НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һәр әсә бәхеткә лайыҡ
Новости / Рәсәй // 8-03-2011, 09:23


Ноябрҙә Өфөлә Волга буйы федераль округының әсәләр форумы үтәсәк
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан «Башинформ» агентлығында әсә, бала, ғаилә мәсьәләләренә ҡағылышлы һөйләшеү ойошторолдо. Брифинг күптән түгел Ульяновскиҙа үткән «Рәсәй – бәхетле күп балалы ғаиләләр территорияһы» IV Бөтә Рәсәй әсәләр форумы һөҙөмтәләренә арналғайны. Илдең утыҙлаған төбәгенән 1200-ләп вә­кил саҡырылған әлеге сарала беҙҙән Башҡортостан Рес­публикаһы Президентының тормош иптәше Гөлшат Хәмитова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Өфө ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса идаралығы етәксеһе Милана Скоробогатова, баш ҡаланың «Әсә йөрәге» әсәләр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова һәм күп балалы әсә, «Ата-әсәлек» ордены менән бүләкләнеүсе Зилә Мотаһарова ҡатнашты....

Тырышлыҡты ҡалҡан итеп
Рубрикалар // 8-03-2011, 09:23


Тырышлыҡты ҡалҡан итепЗаманында ике туған ағаһы менән бергәләп ер алып, фермер хужалығы булдырып, иген үҫтереү менән шөғөлләнә башлаған, бер үк ваҡытта икмәкхана асып ебәргән Ҡарағужиндар менән Ғөбәйҙуллиндар тураһында Ейәнсура районы үҙәгендә һәр кем хәбәрҙарҙыр. Ер эше, иген үҫтереүҙең еңелдән түгеллеген ауыл халҡы үҙ елкәһендә татып белә. Белмәйем, яҙмыштарын ер менән бәйләгән был ике ағайлы-ҡустылы фермерлыҡ эшен күпме дауам иткәндер һәм ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшкәндер, әммә уларҙың «Импульс» исеме аҫтында ҡороп ебәргән икмәкханаһының, дөрөҫөрәге, ҡабарып уңып бешкән икмәктәренең даны Иҫәнғол һәм уға яҡын урынлашҡан ауылдар халҡының теленән һаман да төшмәй. «Импульс» икмәге 90-сы йылдар башында икмәккә ысынлап та ҡытлыҡ кисергән Иҫәнғолда сифат билдәһе булараҡ танылыу яулағайны. Район үҙәгендә урынлашҡан берҙән-бер икмәк заводының ғына продукцияһы урындағы бөтә халыҡты түгел, ә Иҫәнғол халҡының ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерә алмай ине. Бигерәк тә сифат яғынан. «Импульс» барлыҡҡа килеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡ күңелен яулап алған икмәкхананан, иртә тимәй, кис тимәй, һис кеше өҙөлмәне. Икмәк бешереүсе булып эшләп йөрөгән күршем Людмиланың, икмәкте эҫе мейестән сығарып та өлгөрмәйбеҙ, «һә!» тигәнсе таратып ала ла бөтәләр, тип көлөп һөйләгәне һаман да хәтерҙә....

Гүзәл затты нимә борсой?
Новости / Рәсәй // 8-03-2011, 09:22


Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота бер төркөм күп балалы әсә менән осрашты.
Сараны асып, тулы хоҡуҡлы вәкил: «Дәүләттең һәм йәмғиәттең үҫеше өсөн күп балалы ғаиләләр тәжрибәһе – иң ҙур ҡиммәт. Шунлыҡтан уны өйрәнергә һәм бындай ғаиләләргә ярҙам итергә кәрәк», – тине....

Студенттар уҡыясаҡ!
Новости / Мәғариф // 8-03-2011, 09:21


Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында дүртенсе курста уҡыусы Флорид Багаев менән Илгиз Таҡаловтың университеттан ҡыуылыуы йәм­ғиәттә ҙур ҡәнәғәтһеҙлек уятты. Был хаҡта гәзитебеҙҙең үткән һандарында мәғлүмәт биргәйнек. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының асыҡ мө­рә­жәғәтендә студент егеттәр – Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Флорид Багаев менән уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловтың нигеҙһеҙ рәүештә уҡыуҙан ҡыуы­лына ризаһыҙлыҡ белдерелде....

“Ғәҙел булыуығыҙҙы үтенәм”
Новости / Башҡортостан // 8-03-2011, 09:20


Өфөлә район (ҡала) судтары судьяларының һәм мировой судьяларҙың кәңәшмәһе үтте. Коллегия эшендә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин, БР-ҙың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров, БР Юғары суды рәйесе Михаил Тарасенко, федераль һәм мировой судьялар, район һәм ҡала судтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты....

Күңелдәрҙе наҙға мансый яҙғы байрам
Новости // 8-03-2011, 09:20


Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙың күренекле ҡатын-ҡыҙҙары – мәҙәниәт, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, матбуғат вәкилдәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәр­ҙәре менән осрашты.
Рөстәм Зәки улы, гүзәл заттарҙы яҙ байрамы менән тәбрикләп, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле ҙур булыуын билдәләне.
«Тормошобоҙҙоң нигеҙен тәшкил иткән һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сауҙа өлкәһендә эшләүселәрҙең 70 процентын нәфис зат тәшкил итә. Һеҙҙең күптәрегеҙ халыҡ менән эшләй. Бындай хеҙмәт ҙур иғтибар, энергия, көс талап итә. Ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәтен еңеләйтергә кәрәк. Ир-егет өсөн эргәһендә һөйөклө ҡатын-ҡыҙ булыуын тойоу үтә мөһим», – тине ул....

Мал ҡышлатыу халыҡҡа ҡиммәткә төшә
Новости / Башҡортостан // 8-03-2011, 09:19


Былтырғы йылдың ҡоро килеүе Белорет районының ауыл һәм шәхси хужалыҡтары алдында мал аҙығы әҙерләүҙә ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Хужалыҡтарҙың күбеһе етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләй алманы. Мал ҡышлатыуҙы хәстәрләп, йәйгеһен үк районға республикабыҙҙың ҡоролоҡ урап үткән райондарынан бесән, һалам килтереп һатыу­ҙы ойошторҙолар. Ул саҡта бер төргәк бесән тәүҙә 600 һум булды, тора-бара, уның хаҡы 1200, 1800 һумға тиклем күтәрелде, ә Үрге Әүжән яҡтарында 2000 һум менән дә һаттылар.
Ҡыш бауыры оҙон, тигән халыҡ мәҡәле бар. Көҙҙән мал аҙығы хәстәрләмәгән хужалар бөгөн йүгерекләргә мәжбүр. Ябыҡ малды һуйыуы ла, һатыуы ла йәл, беҙҙең яҡтарҙа ҡыш майға тиклем һуҙыла. Ҡайһы бер шәхси хужалыҡтар мал һанын кәметмәү маҡсатында бесән һатып ала. Бесән алтынға тиң заманда был үтемле «тауар»ҙы Белорет яҡтарына Өфө аръяғы райондарынан килтереп һаталар. Бесәндең бер төргәге 3 мең һум тора. Хәйер, баҙар иҡтисады заманында йәшәйбеҙ, уларҙы ла, бесәнде ҡиммәткә һатаһығыҙ, тип ғәйепләп булмай. Аҡса менән мал да туймай...
Р. МУСИНА....

Замандың яңы талаптары
Новости // 8-03-2011, 09:19


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында республика журналистарының «Медиакратия» милли ассоциацияһы етәксеһе Рөстәм Арифджанов һәм Халыҡ-ара сәйәси экспертиза институты директоры Евгений Минченко менән осрашыуы үтте. Сара БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы тарафынан ойошторолдо.
Үҙенең сығышының күп кенә өлөшөн Рөстәм Мостафа улы киң коммуникациялар системаһы кисерәсәк үҙгәрештәргә бағышланы. Уның һүҙҙәре буйынса, бөгөн ваҡытлы матбуғат сараларын модернизациялау – төп мәсьәлә. Баҫмаларҙың тиражы кәмегәндән-кәмей, ә бер нисә йылдан техник үҙгәрештәр ғәҙәти телевидение һәм радионан баш тартырға мөмкинлек бирәсәк....

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең үҙ йорттары буласаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 8-03-2011, 09:17


Ошо көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында БР Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда 2010 йылға йомғаҡ яһалды һәм 2011 йылға планлаштырыл­ған эштәргә күҙәтеү эшләнде, тәҡдимдәр индерелде. Республикала мәҙәниәт өлкәһендә, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, проблемалар етерлек, әммә уларҙы хәл итеү өсөн төрлө саралар күрелә. Мәҙәниәт министры Асҡар Абдра­заҡов үҙ сығышында һүҙҙе ошо хаҡта алып барҙы.
Былтыр спектаклдәргә һәм концерттарға һатылған билеттарҙан бары тик 100 миллион һумдан ашыу ғына килем килгән. Театр Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла ла иҡтисади яҡтан отошло түгел. Әммә булған мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланһаҡ, театрға тамашасыны йәлеп итергә мөмкин. Юғиһә, бөгөнгө анализға ҡарағанда, бер тамашасыны йәлеп итеү өсөн уртаса 507,8 һум аҡса талап ителә, ә уртаса билет хаҡы – 88,7 һум....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 8-03-2011, 09:17


Аҡса ҡайҙа?

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ҡатнашлығында үткән хәйриә концерты тирәһендә тыуған ығы-зығы дауам итә.
Был концерт былтыр декабрь айында уҡ үткәйне. Уны ойоштороу­сылар, концерттан килгән аҡса ауырыу балаларҙы дауалауға китәсәк, тип белдерҙе һәм билеттарҙы «ат хаҡы»на һатты. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар араһында Голливуд «йондоҙҙары», билдәле эшҡыуарҙар, исемдәре донъяға билдәле шәхестәр булды.
Әле концертта йыйылған миллионлаған һум аҡсаның осона сыға алмайҙар....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM