НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тарихи тәжрибәне өйрәнеп
Новости / Башҡортостан // 29-03-2011, 10:13


Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән халыҡ-ара конференцияла исламдың тыныслыҡ дине булыуы билдәләнде
Тарихи тәжрибәне өйрәнепКүп йылдар дауамында билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, арҙаҡлы совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың исеме, уның эшмәкәрлеге киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ ҡала килде. Сәйәси күҙлектән фекер йөрөткәндә, Рәсәй дипломатының Сәғүд Ғәрәбстаны менән беҙҙең ил араһында йылы мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙағы роле баһалап бөткөһөҙ булған. Сталиндың ҡанлы репрессиялары ҡорбаны булған шәхестең дипломатик эшмәкәрлеге тамамланыу менән Яҡын Көнсығыштағы илдәр менән дипломатик мөнәсәбәттәр ҙә өҙөлә, тик 1990 йылда ғына Сәғүд Ғәрәбстанында беҙҙең илдән тулы хоҡуҡлы вәкилдәр эшләй башлай. Үҙенең ябайлығы, ғәрәп халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирамлы мөнәсәбәте, киң эрудициялы булыуы менән илсе миссияһын юғары дәрәжәгә күтәргән дипломаттың исемен мәңгеләштереү, уның тыуыуына 120 тулыуҙы республикала киң билдәләү маҡсатында БР Президенты Указ да ҡабул иткәйне....

Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...
Новости / Сәйәсәт // 29-03-2011, 10:11


Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...Рәсәйҙә үҙенең «киң» фекерҙәре менән билдәле Владимир Жириновский, Ливиялағы әлеге бола мосолман дине һәм гендер проблемалары менән бәйле, тип һанай.
Эш бында ислам идеологияһында түгел, ә һәр йомала мәсеткә йыйылыуҙа, имеш. Ир-аттың күмәкләшеп бер урынға тупланыуы иртәме-һуңмы майҙандарға сығыуға булышлыҡ итә, ти Жири­новский. «Мәсеткә йыйылған ирҙәр араһында хәбәр тиҙ тарала, улар тиҙ генә ойоша ала. Ә бына христиандар күпләп йәшәгән ерҙә улай түгел – ирҙәр сиркәүгә әҙ йөрөй, билдәле бер көндә йыйылыу ғәҙәте лә юҡ. Башҡортостан менән Та­тарстанда православие ме­нән ислам баланста «көн итә», был тыныс төбәктәрҙә төрлө конфессия вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар күп булған Төньяҡ Кавказ иһә үҙенең тотороҡһоҙлоғон бер нисә тапҡыр күрһәтте инде», – ти Владимир Вольфович....

Кәмегәнбеҙ...
Махсус бит / Проблема // 29-03-2011, 10:10


Рәсәй статистикаһында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре әҙер булды. Әлегә илдә күпме кеше йәшәүе, ир-ат, ҡатын-ҡыҙ һаны билдәле. 2010 йылдың октябрендә иҫәпләнгәнсә, илдә 142 905,2 мең кеше йәшәй....

Ҡоймаҡтың «иң төйөрлөһө» – быйылғы беренселәр өлөшөндә
Новости // 29-03-2011, 10:08


Өфөлә «Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәптәре яңы быуын федераль дәүләт мәғариф системаһы шарттарында: тәжрибә, проблемалар һәм перспективалар» тип аталған бөтә Рәсәй конференцияһында БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов Башҡортостандың 200-ҙән ашыу мәктәбендә ете меңгә яҡын беренсе класс уҡыусыһының яңы мәғариф системаһы буйынса уҡыуы тураһында белдерҙе....

Ни сыҡһа ла, салауаттарҙан сыға
Махсус бит / Проблема // 29-03-2011, 10:08


Ни сыҡһа ла, салауаттарҙан сығаМәҡәләгә башты шулай тип ҡуйырға мәжбүр булдыҡ. Сөнки яңыраҡ ҡына нәҡ Салауат ҡалаһы уҙаманын интернет аша сит ил гражданы ҙур ғына суммаға һемәйткәйне. Әле килеп телефон аша шылтыратыусы «прокурор»ҙың күрһәтмәләрен һүҙһеҙ үтәргә ашыҡҡан асыҡ ауыҙҙар хайран ҡалдырҙы. Ә эш былай була: ҡаланың бер рестораны менеджерына, йәнәһе, «прокуратура» хеҙмәткәре, баш ҡаланан килгән тикшереүселәргә өс блюдонан торған комплекслы төшкө ашты урынға алып килеп биреүҙәрен, шул уҡ ваҡытта шылтыратыусы үҙенең телефон иҫәбенә әҙерәк аҡса күсереүҙәрен үтенеп, шылтырата....

Элемтә һәр кемгә кәрәк
Новости / Башҡортостан // 29-03-2011, 10:07


Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән «МегаФон» компанияһы артабан да әүҙем хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошо көндәрҙә «Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһында һүҙ яңы ҡул ҡуйылған килешеү хаҡында ғына түгел, дөйөм элемтә тармағы хаҡында барҙы....

Тағы ла бер ил республикабыҙға инвестиция һалмаҡсы
Новости / Башҡортостан // 29-03-2011, 10:06


БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, уның урынбаҫарҙары Рафаил Зиннуров һәм Лилиә Ғүмәрова, парламент комитеттары вәкилдәре Өфөлә Корея Республикаһының хөкүмәт делегацияһы менән осрашты....

Ветеран хоккейға барҙы
Новости / Башҡортостан // 29-03-2011, 10:04


Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы менән Магнитогорскиҙың «Металлург»ы ярышында булды. Ҡыҙыҡлы уйынды уның менән бергә почетлы урында ғәҙәттән тыш ҡунаҡ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Төхвәтулла Әхмәтйәнов ҡараны....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 29-03-2011, 10:03


Николай Красников Герма­ния­ла үткән мотоуҙышта етенсе йыл рәттән донъя чемпионы исеменә, ә Стәрлетамаҡтың «Каус­тик» мотоклубынан Игорь Кононов көмөш миҙалға лайыҡ булды. Башҡортостан егеттәре был һөҙөмтә менән 1973 йылда Инцел ҡалаһында Ғабдрахман Ҡадиров менән Борис Самородов күрһәткән рекордты ҡабатланы. Рәсәй әлеге чемпионатта 39 миҙал яуланы, шуларҙың 15-е Өфө спортсылары иҫәбенә тура килә....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 29-03-2011, 10:02


Йылға яры ла түләүле
Донъя яңылыҡтарыОшо көндәрҙә Татарстандың Хөкүмәт йорто алдындағы Азатлыҡ майҙанында 5 меңгә яҡын балыҡсы йыйылды.
Ҡармаҡ һалырға яратыусылар балыҡ тотоуҙы түләүле итеүҙе билдәләгән закондар һәм ҡарарҙарҙы юҡҡа сығарыуҙы талап итә.
Татарстан балыҡсылары әйте­үенсә, Волга, Кама кеүек ҙур йылғалар буйында ғына түгел, вағыраҡ һыу ятҡылыҡтарында ла бушлай балыҡ тотоу мөмкинлеге бөтөрөлгән....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM