НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 30(2011) » Страница 2

Башлыҡтар ҙа уҡый
Новости // 19-04-2011, 10:02


Өфөлә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары семинары башланды. Сараның төп маҡсаты – муниципалитеттар етәкселәренең профессионаллеген күтәреү.
Семинарҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеш тенденцияларына, муниципалитеттарҙың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлеге аспекттарына анализ яһаласаҡ, муниципаль ойошмаларҙың инновацион үҫеше һәм кадрҙар сәйәсәте, халыҡ менән эшләгәндә заманса коммуникатив технологияларҙы ҡулланыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ. Семинар программаһында, лекцияларҙан тыш, муниципаль берәмектәр­ҙең актуаль проблемалары буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр, эшлекле уйындар ойоштороласаҡ....

Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап
Новости / Рәсәй // 19-04-2011, 10:02


Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арнап БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, махсус проекттың төп маҡсаттары — Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү перспективаларын һәм йом­ғаҡлау сараларын яҡтыртыу; бәләкәй эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса парламент тыңлауҙарына әҙерлек барышында төп проблемаларҙы тикшереү; республиканың эш­ҡыуарлыҡ берләшмәләренең һәм берекмәләренең эшмәкәрлеген яҡтыртыу; алдынғы һәм социаль яуап­лы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт биреү....

Беҙҙекеләр ТӨРКСОЙ-ҙа
Новости // 19-04-2011, 10:01


Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты делегацияһы Төркиә Республикаһында булып ҡайтты.
ТӨРКСОЙ-ҙың Генераль секретары урынбаҫары Фырат Пурташ, 2010 йыл ТӨРКСОЙ тарафынан Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан ителгәйне, ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһына арналған бихисап мәҙәни сара үткәрелде, тип билдәләне. Ә Тәлғәт Тажетдин Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты эшмәкәрлегенең бар донъя халыҡтары араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды....

Бергәләһәң, еңелерәк
Новости // 19-04-2011, 10:00


Республика Хөкүмәте менән «Система-Саров» технопаркы араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөлдө.
Хеҙмәттәшлек мәғлүмәт технологиялары юҫығында юғары технологиялы инновацион проекттарҙы бойомға ашырыу, йыһан, ядро, медицина технологиялары, энергия йоғонтололоғо һәм энергияны һаҡлау йүнәлешенә ҡағыла. Бынан тыш, бәләкәй фәнни предприятиеларҙы, старт этабында инновацион компанияларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү, инновацион эшмәкәрлеккә йәштәрҙе йәлеп итеү, шулай уҡ фәнни-мәғариф эшмәкәрлек өлкәһендә хеҙмәттәшлекте бойомға ашырыу ҙа күҙ алдында тотола.
Технопарк Нижегородка өлкәһенең Саров ҡалаһында урынлашҡан....

Рәсәйҙәр –битараф халыҡ
Новости / Рәсәй // 19-04-2011, 10:00


Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең (ВЦИОМ) 12 – 13 мартта халыҡ араһында үткәргән һорауҙарына яуаптар шуны күрһәтә.
Рәсәйҙәрҙең күпселеге (61 процент) сәйәсәткә бөтөнләй битараф....

Төбәк башлығы республиканың көньяҡ райондарында булды
Новости / Башҡортостан // 19-04-2011, 09:59


Төбәк башлығы республиканың көньяҡ райондарында булдыБР Президенты Рөстәм Хәмитов Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районында булып, сәнәғәт һәм социаль объекттар, атап әйткәндә, ҡаланың авиация производствоһы предприятиеһы, 3-сө гимназия-интернаты, хореография мәктәбе, Көйөргәҙе районында балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге менән танышты....

Йәмәғәт советы ҡабул итә
Новости / Башҡортостан // 19-04-2011, 09:59


Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы етенсе йыл эшләй. Уның эшмәкәрлеге халыҡ араһында киң таралған.
Министрлыҡ совет составына төрлө һөнәр белгестәрен йыйыуҙы хуп күрә, шуға ла төрлө мөрәжәғәт-үтенестәргә яуапты фән, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары, дини конфессия вәкилдәре бирә. Мәҫәлән, халыҡты сираттағы ҡабул итеүҙә совет ағзаһы, БР Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бейбарсов менән Эске эштәр министрлығының бүлек мөдире Айҙар Халиҡов ҡатнашты....

«Ҡағыҙға – икенсе ғүмер»
Новости // 19-04-2011, 09:58


Бөгөн Өфөнөң Киров районында ошо исемдәге экологик акция иғлан ителеп, макулатура йыйыу башланды. «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһын бөтә республикала хуплап ҡаршылағайнылар.
Мәҫәлән, Туймазы ҡа­лаһы уҡыусылары 44 тон­на ҡағыҙ йыйып, эшкәртеүгә тапшырған. Стәрле­тамаҡ мәктәптәре лә са­раға әүҙем ҡушылып, эш әле лә дауам итә.
«Тәбиғәт» дәүләт уч­реж­дениеһы белгестәре баш ҡаланың Киров райо­ны хакимиәте булышлығында программа төҙөнө һәм махсус «Эко­мобиль» макулатура йы­йырға юлланды. Ойошто­роу­сылар фекеренсә, то­тонолған ҡағыҙ ҡалдыҡтарын икенсегә эшкәртеп ҡулланыу тәбиғәткә за­рар­лы сәнәғәт факторҙарының йоғонтоһон кәметә....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 19-04-2011, 09:57


19 − 23 апрелдә Өфөлә Мода аҙналығында Вячеслав Зайцевтың Мода йорто ла ҡатнаша. Сара барышында матурлыҡ һәм таланттар конкурстары, рәссам-модельерҙарҙың ярышы ла уҙғарыла, шулай уҡ ижади йәштәр менән коммерция структураларының әүҙем хеҙмәттәшлек итеүе өсөн шарттар тыуҙыраласаҡ. Аҙналыҡ барышында асыҡланған талантлы йәштәр Рәсәй һәм халыҡ-ара мода баҙарында эшләй башлау мөмкинлеге аласаҡ....

Йәштәрҙе наркотиктарҙан һаҡлайыҡ
Махсус бит / Проблема // 19-04-2011, 09:57


Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы Президиумы сираттағы ултырышын заман афәте – наркоманияға ҡаршы тороуға бағышланы. Иркутск ҡалаһында «Йәштәр араһында наркотик ҡулланыуға ҡаршы саралар­ҙы көсәйтеү тураһында» темаһына үткән сарала БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Әйткәндәй, Башҡортостанда туғыҙ меңгә яҡын наркоман иҫәптә тора. Был күрһәткес уртаса Рәсәй күрһәткесенән түбән, шулай ҙа хәүефләнергә урын бар. Төбәктә наркотиктарға бәйлелектән дауалаусы дәүләт реабилитация үҙәге лә эшләй. Быйыл унда урындарҙы 80-дән 300-гәсә арттырыу ҙа ҡаралған....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM