НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 31(2011) » Страница 3

«Бергә беҙ – көс!»
Новости // 23-04-2011, 11:35


«Бергә беҙ – көс!»Бөгөн Өфөнөң Урмансылар паркында ошо исемдә экологик өмә үтә. Сараны БР Урман хужалығы һәм Өфө урмансылығы булышлығында Баш­ҡорт­остан йәштәр яҡташтар ойошмалары ассоциацияһы ойоштора. Өмәлә ҡатнашыусылар ҙа – студенттар, йәш белгестәр.
Ассоциация рәйесе Илнур Ҡот­ләхмәтов һүҙҙәренсә, был өмә йәштәрҙең тирә-яҡ мөхит торошона ҡа­рата яуаплылығын күтәреү маҡсатын ҡуя. «Ошондай саралар менән беҙ тораҡ пункттарҙа йәшәү мөхитен яҡшыртабыҙ, ҡала күркәмлеге кимәлен арттырабыҙ», – ти ул.
Өмәлә ҡатнашырға теләүселәр паркка сәғәт дүрттә йыйыла.
Әйткәндәй, бөтөн республикабыҙ буйынса экологик өмәләр дауам итә. Унда битараф булмаған һәр кем ҡатнаша ала....

Тәүге полиция бүлегенә рәхим итегеҙ!
Новости // 23-04-2011, 11:34


Шишмә районы буйынса эске эштәр бүлеге өй туйланы – йәмәғәт именлеге хеҙмәте төҙөкләндерелгән бинаға күсте. Был – республикала «полиция» тигән алтаҡталы беренсе бина.
Эске эштәр бүлегенә ремонт эшләтеүҙә район хакимиәте ярҙам күрһәткән. «Тимәк, власть та хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшенә битараф түгел. Полицейскийҙарға эш өсөн – яҡшы шарттар, халыҡҡа уларҙың лайыҡлы ярҙамы булһа, бынан барыһы ла отасаҡ», – ти БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин....

Хәүеф юҡ
Новости / Башҡортостан // 23-04-2011, 11:34


Башҡортостанда иң ҙур ташҡын 27 апрелдә көтөлә. Был көнгә тиклем һыу таша барып, һуңынан кәмей башлаясаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре биргән мәғлүмәттәр буйынса, ташҡын беҙҙә әллә ни көслө булмаясаҡ. Әле ямғыр­ҙар яуып, бер аҙ ҡурҡытһа ла, һыу иң күбе ярты метрға ғына күтәреләсәк, тип фараз итәләр. Ямғырҙар ҡойоп яуһа ла, ғәҙәттән тыш хәлдәр булыр, тип хәүефләнергә кәрәкмәй....

Сәләмәтлек етди бурыс ҡуя
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-04-2011, 11:33


Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте менән РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы, Мотлаҡ медицина страховкаһы федераль фонды тарафынан өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды....

Наркотиктарға ҡаршы көрәш ҡыҙа
Новости / Рәсәй // 23-04-2011, 11:32


Башҡортостан Президенты Ир­кутскиҙа «Йәштәр араһында наркотиктар ҡулланыуға ҡаршы көрәште көсәйтеү саралары тураһында»ғы мәсьәләләр буйынса Рәсәй Фе­дерацияһы Дәүләт Советы Прези­диумы ултырышында ҡатнашты.
Әйткәндәй, Башҡортостанда наркомания менән сирле һәм наркотиктар ҡулланыусы 9 мең самаһы кеше иҫәптә тора (100 мең халыҡҡа – 140 кеше). Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда, был һан 1,7 тапҡырға түбәнерәк. Төбәктә илдәге бер нисә дәүләт реабилитация үҙәктәренең береһе эшләй. Быйыл республикала реабилитация койкалары иҫәбен 80-дән 300-гә тиклем арттырырға ҡарар ителгән....

Салауат ҡалаһында – яңы башлыҡ
Новости / Башҡортостан // 23-04-2011, 11:32


Салауат ҡалаһы ҡала округы советы ултырышында ҡала хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса был вазифаға контракт буйынса Фәрит Фәррәх улы Ғилманов тәғәйенләнде....

Яңы закон проекттары ҡаралды
Новости / Башҡортостан // 23-04-2011, 11:31


Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйы­лышы − Ҡоролтай депутаттары 37-се ултырышын үткәрҙе. Пленар йыйылыштың көн тәртибенә 80-гә яҡын мәсьәлә сығарылды. Депу­таттар 30-ҙан ашыу закон проектын да ҡараны.
Беренсе уҡыуҙа ҡаралып, ҡабул ителгән закон проектында киләһе саҡырылышта депутаттар һанын 110-ға тиклем ҡыҫҡартыу күҙаллана. Был һайлаусылар иҫәбен күҙ уңында тотоп үҙгәртелә....

«ВТБ24» банкыһы Башҡортостанда эшмәкәрлеген киңәйтмәксе
Новости // 23-04-2011, 11:30


Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «ВТБ24» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Михаил Задор­нов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Был осрашыуҙа «ВТБ24» банкыһы менән Башҡортостан Респуб­ли­каһы араһында артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ барҙы. Республика башлығы билдәләүенсә, Башҡортос­тандың банкылар хеҙ­мәте баҙарында лидер булырлыҡ мөмкинлеге бар. Ошо юҫыҡта эш алып барыуҙы әүҙемләштерергә генә кәрәк....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 23-04-2011, 11:28


Владимир Путиндың Баш­ҡорт­остандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә БР хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев халыҡты ҡабул итте. Республика халҡы министрға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеп, кәңәш һәм яуаптар алды. Вице-премьер Эрнст Исаев билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар бик файҙалы, айырым проблемалар­ҙы хәл итеү менән тотош тармаҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡларға булышлыҡ итә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM