НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 20(2011) » Страница 2

Үҙ кеше ине...
Рубрикалар / Хәтер // 15-03-2011, 13:25


Үҙ  кеше ине...Ҡалыптар араһында тыуып, ҡанундар араһында ҡыҫылып үҫкән быуын беҙ. Барыһы ла бер иштән кейенеп, бөтәһе лә бер төрлө фекерләгән осорҙа формалашҡанбыҙ. Юҡ, заманды яманларға йыйынмайым – совет йәмғиәтенең социаль ғәҙеллеге һөҙөмтәһендә уҡып кеше булғаныбыҙҙы яҡшы аңлайым һәм таныйым. Һүҙ башҡа юҫыҡта: заман башҡа – заң башҡа....

Туйсиндар йыр туйына йыйҙы
Новости / Мәҙәниәт // 15-03-2011, 13:23


Туйсиндар йыр туйына йыйҙыБашҡорт сәнғәтенең тарихында һәм бөгөнгөһөндә баймаҡтар алтын фондты тәшкил итә. Был бәхәсһеҙ. Халҡыбыҙҙың мәшһүр йыр-бейеү өлгөләренең күпселегенең тап беҙҙең ерлектә тыуыуы һәм республика, ил күләмендә танылыу алған арҙаҡлы сәнғәт оҫталарының Баймаҡтан булыуы үҙе бер феномен һәм был ҙур ғорурлыҡ уята. Ана шундай йыр-моң әһелдәре араһында Сыңғыҙ ауылынан бер туған Туйсиндар лайыҡлы урын биләп тора....

Ҡара болоттарҙы бергәләп таратайыҡ
Махсус бит / Проблема // 15-03-2011, 13:17


йәки Тағы телебеҙ тураһында
«Мәктәптәр – дәүләт сәйәсәтенең инструменты». Был лозунг, әйтерһең дә, революция фанатының ауыҙынан сыҡҡан. Ләкин һис тә улай түгел. Был һүҙҙәрҙе заманында Австрия императрицаһы Мария Терезия әйткән. Ә бөгөн үрҙә әйтелгән афоризмды бөтә илдәрҙә лә ҡулланалар. Рәсәйҙә милли мәсьәләләрҙе хәл иткәндә әлеге афоризмды теорияла ла, практикала ла бик йыш файҙаланалар. Сөнки милли проблемалар күп милләтле Рәсәйҙә дәүләт сәйәсәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән. Был проблемаларҙы хәл итеүҙә мәктәптәр ҙур роль уйнай. СССР бар саҡта ла шулай булған, әле лә шулай....

Ярҙам итеүме, ярҙан этеүме?
Махсус бит / Проблема // 15-03-2011, 13:15


йәки Ауыл халҡы ниңә ерҙе ситтән килеүселәргә ҡуртымға биреүгә ҡаршы?
Ярҙам итеүме, ярҙан этеүме?Баймаҡ районының ялан яҡ зонаһының иң уңдырышлы өлөшөнән 25 000 гектар ерҙе Силәбе өлкәһенең «Ситно» холдингына оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреп, агрохолдинг ойоштороу хаҡында мәғлүмәт киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылғас та, был идеяға үҙемдең ҡарашымды белдереп, «Йәшлек»тәге мәҡәләлә яҙып сыҡҡайным («Әллә өмәләп тормайыҡмы?»). Гәзит сыҡ­ты, Башҡор­тос­тан төбәктәре буйлап таратылды, кискеһен «Йәшлек»те алдырыусы һәр кеше тарафынан уҡылды. Ябай халыҡ тарафынан да, түрәләр тарафынан да: тәүгеләре ихлас итеп көлдө лә, гәзитте ситкә һалып, телевизор­ға йомолдо, һуңғылары иһә, эт өрөр, бүре йөрөр, тигәндәй, шулай уҡ битараф ҡалды....

Теркәүселәр үҙҙәре килә
Рубрикалар // 15-03-2011, 13:13


«Росреестр»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы халыҡҡа күрһәткән дәүләт хеҙмәттәренең кимәлен күтәреү, уларҙы тиҙ һәм уңайлы башҡарыу өсөн яңы алымдар индереүен дауам итә.
Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә милек хоҡуғын теркәү өсөн «Росреестр»ҙың район үҙәгендә урынлашҡан территориаль бүлексәләренә барып етеү күп мәшәҡәт тыуҙыра. Аралар алыҫлығынан башҡа, аҡса, ваҡыт сығымдары талап ителә. Ҡайһы бер ауылдарға хатта автобус та йөрөмәй – нисек теләй­һең, шулай барып ет....

ШУНДАЙ КҮРШЕМ БАР МИНЕҢ
Рубрикалар // 15-03-2011, 13:10


ШУНДАЙ КҮРШЕМ БАР МИНЕҢБайтаҡ ҡына дөйөм ятаҡта йәшәгәс, 1987 йылдың аҙағында, ниһайәт, беҙҙең ғаиләгә лә өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Яңы бирелһә лә, унда ремонт яһамай тороп күсерлек түгел, әлбиттә. Шулай ҙа, үҙ торлағың була тороп, нисек ятаҡта йәшәп ятмаҡ кәрәк? Яңы йыл байрамы үтер-үтмәҫтән, беҙ законлы фатирыбыҙға күсергә булдыҡ. Унда йылы индерелгән, ләкин газ урынына электр плитаһы ҡулланабыҙ, эҫе һыу ҙа, һыуығы ла юҡ. Ярай әле Тәйрүк йортобоҙға терәлеп аға, аш-һыу әҙерләү, йыуыныу-сайыныу өсөн һыуҙы шунан алабыҙ, ҡыш бит, йылға таҙа....

Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелеңде наҙлап йылыта
Конкурстар // 15-03-2011, 13:05


Тәрбиәсе яҡты ҡояш кеүек, күңелеңде наҙлап йылытаБалалар йортона барған һайын күңелде төрлө уйҙар биләп ала. Төрлө сәбәптәр буйынса ошо йортҡа эләккән балалар яҙмышы уйға һала. Ғөмүмән, был йортҡа бер кем дә тыныс ҡына аяҡ баҫа алмайҙыр ул. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йортонда үткән «Иң яҡшы балалар йорто педагогы» конкурсына барғанда ла күңелде балалар һәм унда эшләүсе тәрбиәселәр тураһындағы уйҙар баҫты.
Үҙем дә ҡасандыр балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләгәнлектән, был учреждениеның эске тормошон, тәрбиәсенең эшен дә бик яҡшы аңлайым кеүек. Иң сабыр, иң изге йөрәкле һәм бөтә күңеле менән балаларҙы яратҡан кешеләр генә унда эшләй ала. Ә инде балаларҙың һөйөүен яулап алған тәрбиәселәр менән улар араһында ниндәйҙер туғандарса яҡын мөнәсәбәт урынлаша, иң нескә серҙәрен дә улар ярат­ҡан тәрбиәселәре менән генә уртаҡлаша....

Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтә
Новости // 15-03-2011, 13:04


Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтә29 марттан 1 апрелгә тиклем Өфөлә Башҡортостан Республикаһында Йәш­тәр фәне көндәре үтә.
Һәр бер көн айырым темаға бағышланасаҡ. Уларҙа ғил­ми һәм тикшеренеү эштәре, йәштәр­ҙе инновацион процесҡа йәлеп итеү, мәшғүллек һәм эшҡыуарлыҡ кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәреләсәк.
Йәштәр фәне көндәре барышында оҫталыҡ дәрестәре, ғилми-популяр лекциялар, кәңәшмәләр, экскурсиялар ойоштороласаҡ....

Һайлау әүҙем үтте
Новости // 15-03-2011, 13:03


Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, республика һайлаусыларының 84,06 проценты тауыш бирергә килгән.
Берҙәм һайлау көнө – 13 мартта республикала 791 һайлау кампанияһы үтте, улар иҫәбенә 53 муниципаль районда – урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына – советтарға һайлауҙар 13 муниципаль районда һәм Мәләүез ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә – урындағы совет депутаттарын өҫтәмә һайлау, бер мандатлы 28-се Отрадовка һайлау округында (Стәрлетамаҡ ҡала округы биләмәһендә), 45-се бер мандатлы Иглин һайлау округында (Иглин, Нуриман, Ҡариҙел райондарында) – дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау инде.
Һайлаусылар исемлегендә 1 миллион 200 меңдән ашыу кеше ине. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 7378 депутат мандаты алмаштырыласаҡ....

Аслыҡ ваҡытлыса туҡтатылды
Новости // 15-03-2011, 13:03


Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары 2 марттан иғлан ителгән аслыҡты әлегә ваҡытлыса туҡтатып торҙо. Ун көн дауамында улар талаптарының үтәлерен көтәсәк. Ә әлегә башҡорт халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһай­ҙар.
«Хөрмәтле милләттәштәр! Баш­ҡортостан Республикаһының Башҡорт йәштәре иттифағы һәм башҡорт йәмәғәтселеге ошо мәсьәләләргә битараф булмаған, үҙенең тос өлөшөн индергән һәм ярҙам ҡулын һуҙған кешеләргә ҙур рәхмәтен белдерә! Берҙәмлектә – көс!...


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM