НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 30(2011) » Страница 3

Донъя яңылыҡтары
Новости // 19-04-2011, 09:56


Мәктәптәрҙә махсус курс

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Иркутскиҙа үткән Дәүләт Советы ултырышында мәктәп программаһына наркотиктарға ҡаршы махсус курс индерергә һәм дәүләт системаһы мониторингын булдырырға тәҡдим итте. Дәүләт башлығы фекеренсә, мониторинг системаһы проблеманы күҙ уңында тоторға, профилактик тәрбиә эштәрен алып барырға булышлыҡ итәсәк. Әйткәндәй, Президент тест ярҙамында уҡыу йорттарында наркотик ҡулланыу-ҡулланмауҙы мәжбүри тикшереүҙе ыңғай баһалауын да белдерҙе. Тестлау наркотик ҡулланыуҙы ҡырҡа кәметәсәк, тигән ышаныста ул....

Беҙ булдырҙыҡ!
Новости / Спорт // 19-04-2011, 09:52


йәки «Салауат Юлаев» командаһы, ике йылдан һуң йәнә чемпион исемен ҡайтарып, үҙ тарихында тәүгә Гагарин кубогын яуланы
Беҙ булдырҙыҡ!Ныҡыша торғас, маҡсатына иреште бит юлаевсылар. Афарин! КХЛ беренселегенең финалында, бишенсе хәл иткес бәйгелә Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре «Атлант» командаһын 3:2 иҫәбенә еңеп, төп призды яуланы. Ур-ра! Пан Ржиганың хоккейсылары көмөш миҙал менән ҡәнәғәтләнһә, «Локомотив» иһә өсөнсө урынға сыҡты....

Пласт ҡалаһында – байрам
Новости / Мәҙәниәт // 19-04-2011, 09:49


Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһында өлкә башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһының район бүлексәһен ойоштороу буйынса конференция үтте.
Төбәк халҡы башҡорттар ҡоролтайы район бүлексәһенең башҡарма комитетын һайланы һәм уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Район бүлексәһе рәйесе итеп урта мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Садиҡова тәғәйенләнде....

«Бөтәһе лә һинең ҡулда»
Конкурстар // 19-04-2011, 09:49


«Бөтәһе лә һинең ҡулда»Беҙ ауырыуҙарҙы бары тик дарыу­ҙар менән генә дауаларға күнеккәнбеҙ. Баш ауыртһа ла, аяҡтар һыҙлаһа ла, бил өҙөлһә лә, әлеге шул дарыу­ҙарға йәбешәбеҙ. Ауыртыуҙы баҫмай түгел, баҫа улар. Шул тиклем химик матдәләр ҡушып яһалғас, баҫмай ҡайҙа барһын. Тик аннотацияһындағы өҫтәмә йоғонтолар (побочные эффекты) тигән графаһына күҙ һалыуы ғына ҡурҡыныс. Бер ауырыуҙы дауалайым тип, йөҙ яңыһына юлығып ҡуймағайың.
«Нимәгә дарыуҙарҙы хурлап ултыра әле, әйтерһең, һауығыуҙың бүтән юлы бар?» – тиерһегеҙ. Бар. Һәм шул юлдарҙың береһе – массаж. Ә уның ниндәйе генә юҡ. Беҙ массажды арҡа, бил ауыртҡанда ғына ярҙам итә алған сара тип ҡарарға күнеккәнбеҙ. Баҡтиһәң, уның ярҙамында тире ауырыуҙарын, йөрәк сирҙәрен, тын алыу, нервы, эндокрин системалары ауырыуҙарын, енси ауырыуҙарҙы ла дауалап була икән. Әлбиттә, эшкә профессионалдар тотонһа ғына....

«Берҙәмлек – 2011» ҡунаҡтар йыясаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 19-04-2011, 09:48


7 – 11 июндә республикабыҙҙа Х Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале – «Берҙәмлек – Содружество – 2011» үтәсәк.
Сара Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй өсөн дә мөһим. Унда сит ил ҡунаҡтары ла буласаҡ. Быйылғы фестиваль Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала һәм Башҡортостан, Рәсәй, сит ил халыҡтарының мәҙәниәтен популярлаштырыу, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ижади коллективтары менән бәйләнеш булдырыу маҡсатында уҙғарыла.
Быйылғы байрам Әбйәлил, Белорет, Учалы райондарында һәм Сибай ҡалаһында үтәсәк. Фестиваль программаһы бик йөкмәткеле. Унда ҡатнашыусыларҙың райондар буйлап үтәсәк турында концерттар, карнавалдар, халыҡ ижады йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ фестиваль барышында «Рус йыры байрамы» һәм «Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт. Ирәмәл – 2011» фоторәссамдар акцияһы үтәсәк.
Р. РИНАТОВА....

Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамы
Новости / Мәҙәниәт // 19-04-2011, 09:43


Яҙ, ҡояш, берҙәмлек һәм мөхәббәт байрамыӨфөнөң Якутов исемендәге паркында ойошторолған Науруз байрамы быйыл да сағыу төҫтәре, уйын-көлкө һәм бейеүҙәре менән иҫтә ҡалыр. Күп милләтле Башҡортостан халҡының дуҫлығын, яҙҙы, ҡояшты, көн һәм төндөң тиңләшеүен, мөхәббәтте кәүҙәләндергән матур байрам баш ҡалабыҙҙа йыл һайын билдәләнә....

Йәй нисек буласаҡ?
Новости // 19-04-2011, 09:42


Йәй нисек буласаҡ?«Росгидромет»тың фаразлау­ҙары буйынса, быйыл яҙ һуңлаңҡырап килә, ә йәй экстремаль эҫе булмаясаҡ. Рәсәйҙең Европа территорияһында температура күрһәткестәре былтырғынан тү­бәнерәк, дөйөм алғанда, ил буйынса температура режимы уртаса статистик кимәлдән артмаясаҡ.
Аномаль юғары температура Урал һәм Себер федераль округтарында, урыны-урыны менән Волга буйы федераль округында һәм Чукоткала көтөлә. Үҙәк, Көньяҡ, Волга буйы һәм Урал федераль округтарының ҡайһы бер төбәктәрендә – июль – сентябрҙә, Себер федераль округында майҙан сентябргә тиклем янғындар ихтималлығынан һаҡ булырға кәрәк.
Хәйер, тип өҫтәй метеорологтар, былар тик фаразлау ғына, ә теүәл прог­нозды биш көн алда ғына әйтеп була.

Р. БАЙЫШЕВА....

ЮХХДИ-ны үҙгәрештәр көтә
Новости // 19-04-2011, 09:36


Киләһе йылға юл-патруль хеҙмәтенең һәр машинаһы һәм һәр автоинспектор видеотеркәүсе ҡорамал менән тәьмин ителәсәк. Башҡор­тостан буйынса ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов фекеренсә, был ришүәтселек, үҙ-ара тупаҫлыҡ кеүек күренештәргә аяҡ саласаҡ.
Быйыл уҡ светофорҙар, ҡала ма­гис­тралдәрендә күпләп камералар ҡуйыласаҡ. Автоматлаш­тырылған системаға берләштерелгән камералар юл­дарҙағы хәл-торошто күҙәтәсәк. Яҙма­лар һәләкәттәрҙә ғәйеплене асыҡлау өсөн дә дәлил буласаҡ. Техник йыһазлау өсөн ЮХХДИ-ға федераль бюджеттан – 24 миллион, республиканыҡынан – 500 миллион, ә Өфө бюджетынан 15 миллион һум аҡса бүленәсәк. Әлегә юлдарҙа йөҙгә яҡын камера бар, Өфөлә иһә – 59. Бынан тыш, егермеләгән муляж ҡуйылған.

А. ЗИННУРОВА....

Яҡташтар миҙал гөлләмәһе менән ҡайтты
Новости // 19-04-2011, 09:35


Апрелдең тәүге декадаһында Төркиәнең Анталия ҡалаһында һуҡыр­ҙарҙың халыҡ-ара спорт федерацияһының Бөтә донъя уйындары үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы унда 122 миҙал яуланы, шуларҙың 50-һе – алтын. Башҡортостан спортсылары еңел атлетика, дзюдо һәм йөҙөүҙә ҡатнашып, дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе. Алтын миҙал яулаусылар араһында Оксана Новокшенова (дзюдо), Александр Неволин-Светов, Оксана Савченко, Михаил Зимин (йөҙөү), Алексей Лабзин, Альберт Әсәҙуллин, Андрей Копте, Елена Паутова (еңел атлетика) бар. Яҡташтарыбыҙҙы ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ!

Лилиә МӨРСӘЛЕВА....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM