НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 15(2011) » Страница 3

ҮҘ ЙӨРӘГЕНЕҢ ҺЫҘЛАУЫН БАШҠАЛАРҒА БЕЛДЕРМӘЙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 26-02-2011, 12:01


ҮҘ ЙӨРӘГЕНЕҢ ҺЫҘЛАУЫН БАШҠАЛАРҒА БЕЛДЕРМӘЙКөн дә ер-әсәбеҙгә нур һибеп атҡан ҡояшҡа, донъяға, үҙе аралашҡан, дуҫлашҡан кешеләргә сикһеҙ ғашиҡ, тормоштоң һәр көнөнән, сәғәтенән ҡыуаныс таба белгән, республикабыҙға, халҡыбыҙға күберәк изгелек ҡылып ҡалырға ашыҡҡан Сәғәҙәт Суфиев тураһында күптәрҙән йылы һүҙҙәр ишеткәнем бар. Байтаҡ йылдар осрашҡанда, хәл-әхүәл һорашып, һаулыҡ ҡушып йөрөйбөҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһында бер класта уҡыны. Уның тураһында бер нисә тапҡыр гәзиткә яҙырға уҡталып ҡуйған саҡтар ҙа булды. Тик һәр ваҡыт, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, был ниәтем тормошҡа ашмай килде. Һәм, ниһайәт, уйҙарымды аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөр мәл етте....

Тимер йыйғанда... хазина тапҡан
Рубрикалар // 26-02-2011, 12:00


Тимер йыйғанда... хазина тапҡан51 йәшлек Геннадий Зимин беҙҙең эраның IV – V быуатынан һаҡ­лан­ған дилбегә, ҡылыс һәм кинжалы булған ир­ҙәр портупеяһын Курск өлкәһе Фатеж­ский ра­йо­нының Волни­ковка ауы­лы эргәһендә табып ала.
Эшенән яҙғас, нисек тә ғаиләһен туйындырыр өсөн ир металл һыныҡтары йыйып тапшырыу менән шөғөлләнә башлай. Үҙенең ауылы эргәһендә тимер ҡалдыҡтары бөткәс, металл эҙләү яйланмаһын алып, икенсе урын­ға бара....

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды
Новости / Башҡортостан // 26-02-2011, 11:59


Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналды23 февралдә Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа һәм Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскәләр һалынды.
Тантаналы сарала БР Президенты Р. Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы П. Качкаев һәм төрлө министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.
Тантанаға Бөйөк Ватан һуғышы, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр, локаль һуғыштар ветерандары, ҡала халҡы килгәйне. Муса Гәрәев исемендәге Өфө башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары ла саранан ситтә ҡалманы....

ЭСТОН ЕРЕ ЛӘ  БОРОНҒО ТАБЫШТАРҒА БАЙ
Рубрикалар // 26-02-2011, 11:58


Эстонияның Анья улусында йәшәүсе берәү Линнакс ауылы янындағы колхоз баҫыуҙарының береһендә викингтарҙың байлығына юлыҡҡан. Был табыш өсөн ул хөкүмәттән 100 мең евро көтә. Бөтәһе лә законда ҡаралғанса: аҡса 200 мең евроға баһаланып, бәхетле табыш эйәһе уның ярты хаҡын алыр­ға тейеш....

Фәриҙә Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәк
Рубрикалар / Хәтер // 26-02-2011, 11:57


Фәриҙә Ҡудашеваның исеме мәңгеләштереләсәкРәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы, Баш­ҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республика­һының халыҡ артисткаһы Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудаше­ваның исеме мәңгеләштереләсәк. Саралар планы БР Хөкүмәтенең 2011 йылдың 21 февралендәге 147-р һанлы бойороғо менән раҫланды....

«Ирәндек айыуы» ҡышҡы йоҡонан уянды
Рубрикалар // 26-02-2011, 11:57


«Ирәндек айыуы» ҡышҡы йоҡонан уянды2010 йылдың октябрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә, «Урал батыр» эпосының яҙып алыныу тарихын барлап, Иҙрис, Икенсе Этҡол ауылдарында экспедицияла булды. Төркөм миллионерҙар Рәмиевтар ғаиләһе менән дә ҡыҙыҡһынды. Иртәгәһенә беҙ БАМ юлынан (халыҡ уны Бәләкәй Амур магистрале тип атай) Ирәндек аша артылып, ҡасандыр Рәмиевтарҙың алтын приискылары булған Атанғол, Ишбирҙе, Күсей ауылдарында, Ирәндек буйҙарында булдыҡ. Ҡайҙа ҡарама, был ерҙәрҙә Рәмиевтарҙың старателдәренән ҡалған ҡом өйөмдәре, соҡор-саҡырҙар һаҡланған....

Грант хужалары асыҡланасаҡ
Новости // 26-02-2011, 11:56


Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүгә 103 заявка бирелде, шуларҙың 43-ө – коллективтарҙан. Быйыл грантҡа дәғүә итеүселәр һаны артҡан.
Президент гранттарына дәғүә итеүгә конкурс, БР Президентының «БР мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указына ярашлы, быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелә.
Йыл һайын мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 100 мең һум күләмендәге БР Президенты грантына 25 кеше, шулай уҡ биш ижади коллектив эйә була. Коллективтар өсөн грант суммаһы 300 мең һум тәшкил итә....

Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!
Конкурстар // 26-02-2011, 11:54


Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!Ватанды һаҡлаусылар байрамы менән, йәмәғәт! Илде һаҡлаусылар­ҙы данлай ҙа, әрменән ҡасыусыларҙы тәнҡитләй ҙә беләһегеҙ, әй. Яуаптарығыҙ оҡшаны. «Йәшлек» әҙерләгән китап менән әсе яуап яҙған һәм социаль мәсьәлә лә күтәргән Ғәфүр САФИН (Бөрйән райо­ны) бүләкләнә.
Оҙаҡламай яҙ. Бесәйҙәр ҡотора. Шул темаға һеҙҙең иғтибарға – мәҙәк һүрәт....

«Барып етһәк әрмеләргә, Тоғро хеҙмәт итербеҙ. Ҡасып ятҡан ағайҙарҙың Танауына сиртербеҙ»
Конкурстар // 26-02-2011, 11:52


Атай ҡасты, аҡса юҡ, тип,
Әлиментте түләргә.
Ярай әле кейеме ҡалды,
Аҙаҡ һағынып һөйләргә....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 26-02-2011, 11:50


Йәһүд платформала тегеләй-былай йүгерә, ә үҙе:
– Инфекция, инфек­ция! – тип ҡысҡыра.
Уның эргәһенә милиционер килә һәм:
– Эй, гражданин, ниңә паника таратаһығыҙ? – ти.
– Мин ҡатыныма өйҙәге һымаҡ: «Зараза», – тип ҡысҡырырға тейешме ни? – тигән ир....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM