НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 19(2011) » Страница 5

Мөмкинлектәр һөҙөмтәле файҙаланылырға тейеш
Новости // 12-03-2011, 11:36


Мөмкинлектәр һөҙөмтәле файҙаланылырға тейешПрезидент Рөстәм Хәмитов Саян-Шушен ГЭС-ы базаһында илдә энергетиканы үҫтереү һәм энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләләренә арнап үткәрелгән РФ Дәүләт Советы президиумы ултырышында ҡатнашты.
Бындағы 2009 йылда булған һәләкәт эҙемтәләре бөтөрөлөү өҫтөндә, төҙөкләндереүҙәр бара, яңы агрегаттар килтерелә. Рөстәм Зәки улы үҙенең блогында хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикаға ла яңы гидроэлектростанция кәрәк. Уны Өфө (Ҡариҙел) йылғаһында, Павловка һыу һаҡлағысынан өҫтәрәк төҙөү мөһим. Яңы ГЭС яҙғы ташҡынды көйләргә булышлыҡ итәсәк, Өфө өсөн дә өҫтәмә һыу запасы булдырыласаҡ. Бының менән бергә яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе мөһим, юл, йылға аша күпер төҙөү кеүек эштәр күҙаллана....

Уңайлы дауахана һәм хәүефһеҙ мәктәп кәрәк!
Новости // 12-03-2011, 11:22


БР Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгенә эш сәфәрендә Ҡыйғы районы проблемалары менән танышты.
Ҡолмәт ауылы мәктәбе 1927 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Бында 1 – 9 класс балалары уҡый. Спорт залы юҡ, бүлмәләр һыуыҡ, матди база ла ярлы. Урындағы халыҡ фекеренсә, иҫке бинаны емереп, урынына яңы мәктәп төҙөргә кәрәк....

Мәғариф министрлығында – яңы етәксе
Новости / Мәғариф // 12-03-2011, 11:22


БР Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Әлфис Ғаязовты Башҡортос­тан Республикаһының мәғариф министры итеп тәғәйенләне.
Әлфис Суфиян улы Ғаязов 1956 йылда Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған. 1977 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлай, хеҙмәт юлын да шунда ВЛКСМ комитеты секретары вазифаһында башлай. Артабан институттың кесе ғилми хеҙмәткәре, өлкән уҡытыусы, биология, педагогика һәм психология фәндәре факультеттары деканы булып эшләй.
Силәбе педагогия институтында аспирантура тамамлай. 1998 – 2000 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика кафедраһы мөдире, 2000 йылдан әлеге көнгә тиклем – Педагогика институты директоры....

«Башҡортостан» суперкластеры төбәктә туризм мәсьәләһен хәл итерме?
Новости / Башҡортостан // 12-03-2011, 11:21


Өфөлә туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, күп илдәрҙә туризм иҡтисадтың иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып һанала. Беҙҙә һуңғы ваҡытта туристар артыуы күҙәтелә. Әммә улар күбеһенсә ял итергә түгел, ә аҡса эшләргә килә. Мәҫәлән, БДБ илдәренән, атап әйткәндә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжандан килеүселәр арта. Ә ысын туристар, йәғни фәҡәт ял итергә килеүселәр 15 процентҡа кәмегән.
Туризмды киң йәйелдереү өсөн сит илдәрҙең эре туриндустрия вәкилдәре менән осрашыу, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу мотлаҡ. Республика етәксеһе тәҡдим итеүенсә, беҙҙә мәҙәни фестивалдәр, иҡтисади саралар йыш уҙа, бына шунда туристарҙы йәлеп итеү яғын ҡарарға кәрәк. Һабантуй байрамын да ошо иҫәпкә индерергә мөмкин, ул – сит ил ҡунаҡтары ла теләп ҡатнашырлыҡ ҙур сара. Башҡорт брендтары ла етерлек кимәлдә рекламаланмай. Улар туризм менән ҡыҙыҡһыныу­сылар өсөн ниндәйҙер роль уйнар ине.
Кәңәшмәлә яңы проект та тәҡдим ителде. «Башҡортостан» суперкластерын бойом­ға ашырыуға 20 миллиард һум аҡса талап ителә. Президент фекеренсә, ул да төбәктә туризмдың киң йәйелдерелеүенә һөҙөмтәле гарантия бирмәй. Шулай ҙа тиҙҙән Башҡортостан хаҡында сит ил сәйәхәтселәре барыбер ишетеп, «икенсе Швейцария» тип йөрөтөлгән төйәгебеҙгә ағылыр, тигән өмөт бар....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 12-03-2011, 11:20


24 – 26 мартта Туймазыла III «Дуҫлыҡ хороводы» асыҡ республика балалар халыҡ хореография фестивале үтәсәк. Сара халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторола. Конкурс ике йәш категорияһы буйынса: 9 йәштән 12 йәшкә тиклем һәм 12-нән 16 йәшкә тиклемгеләр араһында үткәрелә....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM