НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 3(2011) » Страница 2

«Һәр тау саңғыһы курортында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе булырға тейеш»
Новости / Спорт // 15-01-2011, 15:55


Башҡортостан Президенты республикала тау саңғыһы буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Был мәктәптәрҙе эшләп килеүсе «Абҙаҡ», «Яҡтыкүл», «Ҡандракүл» һәм «Өйәҙетау» (Октябрьский ҡалаһы) тау саңғыһы курорттары базаһында асыу күҙаллана.
Рәсәйҙең Тау саңғыһы һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева әйтеүенсә, спортҡа кесе йәштән нигеҙ һалына, ә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре – буласаҡ чемпиондар шөғөлләнгән урын, шунлыҡтан федерация үҙ сиратында Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр тау саңғыһы мәктәптәре ойоштороуҙа методик ярҙам күрһәтергә әҙер....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 15-01-2011, 15:49


11 ғинуарҙа 65-се йәшендә БР Хө­күмәте Премьер-министрының элек­ке урынбаҫары – Рәсәй Прези­денты ҡарамағындағы Башҡор­тостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиле Ирек Аблаев ҡапыл вафат булды. Ул 1971 йылдан 1994 йылға тиклем СССР Дәүләт именлеге комитетында хеҙмәт итә, 1994 – 1995 йылдарҙа республиканың именлек министры урынбаҫары вазифаһын биләй, 1995 йылда БР-ҙың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһына тәғәйенләнә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Ирек Йомабай улы үҙен юғары профессионализмға һәм яуаплылыҡҡа эйә булған оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте....

Ғаризалар ҡабул ителә
Новости // 15-01-2011, 11:13


БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим итеүгә эштәр ҡабул итеү тураһында иғлан итте.
Әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәр­ҙәр матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң, музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр концерттарҙа, күргәҙмәләрҙә, театрҙар һәм кинотеатрҙарҙағы премьераларҙа, радио һәм телевидение аша халыҡҡа сығарылып, йәмәғәтселек танышҡандан һуң, архитектура өлкәһендә объекттар файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ғына премияға тәҡдим итеүгә күрһәтелә ала.
Ижади йәки башҡа төрлө коллективтар күрһәтелгәндә, дәғүә итеүселәр иҫәбе 16 – 35 йәштәге биш кешенән артмаҫҡа тейеш. Премияның күләме элеккесә 50 мең һум тәшкил итә.
Материалдар 2011 йылдың 1 апреленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се кабинет, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының йәштәр ойошмалары менән эшләү бүлеге. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 276-45-87....

Бензин, тәмәке, араҡы һәм коммуналь хужалыҡ...
Махсус бит / Проблема // 15-01-2011, 11:12


Яңы йылдан һуң тиҫтәләгән яңы закон үҙ көсөнә инде. Уларҙың да ниндәйе... Халыҡтың тормошона ныҡ ҡағылған «коммуналка» тарифтары, электр энергияһы һәм транспорт. Йәғни беҙ уларға күберәк түләйәсәкбеҙ....

Ҡала быймакаттары
Махсус бит // 15-01-2011, 11:08


Ҡала быймакаттарыСибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе быйма баҫыусы Марина һәм Йәүҙәт Мөхитовтарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел
Эй, замана тигәндәреңде, донъя­ның аҫты-өҫкә әйләнеп сығып килә бит! Ауыл халҡы ҡала хаҡында хыялланһа, ҡаланыҡылар, киреһенсә, шым ғына ауыл хужалығы, һөнәрселек менән шөғөлләнеп, көн күрергә тырыша. Ауыл адвокаттары* нисек сәйер яңғырамаһын, ҡала быймакаттары ла шулай уҡ уйынлы-ысынлы яңғырай. Әммә......

Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙмы?
Рубрикалар // 15-01-2011, 11:07


Аҙым һайын алдаҡҡа ҡорол­ған тормошобоҙ. Аҙ ғына һиҙгерлегеңде юғалттыңмы, тишек кәмәгә ултыртыуҙарын көт тә тор. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында МММ асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойоштороп, ҙур аҡса вәғәҙәләп, миллионлаған иғәнәсене йәлеп иткән финанс пирамидаһы геройы Мавродиҙы хәтерләйһегеҙҙер әле. Был мутлығы өсөн ул 4,5 йылға иркенән мәхрүм ителгәйне. Бер алдар – гел алдар, тигәндәй, Мавроди интернетта «электрон янсыҡ» системаһы буйынса яңы проект тәҡдим итә. Килем насар түгел, пенсионерҙарға – 30, ҡалғандарға – 20 процент.
Ғөмүмән, беҙҙе аҙ алдамайҙар. Нисек алдашалар һуң?
Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек....

Шығайҙар битараф халыҡ түгел
Рубрикалар // 15-01-2011, 11:04


Шығайҙар битараф халыҡ түгелРеспублика гәзиттәренең бере­һендә былтыр йыл аҙағында сыҡҡан мәҡәләгә беҙ, Шығай ауылы халҡы, бик ғәжәпләндек. Автор үҙенең мәҡәләһендә беҙҙе, эйе, Шығай ауылы халҡын, ҡоролоҡ йылында сыҡҡан урман янғындарына ҡарата битарафлыҡта ғәйепләгән....

Ерҙән биҙҙереү
Махсус бит / Письма // 15-01-2011, 11:03


Халҡыбыҙ башлыса ауыл ерендә йәшәй. Унда кешеләргә эш юҡ, шунлыҡтан эскелек, ялҡаулыҡ баҫа. Ситкә китеп эшләү өсөн һөнәр, тәүәккәллек кәрәк. Бөгөн ауылдарҙа ҡарттар, пенсионерҙар өҫтөнлөк итә. Ауылдағыларҙың төп кәсебе – мал аҫрау. Быйылғы ҡоролоҡло йылда күптәр мал һанын ҡыҫҡартты. Сөнки үлән үҫмәне, ҡышҡылыҡҡа бесән аҙ булды. Үлән үҫмәгән сабынлыҡтарға һалым һалдылар....

Ил күңелендә ҡалһын аманатың...
Махсус бит // 15-01-2011, 10:58


Тыуған илде һаҡла. Үлгәндә лә үҙ ереңә ятһын һөйәгең.
Зәйнәб БИИШЕВА,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Ил күңелендә ҡалһын аманатың...Тормошта һәр кем, Мостай Кәрим әҫәрендәге сабый һымаҡ, бер мәл, ҡапҡа алдына сығып, юлдың йә уңға киткәнен, йә һулға илткәнен һайларға тейеш. Ҡайһы тарафтарҙа һине уңыш һәм бәхет көтөп торорон, ҡайҙа һәм ҡасан бәләгә тарыуыңды алдан белеү әмәлдәре юҡ. Һәр ҡәүем дә үҙ яҙмышын тарих ағымына ҡарап ҡора, күршеләре эскән һыуҙар йыш ҡына уның да ирендәрен сылата....

Әҙәп булмаған ерҙә иман юҡ
Новости / Иман // 15-01-2011, 10:56


Бала сағымдан халҡымдың тарихы менән ғорурландым, милләттәштәремде күктәргә сөйөп, идеаллаштырып ҡараным. Элек, хәтерләүемсә, халыҡ ихлас, асыҡ, ярҙамсыл, йомшағыраҡ күңелле ине. Үҫә килә, тормошто нығыраҡ аңлай төшкәс, бөгөн милләтебеҙҙең йөҙө, холҡо насар яҡҡа үҙгәргәненә йәнем көйә. Әлбиттә, донъя алға барғас, кешеләр ҙә үҙгәрмәй тормаҫ, тиерһегеҙ, әммә, ыңғай яҡҡа ыңғайлаһындар ине…...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM