НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 16(2011) » Страница 3

Чехтар һәм венгрҙар беҙҙең төҙөлөш проекттарында ҡатнашасаҡ
Новости // 1-03-2011, 11:08


БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында Чехия һәм Венгрия Республикаларының төҙөлөш компаниялары вәкилдәре менән осрашыу үтте.
Чехияның «OHL ZS» акционерҙар йәмғиәте тимер юл, трамвай, автотранспорт, ер өҫтө һәм ер аҫты төҙөлөшө, һыу таҙартыу, сүп-сар яндырыу, спорт ҡоролмаларын төҙөү буйынса махсуслашҡан. Был предприятие һәм «ЗападВостокИнвест» венгр компанияһы Башҡортос­танда ҙур инвестицион төҙөлөш һәм сәнәғәт проекттарында ҡатнашасаҡ....

Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтәсәк
Новости / Башҡортостан // 1-03-2011, 11:08


29 марттан 1 апрелгә тиклем Башҡортостанда Йәштәр фәне көндәре үтәсәк. Республика Хөкүмәте бойороғо менән вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина рәйеслегендә ойоштороу комитетының составы раҫланды.
Дүрт көндөң һәр береһе айырым тематикаға арналасаҡ. Йәштәр фәне көндәре йәштәрҙең фәндәге көнүҙәк проблемаларына – фәнни һәм тикшеренеү эшмәкәрлегенә, йәштәрҙе инновация процесына йәлеп итеүгә, мәшғүллек һәм эшҡыуарлыҡҡа иғтибар бирәсәк.
Бынан тыш, Йәштәр фәне көндәре сиктәрендә мастер-кластар, фәнни-популяр лекциялар, республиканың юғары уҡыу йорттары конференциялары, экскурсиялар ойоштороласаҡ....

Юл йөрөү еңеләйәсәк
Новости // 1-03-2011, 11:07


Тиҙҙән Кама йылғаһы аша һалынған күпер Удмуртия менән Башҡортостанды үҙ-ара бәйләйәсәк. Был ике республика араһындағы транспорт бәйләнешен еңелләштерәсәк.
Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе А. Соловьев төбәк башлығы менән осрашҡанда ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауылдар яҙмышы темаһын да күтәреп сыҡты, был проблеманы ауылдарҙа мәктәп төҙөү юлы менән хәл итеү мөмкинлегенә күрһәтте....

Удмурт халҡының да ихатаһы буласаҡ
Новости // 1-03-2011, 11:07


Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә 22 меңдән ашыу удмурт йәшәгән Тәтешле районында Удмурт ихатаһы төҙөләсәк.
Ул удмурт халҡы традицияларында биҙәләсәк. Унда милли байрамдар һәм башҡа саралар үткәреләсәк....

Парламент-ара бәйләнештәр нығына
Новости // 1-03-2011, 11:06


Удмуртия һәм Башҡортостан парламенттары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Уға күрше республиканың Дәүләт Советы Рәйесе А. Соловьев менән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К. Толкачев ҡул ҡуйҙы. Килешеү парламент-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә һәм нығытыуға, закондар сығарыу эшмәкәрлегендә тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ документ берлектәге парламент тыңлауҙарын да күҙ уңында тота.
Башҡортостан парламенты спикеры К. Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламент-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур әһәмиәт бирә, тип билдәләне. Рәсәй Федерацияһының закондар сығарыусы органдары менән, шулай уҡ Төркиә, Чехия, Төньяҡ Кореяның закон сығарыу органдары менән дә шундай килешеүҙәр төҙөлгән....

Ил иҡтисадын модернизациялау мәсьәләһе ҡаралды
Новости / Башҡортостан // 1-03-2011, 11:05


Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Ил иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссия ултырышында ҡатнашты.
Комиссияның егерме беренсе ултырышында ҡатнашыусылар «Рәсәй Федерацияһы граждандарына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү сараһы булараҡ универсаль электрон карта» темаһын тикшерҙе.
РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссияның төп бурыстары – ил иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса дәүләт сәйәсәтен әҙерләү, шулай уҡ төрлө кимәлдәге власть органдары һәм эшҡыуарҙар берләшмәһенең был өлкәләге эшмәкәрлеген яраштырыу....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 1-03-2011, 11:04


Ханты-Мансиҙа үткән IХ Ха­лыҡ-ара кинематографистар фес­тивалендә «Башҡортостан» киностудияһының «Елғыуар» фильмы (режиссеры Айсыуаҡ Йома­ғолов) тамашасылар һөйөүен яуланы. Республика кино оҫталарының иң ҙур проектының бюджеты – 26 миллион һум. Әйткәндәй, фильм декабрҙә генә Сергей Бондарчук исемендәге «Волоколамский ру­беж» хәрби-патриотик фестивалендә әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн диплом­ға лайыҡ булғайны....

Донъя яңылыҡтары
Новости // 1-03-2011, 11:03


Ливия менән 42 йыл буйы етәкселек иткән Каддафиҙың китеүен талап иткән акциялар 15 февралдән бирле дауам итә.
Иң аптыратҡаны – етәксеһенең баш күтәреп сыҡҡан халҡын ҡан ҡойош ярҙамында тынысланды­рыр­­ға тырышыуы.
Әлбиттә, донъя йәмәғәтселеге бындай хәлгә битараф түгел – Ливия башлығы Муаммар Каддафи һәм уның ете улы, бер ҡыҙы хәҙер бер сит илгә лә индерелмәйәсәк. Был хаҡта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек советы резолюция ҡабул итте....

Иҫке усман. Ҡәнзәфәр бей. “һарайлы”
Новости / Башҡортостан // 1-03-2011, 11:00


БР Президенты Р. Хәмитов Башҡор­тостан Республикаһының Благовар ра­йонында Ҡәнзәфәр бей исемендәге «Һарайлы» тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тураһында Указына ҡул ҡуйҙы. Ул Иҫке Усман ауылында урынлашасаҡ....

Тәүге аҙымдары ышаныслы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 1-03-2011, 11:00


Тәүге аҙымдары ышаныслыТәнгә дауа булһа ла, йәнгә дауа юҡ, ти халыҡ мәҡәле. Әммә кешенең күңел торошон, күңел кисерештәрен һәм ауырыуҙарын өйрәнеүсе һәм дауалаусы фән дә, табиптар ҙа бар. Тик халыҡ ҡына уларға мөрәжәғәт итеп бармай. Ә бит һәр ауырыу­ҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ. Шуның кеүек үк, күңел ауырыу­ҙарына илтеүсе сәбәптәрҙе лә ваҡытында асыҡлап, кисектереү мөһим. Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте грантына лайыҡ булыусы йәш ғалим Илгиз Тимербулатов та шундай фекерҙә....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM