НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 29(2011) » Страница 2

Американың аҫтыртын сәйәсәте
Новости / Сәйәсәт // 16-04-2011, 10:41


йәки Ғәрәп илдәрендә барған сыуалыш-һуғыштарға нефть сәбәпсе
Донъя баҙарында яғыулыҡҡа хаҡ арта. Таш күмер сығарыу ҡиммәтләнә, шахтерҙарҙың ғүмере өҙөлә. Нефть табыу ҡоро ерҙән диңгеҙгә күсә бара. Нефть, газ тапҡан илдәр донъя баҙарында хаҡтарҙы көйләү өсөн ОПЭК союзына инеп, бер-береһен күҙәтеп тора. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡты файҙаланып, «ҡара алтын»ды күберәк һатҡан илдәр бар.
АҠШ үҙ илендәге нефть ятҡылыҡтарын һаҡлап, сит ил нефть табыу компанияларына хужа булып алды....

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 16-04-2011, 10:39


Өмөтләндерҙе...
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, техноген һәм тәбиғәт һәләкәттәрен кисектереү һәм туҡтатыу буйынса барлыҡ дәүләттәр өсөн асыҡ булған халыҡ-ара механизм булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй. Ул ғәмәлдәге халыҡ-ара закондарҙың Японияның «Фукусима – 1» АЭС-ындағы авария мәсьә­ләләрен хәл иткәндә көсһөҙ булыуын билдәләне. Сөнки бындай һәләкәттәр бер дәүләттең генә бәләһе түгел, шуға күрә закондар көйләүҙе талап итә...

«Парктар маршы»на ҡушылайыҡ, йәмәғәт!
Новости // 16-04-2011, 10:38


Был акция 22 апрелдән 30-ына тиклем дауам итәсәк. Уның маҡсаты – халыҡты тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, кешеләрҙә тәбиғәт менән һоҡланыу, уның торошо өсөн яуаплылыҡ тойғоларын уятыу.
Акция барышында традицияға инеп барған умырзая сәскәһен һаҡлау, урмандарҙы таҙартыу, урамдарҙағы һәм ихаталарҙағы сүп-сарҙы йыйып түгеү, йәшелләндереү эштәре ҡарала. Уҡыу йорттарында экология дәрестәре, тәбиғәтте, биотөрлөлөктө һәм айырым һаҡланыла торған территорияларҙы һаҡлау буйынса әңгәмәләр һәм лекциялар үткәреләсәк.
Сарала дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары һәм парктары, балаларҙың экологик ойошмалары, «Башҡортостан» милли паркы ҡатнашасаҡ....

Боҙ китеүгә бар хеҙмәттәр ҙә әҙер
Новости // 16-04-2011, 10:37


Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы – Ағиҙелдә тиҙҙән боҙ китәсәк. Уға ҡойған Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы үрендә боҙ ҡуҙғал­ған.
Димдә ҡар һыуы артыуы күҙәтелә, Эҫем йылғаһында боҙ ҡалҡҡан. Стәрле һәм Әй йылғаларында боҙ китә. Йылғаларҙа һыу кимәле төрлөсә: Ҡариҙел районындағы Һөйән ауылы янындағы һыу 137 сантиметр­ға күтәрелһә, Белорет районының Ар ташы ҡасабаһы янында Ағиҙелдә ул 52 сан­тиметр­ға түбәнәйгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, әлегә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ҡотҡарыусыларҙың көсө һәм средстволары йәлеп ителмәгән. Бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәгән.
Ҡар күләмен тикшереүселәрҙең мәғлүмәте буйынса, был көндәрҙә Ағиҙел бассейнындағы ҡар ҡатламының һыу запасы күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 25 – 55 процентҡа түбәнерәк....

Территориаль планлаштырыуҙа системалылыҡ кәрәк
Новости // 16-04-2011, 10:36


Рөстәм Хәмитов республиканың территориаль планлаштырыу схемаһына үҙгәрештәр индереү буйынса кәңәшмә үткәр­ҙе. Уның һүҙҙәренсә, схема булыуы төбәктең инвестицион үҫешенә бөтә шарттар ҙа булдыра һәм баҙарҙы мәҙәниәтле итә....

Сәсеү-2011
Новости // 16-04-2011, 10:36


Бураҙна ярыр мәл
Башҡортостан хөкүмәтендә үткән ауыл хужалығы эштәрен ойоштороу буйынса республика оператив штабының ултырышында төбәктең сәсеү кампанияһына әҙерлеге тикшерелде....

Миграция сәйәсәте мәсьәләләре тикшерелде
Новости // 16-04-2011, 10:35


Өфөлә, Республика йортонда, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте директоры урынбаҫары Екатерина Егорова менән осрашып, илдәге һәм республикалағы миграция сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе. Юғары квалификациялы хеҙмәт ресурстарын Рәсәйгә йәлеп итеү һәм йәшерен миграцияға ҡаршы көрәш проблемаһы тураһында ла һүҙ барҙы.
– Республика Президентының миграция сәйәсәте мәсьәләләренә конструктив ҡарашы бар, – тип билдәләне Екатерина Егорова. – Башҡортостанда миграция мәсьәләһе ярайһы имен: кире эҙемтәләргә килтерерлек киҫкен мәлдәр күҙәтелмәй.
Уның һүҙҙәренсә, беҙҙең илгә килгәндә сит ил халҡы үҙен уңайлы тойһон, шулай уҡ йәшерен миграцияға бәйле хәүеф-хәтәргә юл ҡуйылмаһын өсөн, Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте әүҙем профилактика саралары үткәрә....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 16-04-2011, 10:34


БР Президенты Рөстәм Хәми­тов Өфө трикотаж фабрикаһында республиканың иң эре еңел сәнәғәт предприятиеларының бере­һендәге производство менән танышты. Ул күргәндәренән ҡәнәғәт ҡалды. Фабрика хеҙмәткәрҙәре республика башлығын хеҙмәт шарттары, яңы яҙғы-йәйге коллекция, төрлө сувенир продукцияһы менән таныштыр­ҙы....

"Кеша" – "Салауат Юлаев" көйәрмәне
Новости / Спорт // 16-04-2011, 10:33


Белеүегеҙсә, былтыр футбол буйынса Көньяк Африкала барған донъя беренселеге уйындарының һөҙөмтәләрен алдан һигеҙаяҡ билдәләргә ярҙам иткәйне.
Беҙҙең өйҙә лә шундай күрәҙәсе йәшәй. Тик һыу хайуаны һигеҙаяҡ түгел, ә тутыйғош. Апайым уны Яңы йылға алып ҡайтҡайны һәм шунан бирле, үҙенең сәңгелдәгендә бәүелеп, беҙҙең менән хоккей ҡарай. Атайым әйтеүенсә, хоккейсыларыбыҙҙың кейеме йәшел булғанғалыр, ҡошобоҙ йәшел төҫтә, исеме – "Кеша"....

Аэропорт түгел, «Өфө-Арена» уңайлы булыр
Новости / Спорт // 16-04-2011, 10:32


Аэропорт түгел, «Өфө-Арена» уңайлы булырБыл бит финал... Әгәр ҙә бер команда дәғүәсәһен рәттән дүрт тапҡыр еңеп, төп призды яулай ҡалһа, Рәсәй түгел, ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барған башҡа сит илдәр ҙә был хәлде аңламаҫ, Гагарин кубогының бәҫе төшөүе ихтимал. Ана бит, Хоҙай Тәғәлә лә быны күреп, еңелеүсегә ярҙамға килде. Дөрөҫөрәге, бөтә ил менән юлаевсылар мәрхәмәтлеге арҡаһында тиктормаҫ Ржигаға һәм уның тәрбиәләнеүселәренә саҡ ҡына булһа ла өмөтләнергә мөмкинлек бирҙек. Мәскәүҙәрҙе ҡыуандырҙыҡ. Рәхмәт әйтһендәр....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM