НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 23(2011) » Страница 3

Был аҙнала беҙҙе...
Новости // 26-03-2011, 01:35


Хәүефләндерҙе...
Был аҙнала беҙҙе...Яңылыҡтарҙа һәр көн тиерлек ҡайҙа ла булһа ер тетрәүе хаҡында хәбәр итәләр. Әле тағы ла Таиланд сигендә көслө ер тетрәү булды. Унда 60 кеше һәләк булған. Был исемлек тулы түгел, әлбиттә. Урында ҡотҡарыу эштәре дауам итә.
Японияла ла көнөнә егермешәр тапҡыр ер тетрәүе теркәлеп тора. Улар 10 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙгән тәүге ер тетрәүҙән көсһөҙөрәк булһа ла, халыҡта ҡурҡыу тойғоһо уята....

Арҙаҡлы илсегә арналды
Новости / Башҡортостан // 26-03-2011, 01:33


Өфөлә билдәле совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Рәсәй һәм ислам донъяһы: үҙ-ара цивилизациялы бәйләнеш тарихы һәм перспективаһы» халыҡ-ара фән­ни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уның эшендә Әзер­байжан, Үзбәкстан, Болгария, Бельгия, Голландия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Франция, АҠШ-тан дипломаттар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҡатнашты. Сараның маҡсаты – Рәсәйҙең ислам донъяһы дәүләттәре менән мөнәсәбәттәрен көйләүҙә тарихи тәжрибәһен өйрәнеү....

Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләнде
Новости / Башҡортостан // 26-03-2011, 01:33


Район хакимиәттәре башлыҡтары тәғәйенләндеМәсетле районы муниципаль район хакимиәтенең 22 мартта үткән ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иван Могильников тәғәйенләнде.
Могильников Иван Петрович 1956 йылдың 19 декабрендә Сверд­ловск өлкәһе Саҙы райо­нының Саҙы ауылында тыуған. Юғары белемле – Силәбе дәүләт педагогия институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған....

Республика башлығы Джиддә иҡтисади форумында ҡатнашты
Новости // 26-03-2011, 01:32


Рөстәм Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының эшлекле даирәләре делегацияһы етәксеһе сифатында Сәғүд Ғәрәбстанындағы Джиддә иҡтисади форумында ҡатнашты.
Джиддәгә сәфәре барышында төбәк башлығы “Рәсәй – ғәрәп донъяһы” Рәсәй – Ғәрәбстан бизнес-диалогын асты, Сәғүд Ғәрәбстанының төп эшҡыуарҙары һәм башҡа илдәрҙән иҡтисади форум делегаттары алдында сығыш яһаны....

Фәләстан менән хеҙмәттәшлек нығый
Новости / Башҡортостан // 26-03-2011, 01:30


Фәләстан менән хеҙмәттәшлек нығыйРәсәйҙә Фәләстан милли хакимиәте башлығы Мәхмүт Аббас булып китте. Сит ил ҡунағы Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, яйға һалыу маҡсатында Башҡортостанға ла килде. Элегерәк ул Чечня, Дағстан, Татарстанда ла булған.
– Башҡортостан дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ асыҡ, – тип ҡаршы алды уны БР Президенты Рөстәм Хәмитов. Республика етәкселеге Фә­ләстан делегацияһын беҙҙәге конфессия-ара диалогты ойоштороу тәжрибәһен, күп милләтле мәҙәниәт, мәғариф үҫешен өйрәнеү өсөн саҡырғайны. Әйткәндәй, Рәсәйгә былтыр килгән сағында Мәхмүт Аббас Президент Дмитрий Мед­ведевҡа Башҡортостанға килергә теләүен белдерә. Ил етәксеһе был ниәтте хуплаған....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 26-03-2011, 01:29


Рөстәм Хәмитов БДБ дәүләттәре хөкүмәт башлыҡтары советы ҡарамағындағы Яугир интернационалистар эштәре буйынса комитет рәйесе Руслан Аушев менән осрашты. Улар Өфөлә 20 апрелдә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең Ветерандар ойошмаларының координацион советын үткәреү тураһында һөйләшеп килеште. Координацион советта эҙһеҙ-хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар­ҙы эҙләү, ветерандарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре ҡараласаҡ....

Көслөгә ҡулдары ла ярҙамға киләме?..
Новости / Спорт // 26-03-2011, 01:25


Көслөгә ҡулдары ла ярҙамға киләме?..Ҡул менән дә уйнай белергә кәрәк... Гагарин кубогы өсөн башланған Көнсығыш конференцияһының финалында «Салауат Юлаев» командаһы менән Магнитогорскиҙың «Металлург» уйынсылары араһында барған беренсе уйында өсөнсө голды өфөләр ҡул ярҙамында индерҙе, тип күптәр бәхәс ҡорҙо. Баш судья, осрашыуҙы туҡтатып, өҫтә ултырған экспертҡа мөрәжәғәт итеп, видеоҡабатлауҙы яңынан ҡаратты. Тегенеһе хужалар яғынан бер ниндәй ҡағиҙә боҙоуҙы күрмәй, голдың дөрөҫ икәнен иҫбатланы....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM