешенең ғаиләләге абруй-дәрәжәһен күрәбеҙ....

Анты ғәмәлдә түгел?!
Новости // 14-05-2011, 12:42


Виртуаль донъяла шундай мәғлүмәт күҙгә салынып ҡалды
Рәсәйҙең Юғары суды ут күршебеҙ Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеха­новтың вазифаһын ҡабул иткәндә биргән антын ғәмәлдән сы­ғармаҡсы була.
Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ант тексында федераль властар күрһәтмәһен үтәү­ҙең мотлаҡ икәне тураһында бер һүҙ ҙә юҡ, имеш. Әйткәндәй, «Та­тарстан Республикаһы Пре­зи­денты вазифаһын үтәй башлау тураһында» закон 1991 йылдың 4 июнендә ҡабул ителгән. Юғары суд нәҡ ошо документта «бәйләнерлек» нәмәләр тапҡан. Унда: «Татарстан Республикаһы халҡына тоғро хеҙмәт итәм», – тигән һүҙҙәр бар. Әммә дөрөҫөрәге (әлеге ҡануниәт буйынса) бөтә Рәсәй халҡына тоғро хеҙмәт итеү була, тип иҫәпләй суд. Шулай уҡ «Татарстан Республикаһының дәү­ләт суверенитетын тәьмин итергә тантаналы ант итәм» тигән юлдар ҙа законлы түгел....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM