НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 15(2011) » Страница 4

Урмандар тергеҙелә
Новости // 26-02-2011, 11:48


Былтыр Башҡортостанда 10,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда урмандар тергеҙелгән. БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, дәүләт унитар предприятиелары үҙ бурыстарын тулыһынса үтәгән. Ҡуртымсылар эштәрҙең 31 процентын башҡарған.
34 мең килограмм орлоҡ йыйылған, шул иҫәптән 3930 килограмм ылыҫлы ағастар орлоғо. Тубырсыҡ йыйыу һәм эшкәртеү дауам итә. Питомниктарҙың сәсеү майҙаны 53 гектар тәшкил итә. Әле 60 миллиондан ашыу үҫентенең яртыһы стандартҡа тура килә. Был дәүләт контракттарына ярашлы ҡуртымға алынмаған участкаларҙа ағас ултыртыу күләмен үтәү өсөн етерлек....

Илнурҙың үлеме буйынса енәйәт эше асылды
Махсус бит / Проблема // 26-02-2011, 11:48


Бөрйән районының Бай­назар ауылы егете Илнур Буранбаевтың үлеме буйынса тикшереү эше дауам итә. Әле егетте үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр итеү буйынса енәйәт эше асылған.
Илнурҙы бындай хәлгә килтереп еткереүҙә бер ҡайҙа ла эшләмәгән 20 йәшлек егет ғәйепләнә. Билдәле булыуынса, Илнур Буранбаев Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында беренсе курста ғына уҡып йөрөгән була. Уны былтыр декабрь айында йәшәгән ятағынан алыҫ ҡына урынлаш­ҡан урмансыҡта аҫылынып торған килеш таптылар....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 26-02-2011, 11:47


Мәләүездә «Башҡортостан – ҡурсаулыҡтар иле» тигән фотоконкурс үтте. Унда ҡаланың һәм райондың 11-се синыф уҡыусылары ҡатнашты. Жюри ҡарамағына өс номинация буйынса барлығы 30 эш тәҡдим ителде.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында республикабыҙ ҡалалары һәм райондары араһында иң яҡшы архитектура һәм ҡала төҙөлөшө конкурсына йомғаҡ яһалды. Муниципаль райондар араһында беренсе урынға Белорет районы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге лайыҡ булды, икенсе урынды – Бәләбәй районы, өсөнсөнө Дүртөйлө районы алды. Ҡала округтары араһында төп бүләккә Күмертау ҡалаһы лайыҡ булды....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM