НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 21(2011) » Страница 4

Ай Ергә тартыла
Новости // 19-03-2011, 13:27


Бөгөн, йәғни 19 мартта Ай Ергә максималь араға яҡын килә. Һөҙөмтәлә ул беҙгә ҙурыраҡ булып күренәсәк.
Өфө планетарийы директоры Анатолий Денисов әйтеүенсә, Ай майҙаны сама менән 16 процентҡа тиклем ҙурая. Юлдашыбыҙ менән планета араһы, ғәҙәттә, яҡынса 380000 саҡрым, бөгөн иһә 356600 саҡрым буласаҡ....

Мәҙәниәт министры үҙ блогын булдырҙы
Новости / Мәҙәниәт // 19-03-2011, 13:27


«Минең блогым мәҙәниәткә арнала», – тигән һүҙҙәр менән баш­лаған Башҡортостан Рес­публикаһының мәҙәниәт ми­нис­тры Асҡар Абдразаҡов тәү­ге яҙмаһын («Тере журнал» («Жи­вой журнал») биттәрендәге адресы: http://aabdrazakov.livejournal.com/).
«Блогта ошо тармаҡҡа бәйле көн үҙәгендә торған проблемалар хаҡында һөйләшкем килә. Әле интернет мәҙәниәткә арналған төрлө мәғлүмәт менән тулған, фекерҙәр, ҡа­раштар төрлөсә. Мәҫәлән, бе­рәүҙәр «массалы мәҙәниәт»те, йәғни уның коммерция өлөшөн үҫтереү яҡлы. Бындай мәҙәниәткә, ғәҙәттә, элитар мәҙәниәт ҡаршы ҡуйыла. Был юҫыҡта төрлө субкультуралар, бард, йәштәр хәрәкәттәренең ҡатнашыуын да әйтергә кәрәк. Академик Дмитрий Лихачев билдәләүенсә, мәҙәниәт – дәүләт шөғөлләнергә тейешле мө­һим нәмә», – тип яҙа министр....

Табиптар яҡшыға өмөтләнә
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 19-03-2011, 13:26


Республика балалар дауаханаһында уникаль операция башҡарылды. Пациент – эпилепсия менән ауырыусы ун өс йәшлек үҫмер.
Табиптар билдәләүенсә, әле бала үҙен яҡшы хис итә. Клиника белгестәре, малай һауығыр, тигән өмөттә. Дауахананың нейрохирургия бүлеге мөдире Айрат Тимершин билдәләүенсә, әле нимәлер күҙалларға иртәрәк, барыһын да ваҡыт күрһәтәсәк. Шуға ла бала ярты йыл табиптар күҙәтеүе аҫтында буласаҡ....

Төҙөлөш отрядтары, теҙелегеҙ!
Новости / Башҡортостан // 19-03-2011, 13:26


Башҡортостанда Советтар Союзы заманында киң таралыу алған йәштәр төҙөлөш отрядтары яңынан тергеҙеләсәк. Был эш менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе шөғөлләнергә теләк белдергән.
Партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдереүенсә, беренсе төҙөлөш отряды ошо йәйҙә үк эшләй башлаясаҡ. Студенттарға М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы бассейнды төҙөргә ҡушыла. Әле отрядҡа 30 кеше яҙылған да инде. Республика вуздары менән һөйләшеүҙәр алып барыла, йәйгә тиклем төҙөлөштә ҡатнашырға теләүселәрҙең артыуы ихтимал. Әйт­кәндәй, йәштәр айына 12 – 15 мең һум эш хаҡына иҫәп тота ала. Фирҡә етәкселеге шулай уҡ ауыл хужалығында, поездарҙа вагон ҡараусы сифатында эшкә урынлашыуға булышлыҡ итергә ниәтләй....

Киләсәккә маҡсаттар ҙур
Новости / Рәсәй // 19-03-2011, 13:25


Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Унда республиканың эре инвестиция проекттары, инфраструктура, шулай уҡ ағымдағы социаль-иҡтисади хәл ҡаралды. Премьер фекеренсә, әгәр башланған бөтә инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырылһа, Башҡортостан Рәсәйҙең төп индустрия үҙәктәренең береһе тигән абруйын нығытасаҡ....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 19-03-2011, 13:24


Башҡортостан Дәүләт Йыйы­лы­шы – Ҡоролтайҙың рәсми делегацияһының Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһына эш сәфәре тамамланды. Өс көн дауам иткән эшлекле осрашыуҙа республика парламенты спикеры Ҡаҙағстан Сенаты Рәйесе Касым-Жомарт Токаев менән осрашты. Һөйләшеү барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе, парламент-ара бәйләнештәрҙе артабан да нығытыу мәсьәләләре тикшерелде....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM