НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 29(2011) » Страница 3

Юмор салаты
Конкурстар // 16-04-2011, 10:30


Юмор салатыБаш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холл ҡаршыһында торған бик күп егет һәм ҡыҙҙы күреп, әллә индермәйҙәрме икән, тип килһәм, баҡтиһәң, эскә үтергә һыу буйы сират икән. Ә бина эсендә кеше тағы ла күберәк. Йылдан-йыл командалар ғына түгел, улар өсөн «ауырыусылар» һаны ла, туған телендә көләмәстәр ишетеп, рәхәтләнеп көлөргә теләүселәр ҙә арта ғына бара....

«Теләһә, һәр кеше миллионер була ала»
Рубрикалар // 16-04-2011, 10:28


Азат Вәлиев 19 йәшендә миллион һум килем алып эшләй башлаған
«Теләһә, һәр кеше миллионер була ала»Мәғлүмәт бизнесы менән шөғөлләнеүселәр, йә булмаһа, ҡыҙыҡһыныусылар араһында Өфө егете Азат Вәлиевты белмәгәндәр юҡ. Әле 20 йәшен генә тултырған Азат 19 йәшендә тәүге миллион һум килемен алған. Әлбиттә, егет бер миллион һум аҡсала ғына туҡталып ҡалырға йыйынмай, бик шәп алынған старт уңған егеткә ҙур юлдар асҡан. Азат Вәлиев – Өфөнөң генә түгел, республиканың, хатта илдең иң йәш һәм уңышлы эшләгән эшҡыуарҙарының береһе. Егет беренсе проектын ғына тормошҡа ашырған да, миллионды кеҫәһенә һалып та ҡуйған, тип уйлап ҡуймағыҙ – уның тәүге килеме 1500 һум тәшкил итә. Ә ҡалғаны инде – йыл дауамында тырышып-тырмашып эшләү, үҙ-үҙеңә ышаныу шарттарында килеп сыҡҡан һөҙөмтә....

БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Телебеҙҙе һаҡлауҙа яҙыусыларҙың роле ҙур»
Әҙәбиәт // 16-04-2011, 10:27


БР Президенты Рөстәм Хәмитов: «Телебеҙҙе һаҡлауҙа яҙыусыларҙың роле ҙур»Өфөлә 14 − 15 апрелдә Башҡортостан яҙыусыларының XV съезы үтте. Форумға республиканың Яҙыусылар союзы ағзалары, власть органдары вәкилдәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, башлап ҡәләм тотоу­сылар − барлығы 150-нән ашыу делегат йыйылды....

Күсемһеҙ милек баҙары
Новости // 16-04-2011, 10:26


Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Күсемһеҙ милек. Яҙ − 2011» күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо.
Был сара республиканың баш ҡалаһында йыл һайын бик күп ҡатнашыусыны туплай һәм беҙҙәге күсемһеҙ милек баҙарына ҙур йоғонто яһай.
Күргәҙмә-йәрминкәне асыуҙа ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов билдәләүенсә, быйыл сараның форматын бер аҙ үҙгәрткәндәр. Күргәҙмә барышында ойошторолған конференциялар, брифингтар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Шулай уҡ быйыл сараға килгән граждандар менән эш әүҙем ойошторолған, уларға консультациялар бирелә....

Сит илгә уҡырға барырға теләһәгеҙ
Новости / Мәғариф // 16-04-2011, 10:25


Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары студенттары араһында сит ил мәғариф үҙәктәрендә белем алыу өсөн түләүгә аҡсалата грантҡа дәғүә итеүгә асыҡ конкурс башланды. 2010 – 2012 йылдарҙа сит илдә әҙерлек үтеү, квалификацияны күтәреү буйынса Башҡортостан Президентының айырым маҡсатлы программаһына ярашлы, уҡыуға, йәшәүгә, медицина страховкалауына, юлға, виза юллауға сығымдарҙы республика бюджеты үҙ өҫтөнә ала....

Тарихсыларға тиңләшеүсе булманы
Конкурстар // 16-04-2011, 10:22


Тарихсыларға тиңләшеүсе булманыОшо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Йыл уҡытыусыһы – 2011» конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм башҡалар ҡатнашты....

ҒӘРӘПТӘРГӘ ЛӘ БАШҠОРТ БАЛЫ ОҠШАҒАН
Новости // 16-04-2011, 10:21


ҒӘРӘПТӘРГӘ ЛӘ БАШҠОРТ БАЛЫ ОҠШАҒАНТиҙҙән Сәғүд Ғәрәбстанында йәшәүселәр башҡорт балын тәмләп ҡараясаҡ. «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең «Бал баҡсалары» компанияһы менән башҡорт балын һәм унан эшләнгән косметиканы һатыу буйынса оҙайлы контракт төҙөнө....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM