НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 17(2011) » Страница 2

Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә иң яҡшы бүләк – «Әсәлек даны» миҙалы
Новости / Башҡортостан // 5-03-2011, 16:45


Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә иң яҡшы бүләк – «Әсәлек даны» миҙалыӨфөлә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан юғары дәүләт наградаһын биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 72 ҡатын алды. Миҙалды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов тапшырҙы....

Исеме халыҡ хәтерендә
Рубрикалар / Хәтер // 5-03-2011, 16:44


Исеме халыҡ хәтерендәБР Хөкүмәте йортонда РФ Сит ил эштәре министрлығы күренекле совет дипломаты, дәүләт эшмәкәре, башҡорт халҡының мәшһүр улы Кәрим Хәкимовтың тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә бәйле булған архив документтары күсермәләрен республика Хөкүмәтенә тапшырҙы.
Документтар күсермәһен тапшырыу-ҡабул итеү актына РФ Сит ил эштәре министрлы­ғы­ның Өфө ҡалаһындағы вәкиле Ил­шат Минд­ибаев, БР Хөкү­мә­те яғынан Премь­ер-ми­нистр урынбаҫа­ры Зөһрә Рәхмә­туллина ҡул ҡуй­ҙы....

Немецтар завод һәм диализ үҙәге төҙөйәсәк
Новости // 5-03-2011, 16:43


Германия Өфөлә иҫке автомобиль покрышкаларын эш­кәр­теүсе завод төҙөүгә инвестициялар һалмаҡсы.
Был төҙөлөш менән полимерҙар һәм резина эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар етештереү буйынса махсуслашҡан «Ермафа» фирмаһы шөғөлләнәсәк. Төҙө­лөшкә инвестиция күләме 300 миллион һум тәшкил итәсәк. Завод йылына 400 мең иҫке покрышканы эшкәртеү һәләтенә эйә буласаҡ. Эшкәртел­гән продукт артабан битум сәнәғәтендә файҙаланыласаҡ....

Дарыуҙар арзан, сифатлы булырға тейеш
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 5-03-2011, 16:42


Башҡортостан Республикаһында халыҡтың дарыуҙар менән тәьмин ителешен камиллаштырыу буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы утырышы үтте.
Уны комиссия рәйесе, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов алып барҙы. Ултырыштың көн тәртибендә бер нисә мәсьәлә ҡаралды. Быйылғы йылдың ғинуарына ҡарата йәшәү өсөн мөһим булған дарыуҙар мониторингы күрһәтеүенсә, Башҡортостан дарыуҙар сағыштырмаса арзан булған төбәк иҫәпләнә. Дарыу препараттарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу­ҙа мөмкин булған өҫтәмәләргә дәүләт көйләүе тураһында мәсьәлә буйынса республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәдис Сәлимгәрәев сығыш яһаны. Сығышта билдәләнеүенсә, был йүнәлештә эш ярайһы уҡ яҡшы ойошторол­ған. Шул уҡ ваҡытта фармацевтика баҙарының айырым субъекттары тарафынан Тарифтар буйынса дәүләт комитеты юллаған белешмә хаҡтарын кире ҡағыу осраҡтары ла юҡ түгел. Был айырыуса республиканан ситтә урынлашҡан фармацевтика компаниялары филиалдарына ҡағыла. Эш шунда, ғәмәлдәге закондарҙа фармацевтика ойошмаларының мөмкин булған өҫтәмәләрҙе билдәләү өсөн иҫәпләү материалдарын тапшырыу яуаплылығы ҡаралмаған. Шул сәбәпле Тарифтар буйынса дәүләт комитеты уларға йоғонто яһай алмай. Ошо йәһәттән Фәдис Сәлимгәрәев был өлкәләге һөҙөмтәлелекте күтәреү маҡсатында яуаплы структуралар араһында өс яҡлы килешеү төҙөргә тәҡдим итте....

Кемдең эмблемаһы иң шәбе булыр?
Новости // 5-03-2011, 16:42


Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡ йылы эмблемаһын эшләүгә ижади конкурс старт алды. 1 марттан 1 апрелгә тиклем республика Президенты Хакимиәтендә эмблеманың график проекттары формаһында конкурс эштәре ҡабул ителә.
Эмблема эскиздары аҫтында идеяны тасуирлаған аңлатмалы яҙыу булырға тейеш. Дәғүәселәргә шулай уҡ үҙе тураһында тулы мәғлүмәт – фамилияһы, исеме, атаһының исеме, эшләгән йәки уҡыған урыны, индексы менән почта адресы, бәйләнеш телефоны, e-mail – бирергә кәрәк.
Конкурста ҡатнашыусылар, еңгән осраҡта, үҙе тәҡдим иткән эмблема проектын БР Президенты Хакимиәтенә файҙаланырға рөхсәт итеү һәм артабан тейешле килешеү төҙөү тураһында яҙма ризалыҡ бирергә тейеш.
Эштәр 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Прези­денты Хакимиәте адресы буйынса («Конкурсҡа» билдәһе менән) ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 250-02-06. Электрон адрес: prps@presidentrb.ru....

Указға ҡул ҡуйылды
Новости / Башҡортостан // 5-03-2011, 16:41


БР Президенты Рөстәм Хәмитов күренекле халыҡ мәғарифы эшмәкәре, сыуаш мәғрифәтсеһе П. Мироновтың тыуыуына – 150 һәм Сыуаш Республикаһының халыҡ шағиры Я. Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Сыуаш мәғрифәтсеһе Павел Миронович Мироновтың Башҡортостан Республика­һында сыуаш халҡының белемен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен һәм Сыуашстандың халыҡ шағиры Яков Гаврилович Ухсайҙың Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәтенә тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, юбилей саралары үткәреләсәк.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте­нә юбилей сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составын билдәләргә; юбилей саралары планын эшләргә һәм раҫларға, уға П. Мироновҡа һәйкәл эшләүҙе һәм ҡуйыуҙы, А. Кондратьевтың «Ученый-просветитель Павел Миронов» китабын нәшер итеүҙе, Бәләбәй ҡалаһында Я. Ухсайҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә үткәреүҙе индерергә; билдәләнгән тәртиптә ошо Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 5-03-2011, 16:40


Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына йыл башынан хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары тураһында 786 яҙма мөрәжәғәт килгән. 2009 йыл менән сағыштырғанда, мөрәжәғәттәр һаны 1,2 тапҡырға артҡан. Ялыуҙарҙың күп өлөшө эш биреүселәрҙең эш хаҡын, эштән һуң ҡалып, төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн түләүҙәрҙе тотҡарлауына, хеҙмәткәр эштән киткәндә тулыһынса иҫәп-хисап яһалмауына бәйле....

Ике яҙ
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 5-03-2011, 09:53


Ғәлим ДӘҮЛӘДИ
Һағындырып килә яҙ ҡояшы,
ыҙғыр ҡыштың еңеп һалҡынын.
Янар тауҙар, күңел яҙым булып,
ҡабындырҙы миңә ялҡынын....

Бүләктән бигерәк иғтибар ҡиммәтерәк...
Рубрикалар // 5-03-2011, 09:53


Ҡатын-ҡыҙға бүләк һайлауы бер яҡлап еңел дә кеүек. Биҙәнгестәр, йомшаҡ уйынсыҡтар, сәскәләр – йәнең теләгәнен һайлап ал. Магазин кәштәләрендә нимә генә юҡ. Әммә эш бүләк алыуға килеп етһә, туҡталабыҙ ҙа ҡалабыҙ. Ә оҡшатмаһа?
Ә бәлки, был кремға уның аллергиялыр? Йомшаҡ уйынсыҡтар ҙа яратмай шикелле. Нимә эшләргә?
Әлбиттә, бүләкте һәр ҡатын-ҡыҙҙың шәхси ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып һайлар­ға кәрәк. Шулай ҙа уларҙың үҙҙәре ниндәй бүләк алырға теләүен алдан белешеү ҡамасауламаҫ....

«Ҡыҙ бала – ҡыҙыл гөл, Күҙҙәрең ҡыҙыр гел»
Рубрикалар // 5-03-2011, 09:48


«Ҡыҙ бала – ҡыҙыл гөл, Күҙҙәрең ҡыҙыр гел»Ләйсән Абдуллина менән таныш­ҡас, шағир теленән тамған ошо һүҙҙәр иҫкә төштө. Ҡуңырт йөҙлө, ҡыйғас ҡашлы, һомғол буйлы ҡыҙ менән аралашыу шундай ҡыҙыҡ, хатта күңелле. Ул үҙенең мөләйемлеге менән генә түгел, яҡшы әңгәмәсе булыуы менән дә күңелеңә яҡыная.
Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫкән Ләйсән ике ҡыҙыл дипломға эйә. Сибай педагогия колледжын, ар­та­бан Башҡорт дәүләт университетының Юридик институтын (хәҙерге Хоҡуҡ институты) тамамлаған. Колледжда уҡығанында инглиз, немец телдәрен өйрәнһә, юғары белем алғанда, халыҡ-ара аралашыу телдәре булараҡ, инглиз, немец телдәрен төплө үҙләштергән. Гел «бишле»­гә генә өлгәшкән, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы көслө бул­ған студентты дүр­тенсе курстан һуң махсус программа нигеҙендә Америкаға ебә­реүҙәре лә шуға бәйле. АҠШ-тың Тенесси, Калифор­ния штаттарындағы дәүләт уҡыу йорттарында ике йыл ярым белем эстәгән ваҡытта политология, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе ныҡлап өйрәнеп, сертификаттар алыу­ға ире­шә. Үҙ теләге менән фото сәнғәте буйынса ла дәрестәр ала. Был шөғөлгә ул стипендияһынан арттырып йыйған аҡсаға уҡый....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM