НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 31(2011) » Страница 2

Өфөлә торлаҡ табыу еңелме?
Махсус бит / Проблема // 23-04-2011, 12:37


Бер-ике ай йүгерекләһәң, фатирға инеүең бик ихтимал
Өфөлә торлаҡ табыу еңелме?Баш ҡалала төпләнергә теләгән һәр кем ҡапыл ғына фатир һатып ала алмай. Уҡып, эшләп йөрөгән тәүге йылдарҙа кеше фатирында торорға тура килә. Инде ғаиләле, бала-сағалы булып бөтөп, һаман да сит бүлмәләрҙә, ятаҡтарҙа көн күргән ғаиләләрҙе лә күп беләм. Үҙемә лә бер нисә йәшәү урынын алмаштырырға тура килде. Ә тәжрибәһеҙ йәш кешене үҙ аллы торлаҡ эҙләү процесында йәнә бер бәлә һағалай – алдаҡ ҡапҡанына эләгеүеңде көт тә тор. Туҡталыштарҙа, бағаналарҙа яҙып эленгән, төрлө гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡан «ҡуртымға фатир бирәм» кеүегерәк иғландарҙың барыһы ла тиерлек – аралашсыларҙыҡы (риэлтор). Әлбиттә, уларҙың төрлөһө була. Бөгөн тап риэлторҙар хаҡында һүҙ алып бармаҡсымын....

Аҙна аптыратҡыстары
Рубрикалар // 23-04-2011, 12:35


Ленин дәрестәре
Аҙна аптыратҡыстарыӨлкән бы­уын яҡ­шы хәтерләй: уларҙың бала сағы, йәшлек осоронда Вла­ди­мир Ильич Ле­ниндан да ҡәҙерлерәк, бөйөгөрәк шә­хес юҡ ине.
22 апрель − пролетарий­ҙар юлбашсыһының тыуған көнө − бөтә илдә оло байрамға әүерелә, иң матур урамдар, иң ал­дын­ғы предприятиелар Ленин исемен йөрөтә, иң аҡыллы, батыр, уңған кешеләр түшенә Ленин орденын таға....

Донъя менән кем идара итә?
Новости / Сәйәсәт // 23-04-2011, 11:52


йәки Рәсәйгә бола тулҡынының сираттағы ҡорбаны булыу янаймы?
Донъя менән кем идара итә?Был арала ла донъя үҙенә генә хас тауыш менән гөж итеп тора. Тормош дауам итә, йәмәғәт. Ни­сәмә көн боларған Африка ты­нып ҡалһа, АҠШ бер нигә лә ҡы­ҫылмаһа, күңелһеҙләнер инек. Әле килеп Европа үҙенә «ҡаратты»....

ПРИВИВКА КӘРӘКМЕ, ЮҠМЫ?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 23-04-2011, 11:51


Бөгөн Башҡор­тос­тандың барлыҡ ҡала-райондарында иммунлаштырыу аҙналығы баш­лана. 30 ап­релгә тиклем да­уам итәсәк сара Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән алтынсы йыл рәттән ойошторола. Акцияның төп маҡсаты – халыҡты прививкаға йәлеп итеү юлы менән мөмкин тиклем инфекция ауырыуҙарын кәметеү. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа прививкаларға ҡарата төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә. Берәүҙәр уға ҡарата шик-шөбһә тарата, икенселәр аңлап ҡабул итә. Кемгә ышанырға һуң?...

Көрсөк артта ҡалған, алда – ун йыллыҡ план
Рубрикалар // 23-04-2011, 11:48


РФ хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин Дәүләт Думаһы алдында яуап тотто
Көрсөк артта ҡалған, алда – ун йыллыҡ планПутин үткән йылда илдең йәшәйешенә баһа бирҙе, күҙаллауҙарға туҡталды. Хөкүмәт рәйесе төп докладын ике сәғәт тә егерме минут уҡыны, артабан 50 минут самаһы депутаттар­ҙың һорауҙарына яуап бирҙе, дөйөм алғанда, сара дүрт сәғәткә яҡын барҙы. Түбәндә Владимир Путин туҡталып киткән мөһим мәсьә­ләләрҙең бер нисәһе....

«Нәфис һүҙ» оҫталарҙы ярышҡа саҡыра
Новости / Мәҙәниәт // 23-04-2011, 11:47


12 – 13 майҙа Салауат ҡалаһында «Нәфис һүҙ» эстрада-һөйләү жанры буйынса республика конкурсы үтәсәк.
Конкурс ике турҙан тора. Һайлап алыу туры февралдә башланғайны. Финал 12 – 13 майҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында уҙасаҡ. Конкурста үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар, театр актерҙары, айырым башҡарыусылар ҡатнаша ала. Башҡарыусылар ике төркөмгә бүленеп баһаланасаҡ (профессиональ артистар һәм үҙешмәкәр артистар). Үҙешмәкәр башҡарыусылар йәш буйынса ла бүленә (12 – 17, 18 – 35 йәштәгеләр һәм 35 йәштән өлкәндәр).
Конкурс программаһында сәхнә һөйләше буйынса мастер-класс, жанрҙар буйынса «түңәрәк өҫтәл», ҡала буйынса экскурсиялар ойоштороу ҡаралған.
Бөтә һорауҙар буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була.
Р. ДӘҮЛӘТОВА....

Башҡортостан – нанотехнологиялар төбәге
Новости / Башҡортостан // 23-04-2011, 11:46


Башҡортостан – нанотехнологиялар төбәгеБашҡортостанда «Роснано» йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс етәкселегендә делегация булып китте. Ике көн дауам иткән эш сәфәрендә Мәскәү ҡунаҡтары республиканың байтаҡ предприятие­һында булырға өлгөрҙө.
Өфө дәүләт авиация техник университетында Башҡортос­тандың наноиндустрия тармағына арналған проекттар күргәҙмәһе ойошторолғайны. Экспозиция 15 стендтан тора һәм проекттарҙың күбеһе иҡтисадтың төрлө өлкәһендә нанотехнологиялар ҡулланып бойомға ашырыла ла башлаған....

Ҡораллы конфликттар ветерандары яҡлауға мохтаж
Рубрикалар // 23-04-2011, 11:40


Ҡораллы конфликттар ветерандары яҡлауға мохтажИлебеҙҙең Ҡораллы Көстәре һынауҙар­ҙы аҙ кисермәне: Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы юғалтыуҙарҙан һуң да төрлө илдәрҙә булған ҡораллы конфликттарға совет һалдаттары индерелеп, унда ла меңәрләгән хәрби ҡорбан булды. Советтар Союзының интернациональ бурыс үтәү маҡсаты менән Афғанcтанға совет хәрби контингентын индереүе арҡаһында күпме йәш ғүмер ҡыйылды, күпме һалдат хәбәрһеҙ юғалды, ауыр яралар алып, ғәрипләнеп ҡайтты, психологик ярҙамға мохтаждарҙың һаны иҫәпһеҙ-һанһыҙ ине. Яугир-интернационалистарға ветеран статусы бирелеүе уларҙы социаль яҡлауҙы әҙме-күпме еңеләйтте.
Бөгөн дә дәүләттең был категорияһына ҡараған хәрбиҙәр, инвалидтар яҡлауға, медицина ярҙамына мохтаж. 1992 йылда булдырылған Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре хөкүмәт башлыҡтары советы ҡарамағындағы Яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитет ҡораллы конфликттар ветерандарының йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеү, инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында хоҡуҡи документтарҙы эшләү, дәүләт-ара кимәлдә иҡтисади, социаль, медицина, психологик реабилитация мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында ойошторол­ғайны....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 23-04-2011, 11:38


һөйөндөрҙө...
Был аҙнала беҙҙе...РФ Дәүләт Думаһы спикеры Борис Грызлов белдереүенсә, 1 июндән минималь хеҙмәт хаҡы, 6,5 процентҡа артып, 4611 һум буласаҡ. Әле минималь эш хаҡы – 4330 һум. Хөкүмәт алдағы йылдарҙа уны күтәреп, йәшәү минимумына тиңләмәксе. Был бюджет өлкәһе һәм башҡа категория хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә лә булышлыҡ итәсәк. Ғөмүмән, ун йыл эсендә минималь хеҙмәт хаҡы 32 тапҡыр күтәрелгән....

Башҡортостан Президенты премиялары – иң лайыҡлыларға
Новости / Башҡортостан // 23-04-2011, 11:37


Башҡортостан Президенты премиялары – иң лайыҡлыларғаРөстәм Хәмитов 2010 йыл өсөн продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премиялары лауреаттары булған ун өс предприятие вәкилдәренә наградалар тапшыр­ҙы.
Уҙған йыл йомғаҡтары бу­йынса «Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы», «Син­тез-Каучук», «Нефтекама автозаводы», «Полиэф», «Почет билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Нефтекама нефть колледжы конкурс лидерҙары тип танылды....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM